Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
21 Сентябрь 2019, 08:00

Ҡарасман

– Әсәй, әсәй, ҡара әле, ҡара! Ҡапыл артында яңғыраған тауышҡа Зөләйха әйләнеп ҡарап өлгөрҙөмө-юҡмы, һауып бөтөп кенә барған Билдәше һөтлө биҙрәһен тибеп осорған ыңғайға, үҙе лә бер яҡҡа янтайып барып төшкәнен һиҙмәй ҙә ҡалды! Аһ! Ауыртыныуҙанмы, йәне көйөпмө, ҡарғана-ҡарғана, мүкәйләп, аяғына саҡ баҫты. Ике усын алға һонған көйө шаҡ ҡатҡан улына ҡарап: – Уф, Аллам, йә нимәштәп килеп һөрәндәп тораһың инде?! Һыйыр һауған мәлдә яҡын килмә, тип әйткәнде ниңә аңламайһың?! – тип һуҡранды. – Ҡайһындай һөтөм әрәм булды! Улының усында йыбырлаған ҡап-ҡара нәмәкәйҙе күрҙе лә тертләүенән ҡысҡырып ебәрҙе: – Уф, Аллам, ташта хәҙер үк! Нимә тотоп алғанһың?! – Әсәй, ҡурҡма, был бәкәс кенә, матус ҡына бесәй балаһы, бына, ҡара!

Иҫенә килгән улы, ҡулындағы йән эйәһен яҡындан күрһәтергә теләп, һоноуы булды, һоп! Зөләйха, ҡармап алып, кәртә аша быраҡтырҙы. Өйөлгән тиҙәк өҫтөнә сыйылдап ҡына барып төшкән бесәй балаһы артынан Шәфҡәт һикерҙе. Быны көтмәгән Зөләйха:

– Нимәгә һиңә бесәй?! Атаңа нимә тип әйтәбеҙ? Уф, Аллам, Шәфҡәт, тием!

Тере йомғаҡты түшенә ҡыҫҡан улы иламһырап:

– Әсәй, ул бит тере, нисек йәлдәмәйһең? Ана, теге уҫал Мы-Мыйыҡ бабай уны һыу-һыуға ырғытты, ә ми-мин ҡо-ҡотҡарҙым! һин-һин-һин дә Мыйыҡ бабай кеүек үл-үлтергең киләме?! – тигән һүҙҙәре Зөләйханы айбандырып ебәрҙе.

–Уф! Атайың ни әйтер, бесәй яратмай бит ул, ене ҡуба. Йә, алып сыҡ бында, тиҙ бул!


Буш биҙрәһен тотоп, һуҡрана-һуҡрана атлаған әсәһе артынан усын алға һонған Шәфҡәт тә эйәрҙе. Эйе шул, нишләптер атаһы бесәй яратмай. Ете йәшлек малай быны белә, тик аңламай, атаһы ҡырыҫ уның, һорарға ҡурҡа. Бесәйен ҡайҙа ғына йәшерергә, тип уйлап барған Шәфҡәт, үҙенең "Уф, Аллам!" тип ыскындырғанын һиҙмәй ҙә ҡалды, әсәһе әйләнеп ҡарап:

– Нимә, мине әләктәйһеңме, йән көйөгө малай? Ана, бар, Ҡарасманды ҡатырға йәшниккә һал да, тауыҡ ояһына индереп, мөйөшкә ҡуй! Атаң, моғайын да, унда инеп йөрөмәҫ! – тип һөйләнә-әрләй, биҙрә төбөндә ҡалған өс-дүрт ҡалаҡтай һөттө кәнсиргә ҡойоп, улына тотторҙо. Бала кешегә күп кәрәкме ни: Шәфҡәт ҡыуана-ҡыуана тауыҡ кетәгенә йомолдо.

– Әһ-һә, күрҙеңме, әсәйем һиңә йәтеш кенә исем дә ҡушты! Ҡарасман, Ҡарасман, ҡалай матус: үҙен дә, исемең дә!


Пырхылдай-сөскөрә һөт эсергә маташҡан тере йомғаҡҡа ҡарап, малай көлөп ебәреүе булды, ҡуналҡалағы тауыҡтар: “Ҡыт-ҡытаҡ, ҡыт-ҡытаҡ, был ниндәй әрһеҙ ҡунаҡ?!” – тип, ризаһыҙлыҡ белдереп, тауыш бирҙе.

– Шымығыҙ, атайым ишетеп ҡалһамы!


Шәфҡәт йәшник өҫтөнә футболкаһын сисеп япты ла (йәнәһе лә йылы булһын), тышҡа атланы. Эштән ҡайтып ҡапҡанан инеп килгән Мәғҙән тауыҡ кетәгенән сығып килгән ярым-яланғас улын күреп:

– Әй, малай, артың ҡалай, нимә ҡарап төнәгән тауыҡтарҙы бимаҙалап йөрөйһөң? Күкәй кәрәк булдымы? Киске һалҡында эҫергәнеп киттеңме, ҡайҙа өҫ кейемең? – тип өтөп алып барғанын ишеткән Зөләйха тып итеп килә һалып сыҡты:

– Атаһы, ҡара әле, ана, телевизорҙан яңылыҡтар күрһәтәләр, аңдап етмәнем, бер олигархҡа атҡандармы, әллә депутатҡа, тинеме, инә һал әле, ашым да өлгөрҙө...

– Кәрәк уларға: олигархы халыҡ байлығын үҙләштереп, депутаты халыҡҡа ҡаршы закундар сығарып, үҙҙәренең файҙаһын ғына уйҙағандарға кәрәк ул!

Ҡатындың хәйләһе барып сыҡты: ире бурылдай-бурылдай өҫтәгеләрҙе әрләп, өйгә үтте.

Шәфҡәт, атаһына ни тип яуапларға лә белмәй, баҫҡан урынында ҡатты ла ҡуйҙы. Әлдә әсәһе хәлен хәлләне, өҫтөңә кей ҙә ашарға ин, тип ым-ишара биреп, ире артынан ыңғайланы.


Көн артынан көн үтте, бесәй балаһы ла ҙурайҙы. Ҙураймай ни, ҙурая инде, үҙе ашамаһа ашамай, Шәфҡәт дуҫын һәйбәт һыйлай. "Туйҙым" һылтауы менән ризығынан арттырып ҡалдыра ла, дуҫы менән бүлешә. Аш, кәтлит, билмән аша ла үҫмәй ҡара! Ап-аҡ ҡына түшле ҡап-ҡара тере йомғаҡты эй ярата Шәфҡәт! Баҫтырышып, ҡыуышып, ҡоймаларға үрмәләп, ике бала мәж киләләр. Эт эйәртеп уйнаһа, ни әйтерһең дә, бесәй балаһын артынан ҡалдырмай алып йөрөгән малайға ситтән ҡарауы ҡыҙыҡ та, сәйер ҙә. Атаһы күрһә, моғайын да, шартлар ине! Мәғҙән эштән ҡайтыр мәл етһә, бесәйкәйе тауыҡ кетәгендә урынын ала. Тауыҡтар ҙа өйҙәшенә өйрәнде, ризаһыҙлыҡ белдереп, яр һалмайҙар. Аҡыллы бит ул Ҡа­расман! Мыяулап, теңкә лә ҡорот­май, Шәфҡәт алып сыҡмаһа, тышта күренеп тә йөрөмәй. Үәт, бесәй, тиген инде! Зөләйха улына ҡарай ҙа: "Уф, Аллам, был тиктем дә бесәйен яратыр икән, үҙемә оҡшап, бигерәк йомшаҡ күңелле. Ана, ҡыҙҙары Әлсинә лә, Гөлсинә лә, атаһына тартып, ҡатынҡы", – тип уфтана. Уфтанып, тигәндәй, әсәһе мәрхүмәкәй: "Шул "уф, Алламды" ҡуй. Уф – шайтандар батшаһы, ти, әйҙәнәң дә, табынған кеүек, шул һүҙҙе ҡабаттайһың, белекһеҙ! Йә, Аллам! – тип әйт", – тип орошор ине. "Ярай, әсәй, ярай", – ти ҙә Зөләйха, тағы онота. Белекһеҙ инде, белекһеҙ! Мәғҙәне лә, йәне көйгандә, шулай, ти...


Үҙ уйҙарына бирелеп, ҡапҡа эсен тултырып туҙынған Мәғҙәненең тауышын да ишетмәгән дәбаһа! Ҡапыл сырылдап илап ебәргән улының тауышына йөрәге ҡабынып, йүгерә-атлай тупһаға сыҡҡан ҡатындың йәне алҡымына тығылды. Эштән иртәрәк ҡайтып ингән ире Шәфҡәттең ҡулынан Ҡарасманды тартып алырға маташа, улы, атаһынан ялтанып, бесәйен бирмәҫкә ҡырталаша. Үҙе ҡысҡырып илай:

– Атай, атаҡайым, теймә Ҡарасманға! Ул бит минең дуҫым! Ул бит һәйбәт, ебәр, атай, ебәр! Теймә! Барыбер бирмәйем!!!

Зөләйха, үҙен үҙе белештермәй, балаһын яҡлаған ата ҡаҙҙай осоп-ҡунып, улын иренең ҡулынан һыпыра тартып алды ла артына йәшерҙе.

– Түлкә тейеп ҡара, Мәғҙән, балаға ла, бесәйгә лә! Балаңдың күңелен уйламаған кеше, һиңә бесәй балаһы нимә ул! Һинән ҡурҡып, өйҙә хатта бесәй ҙә тотма. Уф, Аллам, бы хәттем дә булырһың икән! Таш бәғер!

– Күҙемә күрһәтмәгеҙ бесәйегеҙҙе! Ҡайҙан алғанһығыҙ, шунда апарып таштағыҙ! Әйтмәне, тимәгеҙ!

– Бала саҡтағыңды онотмай, шуны ҡыуҙап йәшәргәме уйың?! Балаңды биҙҙерһәң, үкенерһең, һуң булыр! Ни сәсһәң, шуны урырһың! Һиңә оҡшап, ҡаты бәғер булмағанына ҡыуан ғына, аҡылың булһа!

Атаһы менән әсәһе әйтешкән арала Шәфҡәт, бесәйен ҡосаҡлап, картуфлыҡ аша йылғаға йүгерҙе.

– Юҡ, Ҡарасман, мин һине барыбер ҙә бирмәйем! Ул һине йәлләмәҫ, ул һине лә, мине лә яратмай!


Күҙ йәштәре аша һөйләнгән малайҙы аңлағандай, Ҡарасман Шәфҡәттең күҙҙәренә ҡарап, йәлләүес кенә тауыш менән мыяулап ҡуя. Йылға аша сығып, тирәк төбөнә һөйәлеп ултырҙы ла ултырҙы Шәфҡәт. Кескәй малайҙың йөрәгендә атаһына ҡарата үпкәләү хистәре генә түгел, уның холҡон аңларға, аҡларға тырышыу ҙа бар ине. Нишләп атаһы бесәй яратмай икән?! Әгәр ҙә ул Ҡарасман менән Шәфҡәттең нисек бергә уйнағанын күрһә, моғайын да, уларҙың ҡыҙыҡтарына көлөр ине лә, күңеле лә ирер ине...

– Шәфҡәт, улым! Шәфҡәт, тием, һин ҡайҙа?! Ҡайт, балаҡайым, ҡайтығыҙ! Ҡарасман, бес-с-с-бесс! Әйҙәгеҙ, бәпестәрем, ҡайтайыҡ!

Әсәһенең тауышын ишеткән малай тороп баҫты.

– Ҡайтмайым! Атайым бесәйемде тартып алһа?! Мин дуҫымды бер кемгә лә бирмәйем!

Шәфҡәт тағы ла түгелеп илап ебәрҙе.

– Ю-ю-юҡ, улым бирмәй Ҡарасманын, ништәп бирһен ул? Атайың да һыуынды инде, асыуҙанмай икегеҙгә лә. Тик өйгә индермәҫһең, йәме? Әйҙәгеҙ, ҡайтайыҡ!

– Ысынмы, атайым көймәйме?!


Бала күңеле – күк йөҙө: әле генә болотлай ҙа әле генә асыла! Шәфҡәттең дә йөҙөндә йылмайыу балҡыны. Был мәлдә Мәғҙән, йылға яғынан күҙен алмай, ҡатыны менән улын көтә ине. Юҡҡа рәнйетте, шикелле, Шәфҡәтен, юҡҡа... Бала сағындағы тетрәнеү­ҙәрендә балаһының ни ғәйебе бар инде, йә? Уйламайыраҡ ҡыланды Мәғҙән, уйламайыраҡ! Их, башҡорт аҡылы һуң төшә шул, һүң төшһә лә, мул төшә. Үкенеү менәнме, эш үткән. Шулай ҙа һөйләр кәрәк улына, белһен, атаһының юҡҡа ғына туҙынмағанын...


...Мәғҙәндең дә Шәфҡәт кеүек кенә сағы ине. Өй ашаһында йәшәгән дуҫы Виннур:

– Беләһеңме, әй, беҙ яңы бесәй апҡайттыҡ, үәт! – тип хәбәр һалды. – Хәҙер Мырауҡайҙы берәй ҡайҙа апарып аҙаштырабыҙ ҙа, вәссәләм!

Асҡан ауыҙын ябырға онотҡан Мәғҙән, иҫенә килеп:

– Нисек инде аҙаштыраһығыҙ?! Йәл түгелме Мырауҡайың? – тип һораны. Тауышы ҡарлығып сыҡты.

– Һе, бесәйҙе кеше йәлдәйме, үәт әй!

– Миңә Мырауҡай ныҡ йәл, бирегеҙ миңә, мин апҡайтам!


Мәғҙән бер һүҙле, әйттеме – эшләне! Тотто ла ҡайтты өйөнә! Бесәй ҡосаҡлап ҡайтҡан улына атаһы:

– Ул тамаҡ яуын нимә тип күтәреп ҡайтып киләһең? – тип ҡаршы алды. – Ана, сысҡан тоторға тәпе бармы? Бар! Тыпылдатып ҡына тота.

– Атай, улар Мырауҡайҙарын аҙаштырабыҙ, кәрәкмәй, ти. Йәл дә инде, шуға апҡайттым.

– Йүнде булһа, аҙаштырмаҫтар ине!

– Үҙе ҡайтһа ҡайтыр Мырауҡай, мин апармайым!

Тыңламаны атаһын Мәғҙән. Мырауҡай ҙа ҡайтып китмәне, тиҙ өйрәнде яңы хужаларына. Мәғҙән сыҡһа – сыҡты, ул инһә – инде. Ишәй менән Ҡушай, тип көлдөләр өйҙәгеләр.


Яҙ етте. Мырауҡай ишекте тырнап, тышҡа ынтылды ла торҙо. Бына хикмәт: сыға ла юғала. Мәғҙән эҙләй, әсәһе, иҫе китмәй генә:

– Йөрөйҙөр шунда, кәртә-ҡура тирәһендә, йөрөр ҙә ҡайтыр, – тип йыуатҡан төҫлө әйтеп ҡуйҙы.

Ысынлап та, өс-дүрт көн үтеүгә Мырауҡай шым ғына килеп инде лә, мейес артына боҫто. Яланып ултырған бесәйгә ҡарап, әсәһе һуҡрана башланы:

– Ҡәһәр төшкөрө, был бит эш боҙоп, боҫоп ултыра! Көт инде бына берәү урынына ике-өсәүҙе!

– Нимәне боҙған Мырауҡай? Иткә тейгәнме әллә?

Мәғҙәндең һорауына яуап бирмәне әсәһе, тик тауышын ҡатырып:

– Бынан һуң бесәй ҡосаҡлап ятҡаныңды күрмәйем, ишетһең ҡолағың! – тип киҫәтте.


Малай, аңламай, аптырап әсәһенә ҡараны. Эстән генә: "Һе, ятһа ни булған? Икеһенә лә йылы, күңелле!" – тип уйланы, тик ҡаршы өндәшмәне. Күңеллене күрһәтте шул Мырауҡайы, онотҡоһоҙ итте ике айҙан... Һимереп, ауырайып киткән бесәйен һаман да ҡосаҡлап йоҡлай ине Мәғҙән. Ул кисте лә бергә яттылар. Мырауҡайы мыр-мыр килеп һыйынып ҡына, дуҫының һыйпағанына кинәнеп кенә йоҡоға китте. Төн уртаһында ҡапыл Мырауҡайҙың яман итеп ажғырыуына уянып та өлгөрмәне, яланғас беләктәренә теш-тырнаҡтарын батырған бесәйен күреп, ҡото осто, ауыртыныуҙан йәнасыҡҡа аҡырып ебәрҙе. Өйҙә мәхшәр ҡупты, бөтәһе лә аяҡҡа баҫты.


Баҡтиһәң, бесәй түшәктә көсөкләгән дә, Мәғҙәнде ҡан-һүлгә буяған, йоҡо аралаш әйләнеп ятҡан малай бесәй балаларын тонсоҡторғансы кәүҙәһе менән баҫҡан! Бесәйҙе алып тышҡа аттылар, көсөктәрен, сепрәккә урап, артынан ырғыттылар. Сорлап ҡанаған беләген тотоп, Мәғҙән үкереп иланы. Төн уртаһы, тип торманылар, уятып, фельдшерҙы ла алып килделәр. Атаһы:

– Күрәһе ыҙаһын үҙе күтәреп ҡайтты Мәғҙән, – тип әйтеп тә өлгөрмәне, әсәһе ҡушылды:

– Оло һүҙен тыңламағас, шулай була ул! Ҡаты ҡолаҡ, үҙ һүҙле, үгеҙ күҙле ул беҙҙең Мәғҙән!

– Ярай, улығыҙға былай ҙа ҡыйын, әрләмәгеҙ, киләсәккә һабаҡ булыр, аңлағандыр, моғайын. Иртә менән район больницаһына алып барырға кәрәк, бесәйҙең һеләгәйе ҡанына эләкһә, аҙағы насар булыуы бар. "Тиҙ ярҙам" машинаһын саҡыртып ҡарармын, тик килеренә бик ышанмайым! Бөтә районға бер машина, уныһы ла кәлтер-көлтөр, ҡайҙан ғына өлгөрһөндәр инде,– тип фельдшер апай ҡайтырға йыйынды.

Һыҙланыуҙан да, Мырауҡайға ҡарата үпкә хистәренән дә арып-алйып, керпек тә ҡаҡмай таң аттырҙы Мәғҙән. Дауаханаға китергә сыҡҡан саҡта бесәйе, арҡаһын дуғаландырып, күҙҙәренән йәшел осҡондар сәсрәтеп, малайға ырылдап, тештәрен ыржайтып ҡарап ҡалды. "Һин – үлтереүсе!" – тип әйтергә теле генә юҡ ине Мырауҡайҙың...


Ике аҙна тирәһе дауаланып сыҡҡан Мәғҙәндә бесәйенә ҡарата ниндәйҙер ҡурҡыу ҡатыш ытырғаныу барлыҡҡа килгәйне. Ҡайтыуына Мырауҡайҙан елдәр иҫкәйне, малай ҙа һорашманы. Шулай итеп, бесәй халҡы менән дуҫлыҡ ептәре бер төндә шартлап өҙөлдө лә, ҡабат ялғанманы. Дошманыңды дуҫҡа әйләндереүе ауыр, ә бына дуҫыңды дошманға әйләндереүе ике тин – бер аҡса икән...


Зөләйха менән Шәфҡәт ҡайтып ингәндә, тупһала ултырған Мәғҙән һикереп тороп, улын яурынынан ҡосоп алды ла:

– Әсәһе, бар һин ашарға әҙерлә, беҙ улым менән һөйҙәшеп алайыҡ,– тип үҙенә тартты.

Ярата ул улын, тик үҙенсә ярата. Игеҙәк ҡыҙҙарынан һуң байтаҡ йылдар буйға уҙа алмай хитланған ҡатыны ауырға ҡалғас, Хоҙайҙан малай һораны Мәғҙән. Ишетте Хоҙай, малай бирҙе! Исемде улына Зөләйхаһы һайланы (ҡыҙҙарына Мәғҙән үҙе ҡушҡайны): ата нигеҙенең ҡото булыр, шәфҡәтле, игелекле бала булһын, тигән теләктә, Шәфҡәт, тип атанылар. Исеменә күрә есеме: ана, бесәй балаһы өсөн дә йәнен биргәндәй булған малайы, башын эйеп, янында ултыра... Мәғҙәндең йөрәге семетеп-әсеттереп алды, күңеле тулды.

– Йә, улым, тыңла минең ниңә бесәй яратмағанымды, – тип башлап, әле генә хәтерендә тергеҙгән ваҡиғаны Шәфҡәтенә һөйләп бирҙе лә, улы нисек ҡабул итте икән, тигәндәй йөҙөнә күҙ һалды. Уф, Аллам, ҡатыны әйтмешләй! Шәфҡәттең күҙҙәренә йәш тығылған дә, бына-бына ғына быуа йырылырға тора!

– Нимә булды?! Нимештәп иларға ултыраһың ул?!

Улы тотлоға-тотлоға:

– Мырауҡайҙы ла, кө-көсөктәрен дә йәлдәйем... Ни-ниңә әс-әсәйеңде тың- тыңдаманың? – тип һыңҡылдай башланы.

– Ата-әсәйҙе тыңдамаһаң, ана шулай була! Мин дә һиңә бушҡа әйтәмме?! Ярай, етте, илама. Әйҙә, йөрөһөн Ҡарасманың, тик өйгә индереш юҡ, белдеңме?

...Был ваҡиғаларға ла арыу уҡ ваҡыт үтеп китте. Шәфҡәт инде уҡыусы, быйыл мәктәпкә төштө. Ҡарасман дуҫын мәктәпкә оҙатып ҡала ла, дәрес бөтһә, йүгереп барып ҡаршы ала. Ашығып өйөнә атлаған малай артынан йүгерендәп барған бесәйҙе күреп, тел шартлаталар:

– Үәт, ай, дуҫта-а-ар!

Атаһы ғына бесәйгә ҡарата бөтөнләй битараф. Ҡарасмандың "хәлен белергә" килгән күрше-тирә бесәйҙәренә таш атып, "йөрөйҙәр шунда донъя һаҫытып!" – тип һуҡранғанынан тыш, иғтибар ҙа итмәй, уның өсөн бесәй бар ҙа, юҡ ни...


Бөгөн шәмбе. Йорт-ҡура тирәһендә эш менән булышырға ниәт иткән Мәғҙәндең ҡолағына Ҡарасмандың яман итеп мыяулауы салынды. Шул мәл тауыҡтар, кетәктән пырхылдашып, яу һалышып, осоп сыға башланы. "Әхти, малай-шалай күкәй эҙләй!" – тип уйлап барып инеүе булды – сәстәре үрә торҙо: йәшник эсенә ятып алған да, Ҡарасман балалап ята. Нишләргә?! Улы ҡайтҡансы балаларын юҡ итергә! Берәү урынына өсәү йөрөһөнмө, күҙ көйөгө булып?! Юҡ-юҡ! Тиҙ генә ҡатырға йәшник ала һалды, Ҡарасманды елкәһенән тотоп, тышҡа атты, ике көсөктө сирҡана-сирҡана йәшниккә һалды ла, йылға буйына йүгерҙе, һыу буйында берәүҙең дә булмауы Мәгҙәнгә ҡулай ғына! Мыяулай-мыяулай артынан төшкән Ҡарасманды тибеп осорҙо ла, килеп етеү ыңғайы йәшникте түңкәреп тә ебәрҙе, һыуға "суп" итеп барып төшкән бесәй балалары сыйылдарға ла өлгөрмәне. Ҡарасман шунда уҡ һыуға һикерҙе. Мәғҙән хайран ҡалды: ярай, әсә кеше балалары өсөн утҡа-һыуға инер, ти, ә бына йәнлек-хайуандарға ни ҡалған?! Ағын һыу йотҡан балаларын ҡотҡара алмаҫын аңланымы, Ҡарасман, лыҡа һыу булып, ярға сыҡты ла, ер тырнап, имәнес тауыш менән мыяуларға кереште. Бесәй күҙҙәренән сорлап аҡҡан йәштәрҙе күреп, Мәғҙәндең тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте.

– Уф, Аллам, әллә Мырауҡай инде?!

Йәшникте атып бәрҙе лә, өйөнә ҡарай йүгерҙе, артынан асырғанып мыяулаған Ҡарасмандың тауышы ҡыуып етте. Йөрәге дарҫлап типте, аңы томаланғандай булды...


Хәле бөтөп, өйөнә инеп йығылды. Иренең йөҙөнә ҡарап, Зөләйха ҡурҡыуға ҡалды.

– Ней булды?! Бер ерең ауырта мәллә?

– Мишәйт итмә әле, ятып торам, сәй ҡайнат, – тине лә стенаға боролоп ятты. Уяулы-йоҡоло килеш карауатында аунаған иренә ҡарап, ҡатын кеше нимәлер булғанын аңланы, тик ныҡышып һорарға ҡыйманы. "Ярай, ятһын әйҙә, ял да кәрәк",– тип уйланы ла үҙ эше менән булышты. Шул ятыуынан иртәнгә тиклем торманы Мәғҙән. Төнө буйы һаташып, "Мырауҡай, кит, теймә!" – тип ҡысҡырып сыҡҡан ире өсөн Зөләйха ҡурҡып бөткәйне лә, иртүк һин дә мин килеп торғанын күргәс, тынысланды. Ял көнө тимәй, Шәфҡәт тә иртәнге сәйгә тороп өлгөрҙө. Ҡапҡа эсендә йөрөп әйләнгән улы, әсәһенән:

– Ҡарасман күренмәй, саҡырһам да килмәй, ҡайҙа икән? – тип һораны. Уныһы, белмәйем, тип баш сайҡағас, атаһынан ҡурҡа-ҡурҡа ғына белеште:

– Атай, Ҡарасманды күрмәнеңме?

Алан-йолан ҡаранып, Мәғҙән дә баш сайҡаны.

– Йөрөйҙөр шунда, һыу буйында ҡара,– тип әйткәнен үҙе лә аңғармай ҡалды.


Йылғаға йүгергән улы артынан, быҙауҙарын туғайға ҡыуыу һылтауы менән, Мәғҙән дә эйәрҙе. Абау, Ҡарасман һаман да шул урынынан ҡуҙғалмаған, әкрен генә мыяулай ҙа тына, бына һиңә бесәй! "Әллә буш менән булдым инде?"– тип уйлап та өлгөрмәне, Шәфҡәттең әсе итеп ҡысҡырғанын, шул уҡ секундта, ажғырып, улына ырғыған Ҡарасманды күрҙе лә, ике-өс һикерҙеме, улын ҡармап алып, ҡуйынына ҡыҫты. Таш өҫтөндә ҡыҙынып ятҡан ҡара йылан Шәфҡәткә ынтылғанын күргән Ҡарасман дуҫын ҡурсалап, араларына кергән. Бер-нисә тапҡыр сағылһа ла, йыландың боғаҙынан алырға өлгөргән бесәй үлемесле алышта еңеп, тынып ҡалды. Ҡойроғо менән ер туҡмаған йылан да һәлберәп төштө. Улын күкрәгенә ҡыҫҡан Мәғҙәндең сикәләре буйлап эре йәш бөртөктәре тәгәрәй, ә ирендәре: "Ғәфү ит мине, Ҡарасман," – тип шыбырлай ине...Йәшлек гәзитенән.
Читайте нас: