Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
20 Сентябрь 2019, 08:23

ЯҘМЫШ БҮЛӘГЕ

Был юлы ҡасып ҡотолдо. Машинаһын аулаҡ урамға бора һалып, һүндереп, сығып өлгөрҙө. Ярты йыл элек үҙен “права”нан мәхрүм иткән “гаишник” бармаҡ янап үтеп китте. Өс көн “ултырып”, буйтым аҡса түләп, машинаһын штраф-стоянканан алып сығыуына ике ай ғына уҙғайны бит. Бөгөн ул хәлгә ҡалмауына һөйөнөп, кәйефе күтәрелгәндәй булды Илшаттың. Ярай, иртәгә тағы әллә нисә ергә бараһы бар, бәлки, берәйһендә юлы уңыр... Интернет аша ла эш эҙләргә кәңәш иткәйнеләр, маташтырып ҡарарға тура килер. Шундай уйҙар менән компьютерын тоҡандырғайны ла Илшат, рәт сығырҙай тойолмағас, үҙенең социаль селтәрҙәге “бит”енә күсте. Һирәк кергәс, яңылыҡтар өҫтәлгән – кемдәрҙер фотоларын баһалаған. Барыһы ла ҡыҙ-ҡырҡын затынан, күрәһең, йә бер төнгә “ҡунаҡ” итеп алып ҡайтҡан, йә үҙе барғандарылыр.

Исемдәрен дә иҫендә ҡалдырмай, кәрәге лә юҡ. Барыбер эҙләп табалар. Фатиры, машинаһы барлығын белгәс бигерәк маҙаһыҙлай берәүҙәре... Башлана аҙым һайын шылтыратыу, осрашыуға саҡырыу, иғтибарһыҙлығына үсегеү, Илшаттан ниндәйҙер юҡ һәм булмаҫтай хистәр таптырыу... Икәүһе, ысынлап та, шулар рәтенән икән – фотоларынан таныны. Буянып-яһанып, ирендәрен бөрөштөрөп, төрлөсә ҡыланып төшкәндәр. Ҡарағыҙ, мин ниндәй шәп, тиҙәрме икән үҙҙәренә ҡалһа? Төнгө клубта, эскән баштан барып юлыҡҡайны Илшат уларға. Хәҙер кәрәктәре ҡалманы инде. Түшәктә бергә аунау ғына танышлыҡты артабан дауам итеүгә сәбәп түгел әле.


Өсөнсөһөнөң “ава”һында һүрәт кенә булғас, ҡыҙыҡһынып “бит”енә инеп сығырға булды. Уртаҡ “дуҫ”тары бар икән – бүтән ҡалала йәшәүсе ике туған ҡустыһы. Йәше, торған урыны, ғаилә хәле тураһында мәғлүмәт юҡ. Диуарында башлыса тәбиғәт күренештәре, цитаталар, шиғырҙар… Ҡыҫҡаһы, үҙе хаҡында мәғлүмәтте ҡуйған да, ҡуймаған да һымаҡ... Шулай ҙа бер фотоһы табылды. Компьютер экранында ҙурайтҡас, Илшат таныш күҙҙәрҙе күреп, хайран ҡалды. Ҡара һин уны! Нисә йыл үткәс, виртуаль донъяла осрашыу! Фотоның бер мөйөшөндәге һандар уның ярты йыл самаһы элек кенә төшкәнен күрһәтә. Дә-ә-ә... Ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙҙы шарап менән сағыштырырға мөмкин – ваҡыт үткән һайын баһаһы арта, тигән һүҙҙәр хаҡ, күрәһең. Элеккегә ҡарағанда ла матурыраҡ һымаҡ күренә бит. Нисә йәш самаһы һуң әле уға? Осрашыуҙарына ла байтаҡ ваҡыт үткән. Ике туған ағаһының туйында булды был хәл. Йыраҡ ҡына ауылдан алғайны ул кәләште. Үҙҙәре бер-береһенә ҡоҙа менән ҡоҙаса булып сыға. Хәҙер ағайҙың тәтелдеге сығып йүгереп йөрөгән ҡыҙы бар, бер нисә айҙан малайҙары тыуырға тора. Һы... Өс йыл үтеп киткән! Ниндәйҙер мөғжизә менән ул саҡта күңеленә ныҡ ҡына инеп ултырғайны ҡоҙасаһы. Аҙаҡ телефон номерын да һораштырып ҡарағайны ла, таба алманы. Нәҡ ошо “уртаҡ дуҫ” ҡустыһына мөрәжәғәт иткәйне ул. Тегеһе ағаһының ниәтен етди тип ҡабул итмәгәндер, күрәһең, үтенесенә әһәмиәт бирмәне. Ни тиһәң дә Илшат – яңы армиянан ҡайтҡан егет, ә был шаян, һөйкөмлө ҡоҙасаның ире, ике балаһы бар. Үҙе йәш кәләштең еңгәһе булып сыға. Улар араһында ниндәй уртаҡлыҡ булыуы мөмкин? Илшаттың йөрөгән ҡыҙы юҡ ине юҡлыҡҡа, әммә күҙенә эләккән һәр итәк артынан сабыулаған сағы. Әле лә шулай инде, тик хәҙер ҡыҙыҡ түгел, ялҡытҡан был ғәҙәт. Ниндәйҙер тотороҡло бәйләнеш булдырғы килә, танышҡан көндә үк түшәк бүлешкәндәр менән мөхәббәт хаҡында һүҙ йөрөтөп буламы? Хәйер, уның барлығына ла ышанмай башланы инде. Бер кемгә лә тәү ҡараштан уҡ күңеле елкенеп, күҙе төшкәне юҡ ине уның, ә бына ҡоҙасаһының һүҙгә маһирлығына, янып торған күҙҙәренә, матур итеп көлөүенә әүрәне егет. Әллә ниндәй уйындар уйнатып, барыһының да кәйефен күтәреп, бер-береһен тәүгә күргән ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарҙы дуҫлаштырып йөрөүенә иғтибар иткәйне. Шунда уҡ ҡайнашҡан ире лә, балалары ла кәртә булып тойолманы. Илшаттың атаһы ла ҡоҙаларҙың ихлас һыйына иҫереп, үҙенән-үҙе туйҙы алып барыусыға әйләнгән ҡоҙасаның йор һүҙенә иҙрәп, тауышын көрәйткәйне шунда:
– Ошо ҡоҙасаны килен итеп алып ҡайтам! Оҡшаның, бөттө-китте, вәссәләм! Бигерәк матур алып бараһың туйҙы, матур һөйләйһең... Килен итеп алам! Бына минең малай! – тип уларҙы таныштырмаҡсы уҡ булып китте.
Ҡоҙаса матур итеп кенә көлдө лә Илшатты ҡултыҡлап: “Нисек, килешәбеҙме?” – тип башҡаларға күрһәтеп шаярҙы. Шунда ул күңелендә йәнә һоҡланыу тойғоһо уяныуын һиҙҙе. Ниндәй генә көтөлмәгән ваҡиға булмаһын, һәр саҡ уны шаярыу менән үткәреп ебәрә белә икән үҙе. Ә бит әле иҫерек атаһының һүҙенә үпкәләп, ҡуштанланып иренә ошаҡлаһа, тегеһе ысынға алып, көнләшеүҙән йоҙороҡ күтәрһә, туйҙың йәме китә ине. Ә былай уйынға бороп, шарҡылдап бер көлдөләр ҙә, мәжлесте дауам иттеләр. Тик Илшатҡа әллә нимә булды – беләген ҡыҫып тотоп, һыйынып тигәндәй баҫҡан ҡатындың ипкененән айный алманы ла ҡуйҙы. Кейәү менән кәләш ултырған машинаны йөрөткәс, туйҙа бөтөнләй эсмәгәйне. Шуға күрә башы әйләнеп китеүен хәмергә һылтай алмай. Кискеһен клубҡа сыҡтылар. Ҡыҙҙар менән танышырға ла, бейергә лә теләмәй бер ситтә тора ине, башын ғорур күтәргән ҡоҙасаһы елт-елт баҫып дискотека залына килеп инде... Башҡалар юҡ булды... Юҡ, сығып китмәнеләр, бейеүҙән дә туҡтаманылар, ни бары Илшаттың күҙеңә салынманылар. Ә тегеһе шуны күргән-белгән һымаҡ, туп-тура егеттең ҡаршыһына килеп баҫты ла, ҡулын уның яурынына һалды. Шулай итеп, талғын көйгә бейергә төштөләр. Ҡунаҡтар таралып бөтөп бара тигәндә кейәү егетенең туғандары менән ҡоҙаса араһында кәләшкә уйынлы-ысынлы талаш та булып алды. Бикәсен еңел генә тоттороп сығармаҫҡа маташты тегеһе, былары төрлөсә юхалап, шаярып, кәләште ҡулға төшөрҙө. Ығы-зығы менән файҙаланып, шул мәлдә Илшат ҡоҙасаны күтәреп тә алды. Еңел генә ине ул, асыуланманы, йөҙ сирманы, барыһы ла көлөштө.
Иртәгеһенә туй һыйлау бурысы егет яғына күсте. Ҡоҙаса унда ла түңәрәктең уртаһында ине. Ғөрөф-ғәҙәтте тулыһынса үтәмәй, заманына, һауа торошона һылтап ябайлаштырмаҡсы инеләр, теге һүҙен һүҙ итте – кәләш һандығын да һатты, ласҡылдап торған батҡаҡ кисеп һыуына ла барҙылар, тағы әллә ниндәй йолаларын үтәнеләр. Бер кем ҡаршы һүҙ әйтергә баҙнат итмәне, тәүҙә йөҙ сирып алһалар ҙа, аҙаҡ тымдылар, хатта ҡоҙасаның ныҡышлығына харап рәхмәтле лә инеләр. Үҙенең еңгәлек бурысын үтәгәс кенә ябай ҡунаҡ булып өҫтәл артына ултырҙы. Был яҡтағы табынды алып барыусы тегеләрҙекенән кәм булмаҫҡа тырышты. Байтаҡ ҡыҙыҡлы уйындар әҙерләгән икән. Бер мәл уларҙы парға ҡуйып уйнаттылар. Әллә нимәләр тип төрттөрөп тә маташтылар, ә Илшатҡа ҡоҙасаһы менән булыу рәхәт ине, береһенең дә һүҙен ишетмәне. Мәжлес ҡыҙғандан-ҡыҙҙы. Ҡайһылыр арауыҡта улар икеһе лә тышта аулаҡта тап булышты. Илшатты ниндәйҙер аңлайышһыҙ тойғо биләне. Күтәрмәгә һауа алыштырырға сыҡҡан ҡоҙасаның тал сыбығындай нескә биленән тотоп күтәреп алды ла, ирендәренә үрелде. Тегеһе сәбәләнеп ҡаршылашырға ла уйламаны, ҡоҙаһының муйынына һарылды. Өй ишеге шығырҙауға ғына айнып киттеләр ҙә, бер-береһенең ҡосағынан ысҡынырға мәжбүр булдылар. Хистәрҙең уртаҡлығын, үҙенең дә ҡоҙасаға оҡшауын аңлауҙан Илшаттың башы әйләнде. Тегеһенең ире шунда йөрөүе, теләһә ҡайһы мәлдә низағ башланыу хәүефе йөрәктең ярһыуын арттыра, туйға мажаралар көҫәп килгән йәш егеттең ҡанын ҡыҙҙыра ғына ине. Икенсе юлы Илшат “табыш”ын еңел генә күтәреп машинаһына алып китте. Шунда ғына бер-ике ауыҙ һүҙ һөйләшеп алдылар. Исемен, нисә йәштә булыуын, һөйгән ҡыҙы бармы-юҡмы икәнен генә һораны ҡоҙаса. Юҡ тине Илшат, хәйер, әле лә шул уҡ хәл. Оҙайлы осрашҡан ҡыҙы берәү генә булды. Һәр ваҡ-төйәк өсөн бәхәсләшә, талаша торғас, уның менән дә айырылыштылар. Һирәк-һаяҡ дуҫтарса шылтыратышып, хәл белешеп торалар хәҙер. Ә ҡоҙаса менән осрашҡанда был роман күңел тарихында яҙыла ла башламағайны әле. Теге саҡта һүҙ былайыраҡ ялғанды: “Мине йөрөмтәл ҡатын тип уйлайһыңдыр әле?” – тине ҡоҙасаһы. “Юҡсы”, – тигән булды Илшат, әммә эстән генә “барығыҙ ҙа бер иш инде – аҙғын күңелле” тип уйлап ҡуйҙы. “Арлы-бирле үбеп, һыйпаштырғанға алданып баралар. Бөгөн – берәү, иртәгә икенсе менән төн үткәреп йөрөүе оҡшаймы икән үҙҙәренә? Ышанып, күңел сисерлек түгел, тоғролоҡ, ғорурлыҡ тигән сифаттары юҡ! Бына был ҡоҙасаһына ғына ҡара – ире менән ҡунаҡ булып йөрөй, йәнәһе. Теге бер ни ҙә белмәй өҫтәл артында ултыра, ҡатыны бында йәш егет менән типтерә. Илшат кеүектәр әҙ булған тиһеңме ни уның тормошонда?.. Хәйер, үҙе лә туйға ата-әсәһен килтереп, кейәү-кәләште йөрөтөүҙән бигерәк, мажара көҫәп ашҡынғайны түгелме ни? Бына, теләгәнен тапты, тағы нимә кәрәк?” Шундай уйҙар менән ҡабат үбергә үрелгәйне, тегеһе, “хәҙер туй лотереяһы уйната башлаясаҡтар” тигән һылтау менән ҡосағынан сығып ысҡынды. Башҡа осрашыу мөмкинлеге булманы. Илшат уның эргәһендә күпме генә мәғәнәле ҡараш ташлап йөрөмәһен, тегеһе иғтибар итмәне. Төн таңға ауышҡас, ҡоҙалар ҡайтырға йыйынды. Шунда ғына ул Илшатҡа элеккесә йылмайҙы, хатта ҡапҡаға тиклем етәкләшеп атланылар, хушлашҡанда битенән үбергә рөхсәт итте, һуңынан ире бер һүҙ ҙә әйтмәй яндарына килеп, ҡатынын етәкләп алды ла китте. Илшат һис ни уйларға өлгөрә алмай тороп ҡалды. Ҡыҙыҡ. Ире лә сәйер генә бәндә икән бының. Асыуланыу, көнләшеү түгел, хатта Илшаттың барлығын да иғтибарға алманы. Тиҙ генә онотор һымаҡ ине был ваҡиғаны. Нишләптер улай килеп сыҡманы. Әйтелмәгән һүҙҙәр күңелдә төйөр булып ҡалды…
Ошолар хаҡында уйлап ултырҙы ла Илшат, “дуҫ булырға” тигән яҙыуға баҫты. Яуап бирергә тейешле кеше “онлайн”да, йәғни әлеге ваҡытта селтәрҙә булмағас, көтөргә генә ҡала. Тормошта бер ни ҙә үҙгәрмәгән һымаҡ тойолһа ла, ниндәйҙер һиҙелер-һиҙелмәҫ нур барлыҡҡа килде. Мөғжизә көтөү. Бер-ике көндән компьютерҙы ҡабыҙғас, Илшатҡа яңы “дуҫ” өҫтәлгәнлеге мәғлүм булды. Бәлки берәй һүҙ ҙә яҙыр тигән өмөтө генә аҡланманы – хәбәр-фәлән юҡ ине. Кем белә инде, бәлки ул Илшатты былай ғына, уның менән аралашырға теләүҙән түгел, ә дуҫтарының иҫәбен арттырыу өсөн генә исемлеккә индергәндер... Шулай ҙа май байрамы еткәнлеген иҫәпкә алып, ул “сәләм, байрам менән!” тип ҡыҫҡа ғына хәбәр ебәрҙе. Яуап бирһә, артабан күҙ күрер. Элек айҙар буйы кермәгән Интернетҡа “аяҡ баҫыу”ҙар йышайҙы. Төнгө ун икеләр тирәһендә ҡапыл йөрәкһеп китеп компьютерын тоҡандырғайны, ысынлап та, ябай ғына “рәхмәт, һине лә, хәлдәрең нисек?” тигән яуап көтөп тора ине. Тиҙ генә әлеге мәлдә виртуаль донъяла гиҙгән дуҫтарын барлап сыҡты. Улар араһында ҡоҙасаһын да “тап итте”. Тағы сәләм ебәреп, яуап көтә башланы. Оҙаҡ ғазапламай яңы хәбәр килеп тә етте. Тимәк, аралашыуға ҡаршы түгел. “Ни эшләп һаман йоҡламай, Интернетта ултыраһың?” тигәнгә “Һине көттөм” тип яҙған. Ышанырғамы, юҡмы? Мыҫҡыл итеүе, йәки һин генә етмәй инең тип әйтергә теләүе түгелме был? Интернет аша аңлашыу мөмкин түгел. Тере аралашыу кәрәк. Исмаһам, тауышын ишетергә ине… Шулай ҙа яҙыуын дауам итте. Уның “Ышандырмай” тиеүенә “Ҡасан алдағаным булды һуң?” тигән яуап алып көлөп ебәрҙе. Эйе, ҡасан алдай алһын? Уларҙың бит һөйләшкәндәре лә булманы. Телефон номерын һорағайны, ун һан яҙылған хәбәр килде. “Хәҙер шылтыратһам яраймы?” “Ярай”. Юҡ, алдап яҙмаған номерын, оҙон гудок китте һәм теге яҡ оста “Сәләм”тигән наҙлы, йомшаҡ тауыш ишетелде.
…Шулай ике сәғәт гәпләштеләр. Йоҡларға ятҡанында сәғәт төнгө ике тулып уҙғайны, унда ла түҙмәйенсә, “Һинең хаҡта уйлайым” тип СМС-хәбәр ебәрҙе. “Мин дә” тигән ҡыҫҡа ғына яуап алғандан һуң яйлап ойоп китте. Шунан башланды виртуаль роман. Көнөнә әллә нисә шылтырата, СМС яҙышалар, социаль селтәрҙә фото, открытка менән алмашалар. Күпмелер ваҡыт шулай күңелле генә уҙҙы. Күңеле иләҫләнеп, ҡайһы бер дуҫтарына ла һөйләмәҫтәй серҙәрен аса башлағас, һиҫкәнеп китте ул. Нимә булды һуң Илшатҡа? Был серле зат яйлап ҡына уның йөрәгенә инеп ултырырға маташа түгелме? Дуҫтары менән тәбиғәт ҡосағында күңел асҡанда ла, әленән-әле уларҙан ситләшеп, телефон ҡосаҡлап йөрөй башлауын да аңлай алманы. Тегеләре лә ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Береһе асыҡтан-асыҡ:
– Бисә-сәсәне елкәңә мендерһәң – бөттө инде ул! Унда барма, эсеп йөрөмә, дуҫтарың бигерәк күп, төндә клубҡа сыҡма, башҡаларға күҙ ҙә һалма... Баштан уҡ үҙеңде “Мин ир затынан бит әле, ни ҡылһам да үҙ ихтыярымда” тип иҫкәртеп ҡуймаһаң, йомшаҡлыҡ күрһәтһәң – бөттөң, тигән һүҙ…
Шунда араларынан берәү:
– Дөрөҫ әйтәһең, ҡатын-ҡыҙ артынан һеперелеп йөрөр заман түгел, беҙҙең ише ысын ир-егеттәр дефицит хәҙер, – тип ҡуйҙы.
Дуҫтары менән булған ошо һөйләшеүҙән һуң Илшат ҡоҙасаһына “Һин минең холҡома яраҡлашырға тейеш” тигән талап ҡуйҙы. Тегеһе шарҡылдап көлдө лә, “Ә мин һине тотмайым, ҡасан теләһәң, шунда мөнәсәбәттәрҙе өҙөргә рөхсәт итәм” тине. “Рөхсәт итәм”, имеш. Нисегерәк эре ҡылана!.. Инәлтергә теләп, шылтыратыуҙарҙы кәметеп ҡараны. Әммә тегеһе бар тип тә белмәне, СМС-та яҙманы, тик мәле тура килгән һайын, “Эх, һин, бала-саға”, тип шелтәләп алды. “Уҙа барһа, ете-һигеҙ йәшкә генә олораҡ, ә донъя күргән Илшатты кәмһетә”, тип асыуланды егет был осраҡта. Шулай ҙа ҡайһы саҡта элекке һымаҡ һәүетемсә оҙаҡ ҡына һөйләшәләр. Илшат уға эш таба, ҡыҙҙар менән оҙайлы мөнәсәбәт ҡора алмауын да, ата-әсәһенең ҡолаҡ итен сәйнәп маҙаһына тейеүен дә асып һала. Тегеһе өнһөҙ-һүҙһеҙ генә тыңлай, урынлы кәңәштәр бирә, ғәйепләмәй ҙә, тәнҡитләмәй ҙә. Саҡырымдар аша үҙен аңлаған кеше барлығын тойоуҙан Илшаттың күңеле нескәрә. Тыныс йоҡо теләп трубканы һалғандан һуң, үҙенең тупаҫлыҡтары өсөн ғәфү үтенеп, СМС яҙып ташлай. Иртәгеһенә артыҡ асылып киткәне өсөн яңынан асыуы килеп, йәнә ҡоҙасаһына ҡатыраҡ бәрелә.
– Саҡ ҡына йомшағыраҡ булырға кәрәк һиңә, – ти тегеһе. –
Юғиһә, тупаҫ ҡыланып, бәхетеңде таный алмай ҡаласаҡһың…
– Мине нисек бар шулай яратырға тейештәр!
Аралаша башлаған көндә үк бер уртаҡ һүҙгә килгәйнеләр: Илшат үҙенең ҡыҙҙарын һөйләмәй, тегеһе – ирен. Килешеүҙе егет боҙҙо. Кистән шылтыратмағанының сәбәбен аңлатып:
– Клубҡа сыҡтым, ҡыҙҙар тоттом… Аңлайһыңдыр инде, йәш буйҙаҡ егет төндә нимә менән шөғөлләнә ала?
– Әлбиттә, аңлайым – йәш ирле ҡатын нимә менән шөғөлләнһә, шуның менән! – тигән зәһәр яуап алды.
Кем тип атарға ла белмәй Илшат уны. Һөйәркә тиер ине, мөнәсәбәттәре был аңлатмаға яҡын да килмәй. Мөхәббәт тиһәң – көлкө. Дуҫлыҡ тиһәң – башҡа һыймаҫлыҡ хәбәр. Ошо хаҡта һүҙ ҡуҙғатҡайны, тегеһе шунда уҡ:
– Тормошомда бер генә күргән егеттәрҙең барыһы менән дә ошолай аралаша тиһеңме? Белгең килһә, әле лә мөхәббәттәрен аңлатыусылар етерлек, – тип эләктереп тә алды.
Был һүҙҙәр шылтыратыр алдынан арыу ғына төшөрөргә өлгөргән Илшатты битараф ҡалдырманы. Шунда мөхәббәтен аңлатып маташҡайны, ҡоҙасаһы икенсе бер шылтыратҡанында: “Борсолма, мин һине шунда уҡ һүҙҙәреңдән азат иттем, әйткәндәреңде күңелемә яҡын алманым”, – тине. Харап бит... Илшаттың башҡа бер кемгә лә асмаған хистәрен мыҫҡыл итә. Ниндәй ике йөҙлө һуң был ҡатын-ҡыҙ заты? Инде нисәнсе тапҡыр һүҙ тағы теге туйға барып төртөлдө.
– Ул саҡта ниңә башҡаса яныңа сыҡмауымды белгең киләме? Үбеүеңдә нәфрәт тәме тойҙом. Мине йөрөмтәл ҡатын тип уйланың, шулаймы? Хәйер, бының өсөн үпкәләргә хаҡым да юҡ – үҙемде шулайыраҡ тоттом бит. Ышанаһыңмы-юҡмы, ирем менән ун биш йыл бергә йәшәү дәүерендә бөтөнләй хыянат иткәнем юҡ ине. Үбергә үрелгәндәре була торғайны, кеше араһында үҙемде нисек тотҡанымды күрҙең бит. Ҡылансыҡланам да, һүҙгә лә аптырамайым, әҙәп эйәһе булып күренергә маташҡан да юҡ. Әммә аулаҡта береһен дә яҡын килтермәй инем. Һинең менән башҡасараҡ килеп сыҡты… Миңә булған мөнәсәбәтең тураһында уйланып ултырҙым да иремдең дә ҡасандыр шундай уҡ нәфрәт менән ҡарауы иҫкә төштө. Танышҡанда 17 йәшлек кенә инем әле. Уҙа барһа бер-ике үбешеп ҡараған булғанмындыр. Кемделер тәнемә ҡағылдырыу хаҡында һүҙ ҙә юҡ. Ирем бик оҡшай ине, бер-беребеҙгә тап килеүебеҙҙе күңелем менән һиҙҙем. Тәүге осрашыуҙа уҡ ярағандан күберәген рөхсәт итеп ташлағанмын. Ә ул иһә минең хискә бирелеүемде тәжрибәлелек тип баһалаған икән. Быны йәнеңә тейергә теләүҙән һөйләмәйем. Һинең өсөн борсолам. Юлыңда һәйбәт ҡыҙҙар аҙ осрамағандыр, әммә тиҫкәрелегең, иғтибарһыҙлығың нәфис зат хаҡындағы бер яҡлы фекерең арҡаһында уларҙы күрмәгәнһеңдер. Артабан да шулай дауам итһәң, яңғыҙ ҡалыуың да ихтимал бит…
Был һөйләшеү Илшатҡа тәьҫир итмәй ҡалманы. Телефон аша аралашыуҙы ары дауам итә алмаясағын аңланы. Осрашырға ине, тип уйланы егет. Тик ул осраҡта хәлдәр тағы ла ҡатмарлашасаҡ. Ул барыбер ғаиләһен ташлап китмәйәсәк. Иренән айырылһа ла, Илшаттың ата-әсәһе уны ҡабул итмәйәсәк. Әле иҫерек баштан “яратам” тип әйтеүе шул көслө хисте кисергеһе килеүҙән генә икәнлеген аңлай ул. Сираттағы шылтыратыуында ҡатыраҡ ҡағылып ташлағайны, ҡоҙасаһы теге саҡ өҙөлөп ҡалған һөйләшеүҙе дауам итте:
– Әсәйең менән мөнәсәбәтең нисек ул, Илшат? Икәү генә һөйләшеп ултырғанығыҙ бармы?
– Яҡшы, – тине Илшат, – әсәйҙәр менән насар булырға тейеш түгел инде...
Бала сағын иҫенә төшөрөргә яратмай ул. Әсәһе эштән бер ҙә бушаманы нишләптер. Илшатты сабый ғына сағынан биш көнгә балалар баҡсаһына алып барып тапшыралар ҙа, аҙна аҙағы еткәс кенә алып ҡайталар. Ялдан һуң баҡсаға барырға теләмәй ине малай. Әммә әсәһе, бөгөн кискә үк килеп алам, тип әүрәтеп ҡалдырҙы һәм бер ваҡытта ла һүҙендә торманы. Мәктәп йылдарында ла интернатта йәшәне. Үтә баҫалҡы булды, тәртип боҙманы, һуғышманы, тәмәке тартманы... Тик барыбер әсәһе уны түгел, шайлаҡ, үткер, башы мажаранан сыҡмаған оло улын яҡыныраҡ күрҙе. Әле лә шулай. Ә Илшаттың бәләкәй генә ғәйебе булһа ла онотмай, йылдар буйы иҫләп, үпкәләп йәненә тейә... Ирле бисәгә әүрәп, ошолай төндәр буйы йоҡламай аҡса бөтөргәнен белһә, күҙен дә астырмаҫ ине…
...Янында һәм ирекле булһын ине, исмаһам, ҡоҙасаһы! Йәше иҫкә лә төшмәй, үҙе хәтерләтеп йәнгә теймәһә. Юҡ, улар бергә була алмай. Ярамай. Был мөхәббәт тик һыҙланыу ғына килтерәсәк. Икеһенә лә... Оноторға кәрәк уны...
Шуларҙы уйлап, ҡоҙасаһына башҡаса шылтыратмаҫҡа ҡарар итте. Оҙаҡ түҙә алмаҫ ине, ярай әле, атаһы ҡотҡарҙы – Илшатты үҙе менән сит ҡалаға төҙөлөшкә алып китте. Яңы таныштарға, яңы шөғөлгә әүрәне егет. Яҙын тәбиғәттең ҡотороп сәскә атҡан, тирә-яҡ башты әйләндергес еҫкә төрөнгән сағында тыуған сәйер мөнәсәбәт шулай итеп яйлап төҫһөҙләнә, юйыла башланы. Ҡоҙасаһынан да хәбәр-фәлән булманы. Тәүҙә шылтыратырға уҡталып ҡуйғыланы Илшат. Әммә үҙендә был аҙымдан тыйылырға көс тапты. Бер кисте быға тиклем аралашҡан ҡыҙҙарын барлап ултырҙы. Шулай итеп, ҡасандыр йылы хистәр уятҡан Розалия иҫенә төштө. Уның менән йышыраҡ аралаша башланылар. Ул ҡыҙҙың оҡшамаған яҡтары бар-барлығын, әммә улайға китһә, егет үҙе лә бүләк түгел. Розалия менән ҡабат эҫенешеп киттеләр. Мөнәсәбәттәре яйланды. Илшат та үҙен тыныс тотто, ҡыҙ ҙа элеккесә юҡҡа-барға көнләп, илап, үсегеп йәненә теймәне. Бер көндө ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына:
– Үҙгәргәнһең һин, Илшат. Яныңда үҙемде яҡлаулы тоя башланым, – тине.
Ә Илшатҡа нисектер Розалия үҙгәргән һымаҡ. Һығылмалыраҡ, наҙлыраҡ, мөләйемерәк тойола. Ҡыҙ егетте тамам арбаны. Улар ял көндәрендә даими осрашып, көн дә тиерлек телефон аша хәбәрләшеп торҙо. Шулай итеп, йәй һәм көҙ айҙары үтеп тә китте. Ҡышҡа инер мәлдә объектты тапшырып, өйҙәренә ҡайтып төштөләр. Атаһы улынан бик ҡәнәғәт. Буласаҡ килен менән танышырға тура килеүе ихтимал, тип әсәһенең ҡолағына төшөрөп тә ҡуйған. Бәлки, ошо хәйерһеҙ кәбисә йылын оҙатҡанда күптәнге теләктәре тормошҡа ашыр – Илшаттары, ниһайәт, башлы-күҙле булыр.
Ҡайтҡас егет инде ҡасандан бирле ҡулланылмаған Интернетҡа аҡса һалып, “Бәйләнештә” сайтындағы битенә инде. Дуҫтарының яңылыҡтары менән танышырға, яңы фотоларын ҡуйырға, Розалияның диуарына һағыныуын белдергән открытка ебәрергә кәрәк. Бәлки, статусын да “ғашиҡ” йәки “никахлы” тип үҙгәртер, тағы ла күпме “әүҙем эҙләүсе”ләр рәтендә йөрөргә була? Байтаҡ хәбәрҙәр йыйылған. Дуҫтары “Ҡайҙа юғалдың?” тип һораған, ҡыҙҙарҙың “Шылтырат, көтәм” тигән хаттарын асып та тормайынса “сүп һауытына” ырғытырға мөмкин инде. Һәм шулай эшләне лә, тик береһе генә ҡалды – уныһы ҡоҙасанан. Ярты йыл самаһы элек ебәрелгән. Ни эшләп телефонға СМС ҡына яҙманы икән, ваҡытында уҡыған, яуап биргән булыр ине әле.
“Ғүмер юлында осраған һәр кеше һиңә ниндәйҙер һабаҡ өсөн ебәрелгән. Үҙеңдән башҡаны фәрештә итеп бел, тигәндәр бит. Рәхмәт һиңә, Илшат! Яҙмышымдың тап ошо боролошонда осрағаның өсөн рәхмәт! Һин шылтыратҡанда үҙемдең оҙаҡ ваҡытҡа дауаханаға китеремде белә инем. Тормоштан төңөлгәйнем. Ул саҡта бер кем менән дә һөйләшмәнем. Хатта әсәйемдең һәм тормош иптәшемдең дә шылтыратыуын теләмәнем. Көндәр буйы түшәмгә текләп, битараф тик яттым. Һәм шул ваҡытта һин шылтыратаһың. Ҡаты сирем хаҡында белмәйһең, йәшлек тилелеге менән осрашыуға саҡыраһың. Көнләштерергә, көнләшергә маташыуҙарың, үҙеңдең холҡоңа буйһондорорға тырышыуың, хатта таңғы биштә мөхәббәтеңде аңлатып, иртәгәһенә үк һүҙеңдән ваз кисеүең... Үҙем дә һиҙмәҫтән шул уйынға бирелеп киттем, йәшәгем килә башланы... Кисә “кәрәкмәйһең” тинең... Бәлки, ысынлап та шулайҙыр. Әммә аралашыуыбыҙға мохтаж инем, аңлайһыңмы? Һинең ярҙамың менән мин ҡабаттан тормошҡа ҡайттым. Ирем, балаларым, әсәйем, әхирәттәрем менән бәйләнешкә сыға башлауыма хәҙер өс көн булды инде. Ниндәй генә яҡшылыҡ эшләйем икән һиңә шуның өсөн? Матурым, аҡыллым минең... Яҙмыш бүләге һин – шуны бел... Ысын… Һис тә алдашмайым... Юғиһә, операцияға ризалашмайынса ятып үлергә булып киткәйнем бит... Бер кемгә лә кәрәкмәйем һымаҡ ине. Һин миңә шылтыратаһың да шул уҡ һүҙҙәрҙе һөйләйһең... Ә үҙең йәш, матур, көслө, сәләмәтһең... Атай-әсәйеңә, туғандарыңа кәрәклегеңә, һәйбәт ҡыҙ менән ғаилә ҡороп, матур балаларға атай буласағыңа ышанмауыңа йәнем көйә. Хаталаныуыңды нисек аңлатырға белмәнем. Шул ваҡытта үҙем дә айнып киттем... Бәй, мин дә шулай йүләрләнәм түгелме ни? Инде ҡартайып барған атай-әсәйемдең үлемемдән һуң мандый алмаҫын белә-күрә, балаларым алдындағы бурыстарымды үтәп бөтмәй, иремдең минән башҡаны ярата алмаясағын тоя тороп, нимә ҡыланам?!. Яҙмышҡа булған үпкәм, үҙемде йәлләү тойғоһо һыпырып ташлаған кеүек булды. Хәҙер йәшәгем килә... Иртәгә операция, барыһы ла яҡшы булыр тип ышанам. Миңә ҡаты ҡағылыуың өсөн үҙеңде ғәйепләмә. Онот, барыһын да онот. Һине бөтәһе өсөн дә алдан уҡ ғәфү итеп ҡуйғанмын... Хуш... Бәхетле бул…”
Хатты уҡығандан һуң байтаҡ шаңҡып ултырҙы Илшат. Нисек шул тиклем дә туң йөрәкле була алған һуң ул? Күҙ алдында ап-асыҡ булып ҡоҙасаһының яҡты ҡараштары сағылды, ҡолаҡ төбөндә йомшаҡ көлөүе ишетелгәндәй булды... Ул телефонға йәбеште... Әммә номеры һүндерелгәйне. Социаль селтәрҙәге бите лә юҡҡа сыҡҡан...
Әллә ниңә тиҫкәреләнеп, ғәфү үтенеп шылтыратманы бит шунда! “Һағындыңмы?” тип һорауына йәне көйөп ҡыҙҙы ла китте, йәнәһе, кем һуң ул шул тиклем Илшат өсөн... Бығаса унһыҙ йәшәне бит, бынан һуң да йәшәр... Үҙенең бөтә серҙәрен һөйләп, кәңәш һорап, аңлау көтөп баҡҡан кешеһен нисек кәмһетте... Эх!!! Йөрәген биләп алған ғәйеп тойғоһонан нисек ҡотолорға белмәй аш бүлмәһенә инеп, араҡы уртламаҡсы булды ла, кире уйлап, ванналағы һалҡын душ аҫтына баҫты. Эстәге ут баҫылғандай иткәс, ҡабат компьютер артына ултырҙы. Хәбәрҙе ҡабат-ҡабат уҡыны. Шул тиклем һиҙгер кеше икән ҡоҙасаһы... Илшаттың ғазапланасағына тиклем белеп торған... Яҙмыш бүләге, имеш... Баш ауырыуы – бына кем ул... Нисек бәйләнешкә сығырға һун уның менән? Нисек?.. Туҡта. Нимә әйтергә теләй һуң уға? Ғәфү итеүен һорарғамы? Ул кисергән бит инде, Илшат ҡына үҙ-үҙен ғазаплай... Бәлки... Бәлки, әйтелмәгән рәхмәте тынғы бирмәйҙер? Ҡоҙасаһының кәңәштәре тормошон яйға һалырға ярҙам итте бит. Атаһы менән һүҙгә килешкән һайын ошо шылтыратыуҙар йыуатты, сабырлыҡҡа өндәне. Әсәһенә лә иғтибары артты. Әллә кем булған инде ул Илшаттың яҙмышында. Әллә кем тип ни... Үҙе бүләк бит ул! Яҙмыш бүләге...Шоңҡар журналынан.
Читайте нас: