Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
20 Сентябрь 2019, 09:02

Өҫтөмә шкаф ауҙы” тип әйтергә ҡушҡандар...

Туймазыла бәхетһеҙ осраҡ булған. Предприятие хеҙмәткәре цехта ауыр йәрәхәт алған. Әммә шуныһы аптырата: был ваҡытта ул, документтарға ҡарағанда, эшләмәгән, ә сираттағы отпускта булған тип һаналған.

Йәрәхәтләнгән ир дауаханаға эләккән һәм уға операция эшләгәндәр. Уның ҡорһағына ҡан һауған икән. Руслан Мостафиндың һүҙҙәренә ҡарағанда, 6 сентябрҙә цехта кран эшләгән. Ә ир был ваҡытта бушатыласаҡ йөккә арты менән тороп деталдәрҙе иретеп йәбештергән. Оло фажиғәгә тарығанын ул ҙур йөк өҫтөнә ауғас ҡына аңлаған.

“Был ваҡытта һыҙланыу ныҡ йонсота ине. Отгул тураһында ғариза яҙырға ҡуштылар. Йүнләп бер нимә лә аңламаным, дауаханаға ла тиҙерәк барырға ине. Шуға яҙҙым”, – ти ир. Тимәк, предприятие хеҙмәткәре эш урынына ялы ваҡытында килгән булып сыға. Бынан тыш, предприятие бер тәүлек эсендә хеҙмәт инспекцияһына фажиғә тураһында хәбәр итмәгән. Әллә күпме ваҡыт үтһә лә, ведомствоға был хәл тураһында мәғлүмәт бирелмәгән.

Дауаханала ир өҫтөнә шкаф ауыуы тураһында әйткән. Тимәк, Руслан Мостафин көнкүрештә йәрәхәтләнгән булып сыға. Ҡануниәткә ярашлы, табиптар был хаҡта полицияға хәбәр итергә тейеш түгел. Шулай итеп, иргә эшендә фажиғәгә тарыған сағында уҡ медицина ойошмаһында шулай тип әйтергә ҡушҡандар һәм был хаҡта дауаханалағы документтарҙа ла яҙылған. Ярай әле, ауыр йөк ирҙең умыртҡа һөйәген һындырмаған. Юғиһә уның инвалид булып ҡалыуы, хатта яҡты донъя менән хушлашыуы ихтимал ине.
Читайте нас: