Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
20 Сентябрь 2019, 16:00

Үкенмәҫлек матур ғүмер юлы үтәләр

Хәлекәй ауылындағы йорттарҙың береһендә бейек ҡарағай ағасы үҫә. Йорт хужаһы әйтеүенсә, 120 тирәһе элек ултыртылған ағастың тарихы бик ҡыҙыҡлы. Уҙған быуат баштарында Ырымбурҙан беҙҙең яҡтарға үҫенте алырға киләләр. Кире ҡайтып барғанда уларҙың ат арбаһынан бер ҡарағай үҫентеһе төшөп ҡала. Хәлекәй ауылында йәшәгән ир уны табып алып, үҙ йортона ултырта. Бына икенсе быуат инде әлеге ағас тирә яҡтағы барлыҡ ваҡиғаларҙың шаһиты булып тора һәм күп серҙәр һаҡлай. Бөгөн был турала беҙгә Миңләхмәт Хажи улы Ғәлиев һөйләне. Улар ағасты табып алып үҫтергән кешенең өйөн һатып алған икән. Хәҙер инде Ғәлиевтар ошо ағас менән бергә йортҡа килгән барлыҡ ҡунаҡтарҙы ҡаршы ала. Шаҡтай ҙур ғүмер юлы үткән ғаиләнең һөйләр һүҙҙәре лә бар...

Миңләхмәт Ғәлиевтың атаһы һуғышта һәләк була. Ғаиләлә алты бала атайһыҙ ҡала, ул - иң өлкәне. Йәштәштәре менән мәктәпте тамамлай алмай. Бала саҡ шундай ваҡыт, ул бер ҡасан да хәтерҙән юйылмай, өҫтәүенә, бик ауыр йылдарға тура килә. Ул ваҡытта илебеҙ һуғыштан һуң яңы күтәрелә башлай, ауыл хужалығы тергеҙелә, эшсе ҡулдар етешмәй. Һуғыш бик күп ғаиләләрҙе туйындырыусыһыҙ ҡалдыра, Ғәлиевтар шундайҙарҙың береһе. Колхоз бригадиры Миңләхмәткә уҡыуын онотоп тороп, йылҡы көтөргә кеше юҡлыҡтан, эшкә сығырға ҡуша. Шулай итеп, алтынсы класты тамамламайынса, ағай кеше кесе туғандары өсөн ашарға табыусы, туйындырыусыға әүерелә. Уның нығынып та бөтмәгән иңенә күп ауырлыҡтар төшә. Йортта әсәһенә ярҙамлаша, ураҡта һәм мал аҙығы әҙерләүҙә ҡатнаша, хеҙмәт көндәре туплай.

Бала сағы үтеп, үҙ ғаиләһен ҡорор ваҡыт етә. Күрше апаһы уға йыш ҡына Миәкә районының Кәркәле ауылында йәшәгән ҡыҙ тураһында һөйләй. Уның тырыш, яҙмышы ауыр булыуын да бәйән итә. Дуҫын алып, уның менән танышырға баралар. Зәйтүнә был ваҡытта фермала һауынсы булып эшләгән була. Миңләхмәт кеүек үк, ул да өлкәндәр менән бер рәттән эшләргә өйрәнгән. Әсәһе мәрхүмә булғандан һуң өс йәшенән уны апаһы тәрбиәләй, атаһы һуғышта һәләк була. Шуға күрә йәтим ҡыҙҙа уҡыу ҡайғыһы булмай, дүрт класс белем алып ҡына өлгөрә. Ауыр бала саҡ, кисергән ҡайғы-борсоуҙар ике йәш кешене бер-береһенә яҡынайтҡандыр, моғайын. Улар ғаилә ҡорорға ҡарар итә. 1961 йылда Зәйтүнә иренең ата-әсәһе тупһаһын атлап үтә. Бына шулай башлана уларҙың ғаилә тормошо.

Ғәлиевтар ғүмер буйына Хәлекәйҙә йәшәй. Көн буйы колхозда фермала йәки баҫыуҙа төрлө эш башҡарыусы булып эшләйҙәр. Сусҡа фермаһында бергә эшләгән ваҡыттарын йылмайып иҫкә алалар: «Өйҙә лә, эштә лә бергә булдыҡ». Һәр нимәгә өлгөрәләр: мал-тыуар аҫрайҙар, баҡса үҫтерәләр, өс ҡыҙға ғүмер биреп, уларҙы аяҡҡа баҫтыралар. Еңел тормош эҙләп, ауылдан ҡайҙалыр ситкә сығып китеү теләге булмай. Әлеге ваҡытта уларҙың зиһенле ҡараштары донъяға нур өҫтәп балҡыһа, ҡулдары эшсән, тырыш, алдынғы булыуҙары тураһында һөйләй.

Үҙҙәренең үткәндәре тураһында тулҡынланып һөйләй улар. Бик күп ауырлыҡтар аша үтергә тура килһә лә, хәтирәләр сағыулығын юғалтмай, үткәндәр онотолмай. Үткәндәргә кире ҡайтыу - йәшлеккә әйләнеп ҡайтҡан кеүек ниндәйҙер йылылыҡ биргәндәй була. Миңләхмәт Хажи улы менән Зәйтүнә Мәүлийәр ҡыҙы тормош ауырлыҡтарын бергәләп еңгән, әле лә бер-береһенә ярҙамлашып, икәүләшеп һәүетемсә генә ғүмер итә. Күпләп ҡош-ҡорт аҫрайҙар, баҡса үҫтерәләр, бер һүҙ менән әйткәндә, ябай тормош менән йәшәйҙәр. Хәҙерге тормош шарттарына һөйөнәләр, элекке кеүек утын әҙерләргә кәрәкмәй, газ үткән, ҡойонан һыу ташырға түгел. Улар барыһынан да ҡәнәғәт һәм бәхетле. Ғаилә башлығы телевизорҙан барлыҡ сәйәси ваҡиғалар менән танышып бара, хат ташыусының район гәзитен килтереүен түҙемһеҙләнеп көтөп ала. «Йәштәргә нимәләр теләр инегеҙ?» тигән һорауыма: «Белем алһындар, эшләһендәр һәм кеше булып ҡалһындар» тип яуап бирҙеләр.

Рәйлә ТАЙҒОНОВА.
Читайте нас: