Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
20 Сентябрь 2019, 08:08

БЕҘ ИҪӘН...

Мәхмүт Бакир улы Сәлимов Дәүләкән районының Яңы-Япар ауылында донъяға килә. Ригала хәрби училище, Мәскәүҙә академия тамамлай. Яҡташыбыҙға ҡатмарлы тормош һәм хеҙмәт юлы үтергә, үҙ ваҡытында Осетин-Ингуш конфликтында – тыныслыҡ тәьмин итеүселәр төркөмөндә, Чечен Республикаһындағы бәрелештәрҙә конституцион тәртип урынлаштырыуҙа ла ҡатнашашырға тура килә. Подполковник Сәлимов хәҙер отставкала. Ғаиләһе менән Ростов ҡалаһында йәшәй. Әммә тыуған яғы менән бәйләнеште өҙмәй. Күптәр уны башҡорт халҡының данлыҡлы тарихына бәйле хикәйәләр авторы булараҡ та белә. Был яҙмаһында ул хәрби бурысын үтәгән осорҙа күргән-кисергәндәрен бәйән итә.

Беҙ иҫән…

Күңелдә ҡыуаныс ҡалдырған күрешеүҙәр була. Йәнә шундайҙары ла осрай, хушлашҡандан һуң оҙаҡ ваҡыт килеп тыуған хәүефтән, борсолоуҙан, һағыштан арына алмайһың.
Сашаны бәләкәй генә ҡаласыҡтың вокзалында тап иттем. Командировка эштәре буйынса һуғылырға тура килгәйне унда, һәм 10 йыл элек Владикавказ хәрби госпиталендә юлдарыбыҙ киҫешкән лейтенант-десантсыны шунда уҡ таный ҙа алманым.
Революцияға тиклем үк төҙөлгөн емерек (быны фронтондағы һандар дәлилләй: “1889”) вокзал бинаһына ингәс тә ниңәлер оҙон буйлы кешегә иғтибар иттем. Ҡабаланып киске электричканан төшөүсе, ҙур ҡалала көн үткәреп, хәҙер инде өйҙәренә ашығыусы йонсоу, һоро йөҙҙәргә иғтибар итмәйенсә, битараф ҡиәфәттә залдың ҡап уртаһында баҫып тороуы. Эйе, был ығы-зығылы ағымдан өҫтөнөрәк ине ул. Ҡайһы бер пассажирҙар аңғармаҫтан уға бәрелеп, йән асыуы менән ауыҙ эсенән нимәлер мығырҙаны, бәғзеләр шаҡмаҡлы ҙур сумкаға беркетелгән бәләкәй генә арбаларын һөйрәп, уны урап үтте, ҡалғандары бер мәлгә генә туҡтап, лейтенантҡа аҫтан өҫкә табан аптыраулы ҡараш ташланы. Һуңынан икеләнеүсән рәүештә яурын ҡағып, юлдарын дауам итте, үҙ эштәре буйынса ашыҡты.
Эйе, нәҙек-оҙон булып, ул залдың ҡап уртаһында баҫып тора һәм йылмая ине. Уның әлеге халәте көҙгө батҡаҡҡа батып барған был провинциаль ҡаланың, нигеҙҙә, осраҡлы эш хаҡы, йәки пенсия иҫәбенә көн күреүсе халҡы өсөн аңлайышһыҙ һәм йән көйҙөргөс күренеш ине.
Лейтенанттың ябыҡ тәнендә таушалған куртка. Уның аҫтында телняшка. Ике ҡулы менән таяҡҡа таянған, шуға ла арҡаһы бер аҙ көмөрәйә төшкән.
Электричка геүелдәп китеп барҙы. Вокзал бушап ҡалды. Батарея янындағы мөйөштә йылыныусы асарбаҡтарҙан һәм үҙ поезын көтөүсе бер нисә пассажирҙан башҡа кеше лә юҡ ине хәҙер. Йыбанып ҡына эскәмйәләр рәте араһынан үтеүсе ҙур ҡорһаҡлы милиционерҙар йоҡоға талған пассажирҙы уятып, күҫәктәре менән сығыу яғына ымланы. Миңә битараф ҡараш ташланылар ҙа, асарбаҡтар янына йүнәлергә ниәтләгән ерҙәренән, йылмайып баҡҡан әҙәмде күреп, туҡтап ҡалдылар. Уның был ҡыланышы милиция хеҙмәткәрҙәрендә шик тыуҙырҙы күрәһең, документтарын тикшерергә булдылар.
Лейтенанттың аяҡтарын ҡанһыратып ҡырған протезда баҫып тороуын бер кем һиҙмәй ҙә. Ул һаман да май ҡояшы һымаҡ балҡый ине…
Тап шул йылмайыуынан таныным уны. Һәм дә күҙҙәренән, улар әүәлгесә бойоҡ та, нурлы ла.
- Сашка, һинме был? Һауғынаһыңмы? – уға яҡын уҡ килдем.
Ул мине танырға теләптер инде, ғәжәпләнеп баҡты, әммә бер аҙҙан оялсан ғына йылмайып ҡуйҙы, сырамыта алмағандыр, күрәһең.
- Владикавказ госпитале, 1995 йылдың көҙө, эренле хирургия бүлеге, – тинем мин. Был да ярҙам итмәгәс, исемемде әйтеп бирҙем.
- Иҫәнме, туған! – ул буш ҡулы менән мине ҡосаҡлап алды, арҡамдан ҡаҡты. Хәл-әхүәлдәрҙе һорағандан һуң, буфетҡа инеп сығырға тәҡдим итте.
Минең поездың килеренә ярайһы ғына ваҡыт бар ине әле. Шуға ла ихлас риза булдым.
Нисек кенә ғәжәп тойолмаһын, буфет таҙа һәм йәмле ине. Беҙ башҡаларҙан ситкәрәк китергә теләп, мөйөштәге өҫтәлде һайланыҡ. Ул ауырлыҡ менән ултырҙы, таяғын йәтеш кенә итеп стенаға һөйәп ҡуйҙы, ике ҡулы менән протезлы аяғын күтәрә биреп, уны өҫтәл аҫтына йәшерҙе, һуңынан иһә миңә оялсан ҡараш ташлап, йылмайҙы, әйтерһең дә килбәтһеҙлеге өсөн ғәфү үтенде. Беҙ араҡы һәм ниндәйҙер еңел ашамлыҡ килтереүҙәрен һораныҡ. Лейтенанттың осрашыуға шат икәнлеген күрәм, әммә йөҙөндәге һиҙелер-һиҙелмәҫ көсөргәнештән уның мине һаман да танымауын аңланым. Ҡотһоҙ итеп буянған буфет хеҙмәткәренең заказды килтергәнен көткән арала, ул түләүле бәҙрәфкә бәйле тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
- Үҙеңде кеше итеп тойор өсөн күп тә кәрәкмәй икән, – тине ул, –күҙ алдына килтерәһеңме, инвалид булараҡ, минән аҡса түләтмәнеләр. Нимә хаҡында фекер төйнәүемде әйтәйемме? Юҡҡа һуғышмағанмын икән дә. Исмаһам бәҙрәфкә бушлай йөрөү хоҡуғына эйәмен!
Ул уҫал йылмайҙы.
Лейтенантҡа иғтибар менән ҡараным, көлөүендә үпкә лә, әсенеү ҙә һиҙелә ине, ирекһеҙҙән һорап ҡуйҙым:
- Эштәр үтә хөртмө ни?
- Ошоғаса хөрт ине, һәр хәлдә лә миңә шулай тойолдо, ә хәҙер барыһы ла яҡшы. Бөгөн өҫтөмә биҙрәләп һалҡын һыу ҡойҙолар тиерһең. Ниһайәт, йоҡонан уяндым һәм, ҡарар ҡабул иттем…
Ул шымып ҡалды, шул арала беҙҙең заказды килтерҙеләр, һәм мин осрашыу хөрмәтенә тост тәҡдим иттем.
Эстек. Ул араҡыны уртлағандан һуң икмәк киҫәген еҫкәп, тәрән итеп тын алды ла, йәнләнеп китеп, ашығыс, буталсыҡ рәүештә һөйләргә кереште:
- Бөгөн тормоштоң янымдан үтеп барыуын тойҙом. Мин иҫәргә ошо ябай ғына хәҡиҡәтте аңлар өсөн 10 йыл ваҡыт талап ителде. Иң мөһиме, берәү ҙә быны төшөндөрә, мине туҡтата һәм дөрөҫ юлға баҫтыра алмаған. Хәйер, кемделер тыңлап торор инемме һуң? Күңелемдә үпкә һаҡлап, яңғыҙлыҡта көн күрҙем, – ул нимә хаҡында һүҙ йөрөтөүен аңлауымды тойорға теләгәндәй, миңә ентекле ҡараш ташланы.
- Һине осратыуым һәйбәт булды әле, – тип һүҙен дауам итте, – яҡшы билдә был. Ошо йылдар эсендә бер кемгә лә күңелемде асып һала алманым. Бында яу юлын үткән, беҙ кисергәндәрҙе үҙ иңендә тойған, мине ярты һүҙҙән аңларҙай кеше булмауын күҙ уңында тотам…
Хәлгә инеүселәрҙе эҙләнем һәм ундайҙарҙы урамдағы эскеселәр араһында таптым. Улар миңә ҡарата яҡшы мөнәсәбәт күрһәтте. Бәғзеләренең хатта яҡын дуҫ булыуына ышандым. Сөнки тыңлай беләләр. Үҙем шуларға күңелемде асып һалам, әммә һис ни аңламауҙарын тоям. Ҡапыл ғына һәммәһен дә һөйләп бөтөрә алмайым, барыһы ла үтә ҡатмарлы, уларҙың асылына төшөнөр өсөн ваҡыт талап ителә, – Саша ҡапыл тынып ҡалды һәм ҡулындағы буш стаканды өйрөлтә башланы. Унан йәнә миңә иғтибарлы ҡараш ташланы ла, тыңларға әҙер булыуыма инанғас, дауам итте:
- Хәҙер бөтәһе лә һәйбәт, тип әйтергә генә теләйем. Беләһеңме, теге яуҙан һәм йәрәхәтләнеүҙән һуң күңелемдә тәүге тапҡыр еңеллек тоям, әйтерһең дә унан ниндәйҙер йөктө алып ташлағанмын. Бөгөн шуны аңланым, бер кемгә һис ни тейеш түгелмен, берәүҙең дә миңә бурысы юҡ. Мин – ирекле. Хатта үҙемде түбәнһетергә уйлаған теге саманан тыш фыртайған, – ул йомшағыраҡ һүҙ табырға теләп туҡтап ҡалды, – иҫәркәйгә лә рәхмәтлемен. Ғәйеп миндәлер, моғайын. Проблемаларым менән йәненә тейҙем бит, – тип күңелһеҙ генә йылмайҙы.
Артабан йөҙөнән ниндәйҙер күләгә йүгереп үткәндәй булды, ҡарашы уйсанланды, ул, күңелһеҙ хәтирәләрҙән арынырға теләгәндәй башын сайҡаны.
- Шул тиклем ҡоторонғайным, башыма ҡан йүгерҙе, унда нимәлер шыҡ итте, һәм мин оҙайлы йоҡонан уянғандай булдым, – тип ҡабатланы ул. – Эйе, тормош торғаны бер көләмәс. Көлкө. Бөгөн бысраҡҡа ҡойондорҙолар, үҙем шуға ҡыуанам. Беләһеңме, вокзалға нисек килеп эләгеүемде хәтерләмәйем, әммә ҡайҙа юл тотасағымды яҡшы беләм, – ул йәнә йылмайҙы.
Уның урыҡ-һурыҡ һөйләүенән бөгөн ниндәйҙер мөһим ваҡиға булғанлығын аңланым, һәм шул хаҡта һорарға уҡталыуым булды, бер фекерҙән икенсеһенә күсеп, Саша ашығыс рәүештә һүҙен дауам итте:
- Дөрөҫ йәшәмәүемде аңланым. Үҙемде йәлләнем, зарландым. Хәлемә инеүҙәрен, ҡыҙғаныуҙарын теләнем. Шәхси тормошом да яйланманы… Владикавказ госпиталенән һуң мине Ростов өлкә госпиталенә ебәрҙеләр, һуңынан Бурденкоға. Шулай госпиталдән госпиталгә йөрөп йылды уҙғарҙым. Дуҫ ҡыҙым бар ине. Аяҡһыҙ ҡалғас, уға яҙыуымды туҡтаттым, ҡурҡтым… Ҡыҫҡаһы, ул беҙҙең ҡаласыҡтан китте, университетҡа инде. Өйгә ҡайтҡас, яныма атаһы килде. Иҫерек сағым ине, ҡәһәрең. Беҙҙең арала ирҙәрсә һөйләшеү булды. Ул ҡыҙының тормошон харап итмәүемде үтенде. Мин уны тынысландырҙым һәм вәғәҙәмде үтәнем. Башҡа ҡыҙҙар ҙа юҡ түгел ине, әммә теге һылыуҙы онота алманым.
Саша ҡапыл шымып ҡалды, күҙҙәрендәге һағышты, ғазапты тойҙом, әммә миңә стакандарға араҡы ҡойоп эсеп ҡуйырға тәҡдим итеүҙән башҡа сара ҡалмағайны. Был юлы ла ул ризыҡ ҡабып торманы, усы менән ирендәрен һөрттө һәм йылмайҙы.
- Тормош торғаны бер көләмәс икән, мин әйтәм, – тип дауам итте ул. – Күптән түгел хеҙмәткә яраҡлылыҡты тикшереүсе табиптарға барҙым, инвалидлыҡты оҙайтыу ваҡыты еткәйне. Миңә бит пенсияны күп йылдар хеҙмәт итеүем өсөн түләмәйҙәр. Бына шулай, икенсе төркөм инвалиды инем, госпиталдә үк биш йылға тип билдәләгәйнеләр. Ә бөгөн килеп ғүмерлеккә өсөнсө төркөм бирҙеләр, хәҙер эшкә урынлашыу өсөн сикләүҙәр әҙерәк, – тине ул көлөмһөрәп.
- Кит юҡты, – тинем ғәжәпләнеп, – аяғың үҫеп сыҡмағандыр бит?
- Комиссия етәксеһенә шул уҡ һүҙҙәрҙе еткерҙем, – лейтенант йәнә көлөмһөрәне. – Ә ул быға яуап итеп, һыңар аяҡ менән йәшәргә өйрәнгәнһең бит инде, тине, һәм улар нигеҙле рәүештә мине яңы тормош шарттарына яраҡлашҡан тип иҫәпләй ала. Әлбиттә, тәүҙә страховка хаҡында белеште. Аҡсаны күптән алып тотонорға өлгөрөүемде ишеткәс, миңә ҡарата булған ҡыҙыҡһыныуы юҡҡа сыҡты тегенең.
- Таныш көләмәс, – мин баш сайҡап ҡуйҙым һәм һүгенеп ебәрмәҫ өсөн тешемде ҡыҫтым.
- Ә һин мине нисек танының? – тип һораны ул ҡапыл, – хатта күптәнге дуҫтар ҙа иғтибар итмәйенсә үтеп китә, кем белә инде, бәлки күрмәмешкә һалышаларҙыр. Хәйер, ҡайһы берҙә хатта үҙемде үҙем танымайым әле, бигерәк тә иртәнге сәғәттәрҙә, – тип ғыжылдап көлөп ҡуйҙы.
- Ҡиәфәтең шәптән түгел, – алдағым килмәне. – Һуңғы минутҡаса шикләнһәм дә, йылмайыуыңдан һәм күҙҙәреңдән таныным.
- Таныуың яҡшы булған, – тип ризалашты ул. – Туҡтауһыҙ эсеп йөрөй икән тип уйлама. Был сирҙән ҡотолдом мин, күптән ауыҙыма алғаным юҡ ине. Бөтәһе лә үткәндәрҙә хәҙер. Әйҙә, туған, өсөнсөһөн ҡояйыҡ та, яуҙа ятып ҡалған егеттәрҙе иҫкә алайыҡ, башҡаса бер ҡасан да беҙҙең янда булмаясаҡ кешеләр өсөн…
Аяғүрә баҫтыҡ та бер аҙ тын торғандан һуң сәкәштермәйенсә генә уртлап ҡуйҙыҡ. Күрше өҫтәлдә яңғыҙ ғына ултырыусы ир иғтибар менән беҙҙе күҙәтә ине. Әле иһә көрөшкәһендәге эсеп бөтөлмәгән һыраһын тотоп, яныбыҙға килеп, үткән тормошонда кем булыуы хаҡында һөйләргә маташҡайны, лейтенант тегене ҡәтғи бүлдерҙе:
- Ағай, бар үҙ өҫтәлеңә. – Һуңынан, бер аҙ йомшара биреп йылмайып ҡуйҙы. – Күрмәйһеңме ни, яуҙаш дуҫымды оҙатам бит.
- Аңланым. Хөрмәт итәм, – тип тегеһе бер үпкәһеҙ ауыҙ эсенән мығырҙаны һәм шунда уҡ үҙ өҫтәленә йүнәлде.
Лейтенант көлөп ебәрҙе.
- Беләһеңме, эштәр улай уҡ хөрт түгел. Миңә хатта көнләшеп ҡарайҙар әле! – тип йәнләнеп китте ул. – Эйе, Костя исемле күршем – бына ошоға оҡшаған – көрөшкәләп һыра һемереүсе иргә ымлап күрһәтте. – Аяҡһыҙ ҡалыуың һәйбәт булған, эшкә йөрөйһө түгел, уның ҡарауы һиңә пенсия түләйҙәр, ти, үҙе баш төҙәтергә тип илле һум аҡса һорай. Әммә ҡайтармай. Ай һайын килә был. Һәм пенсия алған ваҡытта ғына. Бер мәлде йөҙ һум тоттороп сығарҙым тегеңә, иллелегем юҡ ине, ай самаһы ваҡыт үткәс пәйҙә булды ла: “Намыҫын юғалтҡансы эскән тимә, күпме тейешлеген беләбеҙ”, – ти. Күҙ алдына килтерәһеңме? – ул йәнә көлөп ебәрҙе.
- Вәт шаяртаһың исмаһам, – тип йылмайҙым.
- Тормош ниндәй, шаяртыуҙары ла шундай инде, әйҙә һөйлә, нисек йәшәп ятаһың, нимәләр менән шөғөлләнәһең? – тип һораны ул.
Мин оҙаҡ һәм ентекле рәүештә үҙ тормошом, көнитмешем, нимәләр менән шөғөлләнеүем хаҡында һөйләргә керештем.
- Бына әле командировканан ҡайтып килеүем, – тип был ҡалаға нисек килеп сығыуыма асыҡлыҡ индерҙем. – Күптәнге дуҫымдың йомошон үтәнем, Ростовҡа юлланырға торам.
Һуңынан быға әкиәттәр яҙыуым хаҡында әйтергәме-юҡмы тип икеләнеп ҡалдым. Ике һуғышты үткән яу офицеры балалар өсөн әкиәттәр уйлап сығарыу менән мауыҡһын, имеш. Йүләрлек бит был. Шулай ҙа, уңайһыҙланыуымды еңеп, уға ошо хаҡта әйтеп һалдым. Лейтенанттың күҙҙәрендә ҡыҙыҡһыныу сатҡыларын күргәс, ышаныслыраҡ тауыш менән дауам иттем:
- Бөгөн яҙыусылыҡ менән шөғөлләнеү һәйбәт, әлбиттә. Үҙең беләһең, заманаһы шул – һәммәһе лә аҡсаға барып төртөлә, шулай ҙа әкиәттәр менән әллә ҡайҙа китеп булмай. Байҙар ғына яҙа хәҙер, улар өсөн башҡа берәүҙәр тир түккән осраҡта ла исем-шәрифтәре үҙҙәре тарафынан нәшер ителгән китаптың тышлығында урын ала. Хәйер, беҙҙең заманда ла талантлы яҙыусылар барҙыр, ни тиһәң дә барлыҡ бөйөк классиктар ҙа хәлле булған, әммә улар үҙҙәренең үлемһеҙ әҫәрҙәре менән аҡса эшләмәгән…
- Ә һинең, – тип фекерҙәремде бүлдерҙе ул, – әкиәттәр урынына беҙҙең хаҡта, дөрөҫлөктө, тегендә, ғәҙәттән тыш хәл зонаһында, тәртип урынлаштырыу буйынса конституцион хоҡуҡтарҙы нисегерәк намыҫ менән үтәүебеҙ, ҡайһылайтып дуҫтарыбыҙҙы юғалтыуыбыҙ, ғәрипләнеүебеҙ, ни рәүешле алданыуыбыҙ һәм наградалар алыуыбыҙ хаҡында яҙып ҡарағаның юҡмы?
- Яҙып ҡараным, бер нисә тапҡыр маташтым, килеп сыҡмай. Әлегә ваҡыт етмәгәндер, моғайын. Һәм кемгә кәрәге бар инде уларҙың? – тип уның тәҡдимен ситкә ҡаҡтым.
- Миңә кәрәк, беләһеңме?! – тип кинәт һәм ҡаты итеп бүлдерҙе ул, – мин бит һаман да кемдең дә булһа ҡулымды ҡыҫып: “Рәхмәт, иптәш лейтенант”, – тип әйтеүен көтәм. Яуҙаштарымдың артына йәшеренмәй уларҙың ғүмерен һаҡлап алып ҡалыуым, кәрәк саҡта уйлап та тормайынса пуля аҫтына инеүем хаҡында телгә алһындар. Сәскәләр ҙә, тантаналы телмәр ҙә, льготалар ҙа, аҡса ла кәрәк түгел. Иң мөһиме, миңә 22 йәшемдә юҡҡа ғына ғәрип булып ҡалмауымды, һөйгән ҡыҙымды һәм хыялымды буштан-бушҡа юғалтмауымды әйтһендәр, аңлатһындар, артабан нисек йәшәргә икәнлеген аңғартһындар. Бәлки, китабыңда беҙҙең әле иҫән булыуыбыҙ хаҡында әйтеп бирерһең, ә?!
Уға ҡарап, яҙмыштың рәхимһеҙлеге хаҡында уйландым. Хәҙер ул подполковник дәрәжәһен алыр, һөйгән ҡыҙына өйләнер, ғаиләһендә итәк тулы балалар үҫер, ә үҙе ботальон, ә бәлки полк менән етәкселек итер ине бит. Быларҙың һәммәһенән дә мәхрүм ул, үҫмерлек хыялы тормошҡа ашмаған, бәхетле булырға ла өлгөрмәгән. Әлбиттә, һөнәр һайлағанда, үҙенең ғәрипләнә алыуы хаҡында ғына түгел, хатта үлемгә дусар ителеү ихтималлығын да аңлағандыр. Әммә беҙ ул саҡта был турала уйламаныҡ, тормоштоң матурлығына һәм яҡты киләсәккә ышандыҡ. Үҙеңде алдан уҡ насарлыҡҡа әҙерләргә ярамай бит. Һәм ошондай хәлгә тарығас, яныңда аңлай, ярҙам ҡулы һуҙа алырҙай кешеләрҙең булмауы ла ихтимал. Ә яңғыҙ ҡалған осраҡта хатта көслөләр ҙә һына.
Шул саҡта минең поезд хаҡында хәбәр иттеләр. Лейтенант яуҙашын вагонға тиклем оҙатырға булды. Беҙ өндәшмәй генә перронға сыҡтыҡ һәм тәмәке ҡабыҙҙыҡ.
- Тотош донъяға асыулы был, тип уйлама, – лейтенант аҡланырға тотондо, – бер мәсьәләне хәл итергә генә теләгәйнем. Протезым ҡыйралып төшөп килә, аяғымды ҡанһыратҡансы өйкәй. Ошо ҡәһәр һуҡҡыр ағасты бушҡа алыштырырға була тигәйнеләр, бары тик документтар йыйырға ғына кәрәк. Хәҙер ай самаһы инде справкалар, йүнәлтмәләр туплар өсөн табиптар, төрлө учреждениелар, кабинеттар буйлап йөрөйөм. Ҡағыҙ өҫтөнә ҡағыҙ талап ителеүен үҙең дә беләһең бит. Ҡыҫҡаһы, тотош бер бухгалтерия йәйелдергәндәр, – тип көлөмһөрәне ул. Әммә миңә шуныһы аңлашылмай: ниңә әле беҙ шул ҡағыҙҙар аша уларҙың үҙ бурыстарын дөрөҫ һәм законға ярашлы үтәүен иҫбатлайбыҙ? Аҡлау документтарын ни өсөн беҙ йыйырға тейеш? Ә тегеләр, ҡағыҙҙарҙы папкаларына беркетеп ҡуйыу менән генә сикләнеп, тәндәрен йомшаҡ ҡәнәфиҙәренән айыра алмайынса ултыра бирә. Кемгә кәрәк, шул йүгерһен, имеш. Һәм мин йүгерҙем дә. Мәсьәләне тулыһынса хәл итә алманым, әммә эш унда түгел, – тине ул тәмәкеһен һурып.
- Шулай ҙа күпте аңланым, – тип дауам итте, төтөндө кире сығарып, әйтәйек, етәксе кеше быға тиклем үҙ бурысы тип иҫәпләнмәгән, һәм иң мөһиме, күрһәтмәһе булмағанлыҡтан нисек хәл ителергә тейешлеге аңлашылмаған яңы проблемаға юлыҡһа, миңрәүләнә, тиҙ үк ярһый. Һәм быны нисек кенә йәшерергә тырышһа ла булдыра алмай, – тип асышы менән бүлеште ул. – Бында инде һораныусы ҡиәфәтенә инеп, сабыр ғына уның рәхимлеген көтөргә ҡала. Ә мин булдыра алманым, – ул йәнә тәмәке төтөнөн уртланы. Шунда бармаҡтары ҡалтырауын абайланым.
- Бөгөн иртә менән, сираттағы справка артынан йүнәлгәндә, бүлмәләрҙе бутағанмын, ахыры, – ул йәнә көлөмһөрәп ҡуйҙы һәм төпсөгөн сүп һаутына ырғытты. – Кабинеттағылар миңә уларҙан нимә кәрәклеген аңлай алмағас, барлыҡ ҡағыҙҙарымды алдарына йәйеп һалырға, льготаға хоҡуҡты дәлилләүсе инвалид таныҡлығын килтереп сығарырға тура килде. Һис ни талап итмәнем, был мәсьәләне артабан нисек хәл итергә кәрәклеген әйтеп биреүҙәрен теләнем. Аңлаттылар. Баҡтиһәң, минең бөтөнләй хоҡуҡтарым ҡалмаған. Дарыуҙар менән тәьмин ителеүҙән баш тартып, әлеге льготаны аҡсалата алғас, түләүһеҙ протез тейеш түгел икән. Беләһеңме, шик белдерҙем, асыуландым, ни ҙә булһа иҫбат итергә тырыштым. Ҡырҡыу һөйләшеп, рәнйеткәнмендер инде. Берәүһе түҙмәне, шундай асыу менән: “Һине һуғышҡа мин алып барып индермәгән әле, кем ебәргән, шул хәл итһен”, – тип йөҙөмә бәреп әйтте. Ауыр булһа ла, өндәшмәнем, һүҙһеҙ генә тороп сығып киттем. Хатта нисек вокзалға килеп эләгеүемде лә хәтерләмәйем.
Уға нимә тип яуап ҡайтарырға ла белмәнем. Бындайҙы ишетергә тура килгәне бар ине. Сираттағы тәмәкемде сығарҙым да нисек тоҡандырырға белмәй туҡтап ҡалдым. Ул ҡабыҙғысы менән һыҙып ебәрҙе һәм мин тәрән тын алып, әсе төтөн йоттом. Әммә тынысланырлыҡ хәлдә түгел инем.
- Һин яуап бирмәнең бит, – тип хәүефле тауыш менән һорап ҡуйҙым, – ҡайҙа юл тотоуың?
- Новороссийскийға китеп барам, дуҫтарым янына, дивизияға, – тине ул. – Курсташтарым шунда, улар хәҙер комбат инде, күптән саҡыралар. Шулай, десантсылар үҙҙәренекен ташламай. Һаҡлау фирмаһында эш вәғәҙә итәләр. Унда үҙебеҙҙекеләр генә. Ә мин ошоғаса ҡарар ҡабул итә алмай яфаландым. Башта ауырыу әсәйемде ҡалдырып китергә теләмәнем. Ул ике йыл элек мәрхүмә булды. Һуңынан аяуһыҙ эстем… Бөгөн, ниһайәт, бында үҙемде башҡаса бер ни ҙә тотмауын аңланым. Минең юҡлығымды һиҙмәҫтәр ҙә. Костяның ғына кәйефе ҡырылыр инде.
- Билет алғанһыңмы, ҡасан ҡуҙғалаһың? – тип һораным.
- Юл ыңғай осраған электричкаларҙа барып етергә иҫәп тотам. Бушлай йөрөргә хоҡуғым бар, һанап ҡуйҙым инде – 4 элекртичка һәм мин Новороссийскийҙа, ә унда – диңгеҙ, йылы һауа һәм дуҫтарым. Борсолма, аҡсам бар, яңыраҡ пенсия алғайным, – янсыҡ тотҡан ҡулымды һаҡ ҡына этеп ҡуйҙы.
Шул саҡ поезд килде. Телефон номерын яҙып ҡалдырырға теләп, ашығып ручка эҙләргә керештем. Был тын станцияла поезд 3 минут ҡына торҙо, беҙ ҡабалан ғына хушлаштыҡ, мин үҙ вагоныма ашыҡтым. Тамбурға менеп баҫҡас, шылтыратырһың, тип ҡысҡырҙым. Ул ҡапыл көлә-көлә вагон артынан һылтыҡланы һәм ҡысҡырып ебәрҙе: “Мин иҫләнем, иптәш подполковник, госпиталдәге һалдаттар һеҙҙе “дядя Миша” тип йөрөттө!” Был мәлдә поезд ҡуҙғалып киткәйне инде. Проводница ишекте япты, артта станция фонарҙары йымылдаша, поезд тиҙлеген арттырҙы.

***

Серемгә киткән юлдаштарға ҡамасауламаҫҡа тырышып, тынсыу купеға үттем дә тауыш-тынһыҙ ғына өҫкө ҡатҡа үрмәләнем. Арманһыҙ булып арығайным, шуға ла йоҡларға иҫәп бар ине, әммә булдыра алманым. Күҙ алдында Сашка баҫып тик торҙо. Уның вагон артынан һылтыҡлауы, ҡул болғауы һәм йылмайыуы иҫкә төштө. Һәм мин хәтер йомғағын һүтергә тотондом. Лейтенант, хәрби госпиталь, ул саҡта янда булған башҡа кешеләр бер-береһенә тағылышып, аңымда терелә барҙы.
…Яҙмыш беҙҙе Владикавказ горнизоны хәрби госпиталендә осраштырҙы. Аяғы ампутацияланған лейтенант-десантсы өндәшмәй генә түбәгә текләп ятыуын белде. Барлыҡ һорауҙарға ла икеле, ҡыҫҡа яуап ҡайтарҙы, күҙҙәрен йәшерҙе. Төндәрен шым ғына ыңғырашыуын, уфтаныуын ишеткәнем булды. Малай ғына бит әле, мәкәтптән һәм хәрби училищенан башҡа бер ни ҙә күрмәгән. Әммә ул һуғышта башынан үткәргәндәр ябай кешенең төшөнә лә инмәҫ. Миңә ҡалһа, меҫкен ҡиәфәтле, ябыҡ кәүҙәле лейтенантты тән йәрәхәттәренән бигерәк күңел яраһы тынысһыҙлай, ғазапландыра ине.
Бер көндө иртә менән йәрәхәтләнгән аяғын яңынан бәйләү өсөн уны процедуралар бүлмәһенә алып киттеләр. Шунда уҡ йәш кенә шәфҡәт туташтары – урындағы медицина училищеһы практиканттары инеп, бушап ҡалған карауаттағы түшәк кәрәк-яраҡтарын алмаштырырға тотондо, һәм ҡапыл берәүһе ғәжәпләнеүенән ҡысҡырып ебәрҙе – ул әле генә һалдырған мендәр тышынан фото киҫәктәре ҡойолоп төшкәйне. Һылыуҡай сүкәйеп ултырҙы, уға икенсеһе лә эйәрҙе, бергәләшеп, сибәр генә ҡыҙҙың һүрәте пәйҙә булғансы ҡағыҙ киҫәктәрен пазлдар урынына тегендә-бында күсереп йөрөттөләр.
Шәфҡәт туташтары ни ҡылырға белмәй юғалып ҡалды. Йәш кенәләр әле. Тойғоларын йәшерергә өйрәнмәгәндәр. Йөҙҙәрендә өҙөлгән һөйөү һәм һуғыш тарафынан селпәрәмә килгән яҙмыш өсөн хафаланыу хисе барлыҡҡа килде.
Фотолағы ҡыҙҙың үҙҙәренең герой-десантсыһын кире ҡағыуын аңдарына һыйҙыра алмай ине улар. Тимәк, егет үҙе мөхәббәттән баш тартҡан.
Йәш-йәш кенә шәфҡәт туташтарының уның матур һәм ҡыйыу йөҙөнә һоҡланып бағыуҙарына һәм шул уҡ ваҡытта уңайһыҙлыҡ кисереп, йәшерен генә уфтаныуҙарына иғтибар иткәнем булды. Күҙҙәрендә яҡты һөйөү хаҡында хыял сағыла ине уларҙың. Тик лейтенант ҡына ҡыҙыҡһыныусан ҡараштарҙы ла, ҡыҙҙарҙың ғишыҡ тотоуҙарын да күрмәне, бар нәмәгә битараф ҡалып, үҙ кисерештәренә һәм һыҙланыуҙарына йомолдо. Бына хәҙер шәфҡәт туташтары ҡыҙҙың рәсеменә текләп юғалып ҡалған.
Шул мәлде ишек асылып китте, палатаға йөҙөндә ризаһыҙлыҡ сатҡылары һиҙелгән өлкән шәфҡәт туташы килеп инде.
- Бында нимә эшләп ултыраһығыҙ, ҡабул итеү бүлегенә йүгерегеҙ! – тип ҡаты ғына бойорҙо һәм бер аҙ йомшарып, Ханҡалынан яралыларҙы килтереүҙәрен хәбәр итте. Тағы ла ниҙер әйтергә уҡталғайны ла, иҙәндәге киҫкеләнгән фотоны күреп, тынып ҡалды.
- Ҡайҙа алып киттеләр уны? – тип һораным буш карауатҡа күрһәтеп.
- Интенсив терапия палатаһына, температураһы күтәрелде, яралары ҡанһырай… – өлкән шәфҡәт туташы ҡабалан ғына яуап бирҙе лә палатанан сығып та китте.

Ҡыҙҙар ашыҡ-бошоҡ фото киҫәктәрен йыйып алды ла уның артынан ашыҡты. Өлкән шәфҡәт туташының тыныс әммә көслө тауышы коридорҙа ығы-зығы тыуҙырҙы. Ишектәр шаҡылданы, нимәнелер төшөрөп ебәрҙеләр, кемдер һуҡранды… Бер аҙҙан ҡапыл ғына тынып ҡалдылар. Барыһы ла ҡабул итеү бүлегенә юлланды.

***

Ике аҙна элек үҙемде лә шулай уҡ Ханҡалынан алып килеүҙәрен хәтергә төшөрҙөм. Ми-8 вертолеты Шалхиҙан алыҫ булмаған ергә ултырҙы. Ауыр йәрәхәтлеләрҙе санитар УАЗиктарға тейәгән арала Казбекты күҙҙән уҙғарҙым. Уны болоттар уратып алған. “Казбек папаха кейгән – ямғыр яуасаҡ” тинем, элекке осетин һынамышын иҫкә төшөрөп.
Көҙгө йылы ҡояш нурҙары иркәләй, шуға ла ямғыр йәки ҡар яуасағына ышанғы килмәй. Хикмәтле атамаларын хәтергә төшөрөргә тырышып, Владикавказ өҫтөнә һалынып төшкән түбәләрҙе байҡаным. Бынауындағы, әллә ни алыҫ һәм үтә бейек булмаған ҡуйы урман менән ҡапланған тауҙар “Сапицкая будка” исемен йөрөтә, улар артында, бер аҙ уңдараҡ – Яланғас тау, арыраҡ Фетхуз, Арау-хох ҡарайып ята, һулдараҡ тип-тигеҙ түбәле Өҫтәл тауы. Унан һуң Мальчеч-корт булырға тейеш, әммә ул бынан күренмәй. Шунда уҡ Дарьяльск тарлауығын иңләп Терек йылғаһы аға, уны буйлатып артылыш һәм үткәүелдәр аша данлыҡлы Хәрби-грузин юлы үтә. Шул тирәлә барлыҡ ерҙәрҙе берләштереүсе Сосланды үҙенә ғашиҡ иткән грузин батшабикәһе Тамараның емерек һарайы ята.
Уларҙан алыҫ түгел бәләкәй сиркәү булған тиҙәр, хәҙер уны тергеҙгәндәрҙер, моғайын, юлаусылар унда доға менән Уастырджиға мөрәжәғәт итә алған – осетиндар үҙҙәренең изге Григорийын шулай атай. Терек артындағы боролошта – ҡаяла уйып яһалған немец ғәскәрен туҡтатыусы дот амбразуралары. Ярһыу Терек иһә юл буйына шаулап, гөрләп оҙатып бара. Ә Казбек бөтәһенән дә бейегерәк, әле ул болот менән ҡапланған. Эйе, Пушкин, Лермонтов һәм Толстой тарафынан данланған Кавказ был.
Владикавказда күп тапҡырҙар булырға тура килһә лә, зәңгәр тауҙарға һоҡланып туя алманым. Кавказ халҡының ҡунаҡсыллығы, доғаларға оҡшаш оҙон тостары, осетин дуҫтар һәм уларҙың телеңде йоторлоҡ бәлештәре күптән инде йөрәгемде әсир ҡылған. Бында һүҙ һәр саҡ тәрән мәғәнәгә эйә. Уйлап ҡына һөйләйҙәр. Сөнки һәммәһе лә әйткәндәре өсөн намыҫ менән яуап бирергә кәрәклеген белә. Кавказ кешеләрҙе әҙәплелеккә һәм итәғәтлелеккә өйрәтә. Нисек ҡаршылар мине бөгөн Владикавказ? Бында һуғыш йәрәхәттәре менән килермен тип уйлағаным булманы бит.
Ҡабул итеү бүлегендә беҙҙе көтәләр ине инде. Табиптар артыҡ ашыҡмайынса тыныс ҡына йәрәхәтлеләрҙе ҡарап сыға һәм бүлектәргә тәғәйенләй. Ыҫмала һымаҡ сөм-ҡара шыма сәстәрен ҡаты төйөнгә урап, уны ап-аҡ башлыҡ менән ҡаплаған сибәр осетин ҡатыны миңә йылмайып ҡараны ла янындағы ултырғысҡа саҡырҙы. Градусник алып бирҙе, ҡан баҫымын үлсәне һәм ауырыу тарихын тултыра башланы.
- Дәрәжәгеҙ, исем-фамилияғыҙ, биләгән вазифағыҙ, хеҙмәт урынығыҙ? – һиҙелер-һиҙелмәҫ акцент менән ул минән шуларҙы һораны.
Фамилиямды атағас, ҡапыл йөҙө үҙгәреп китеүен, миңә тиҙ-тиҙ генә хафалы ҡараш ташлауын тойҙом, исемемдең Мәхмүт булыуын әйткәс, һиҫкәнеп үк китте, шомланып баҡты. Бының сәбәбен шунда уҡ аңланым.
- Ҡурҡмағыҙ, башҡорт мин, ингуш түгел, – тинем уны тынысландырырға тырышып. Ябыҡҡанмын, мыйыҡ үҫеп киткән, битемде ҡуйы ҡара шырт ҡаплаған. Бындай ҡиәфәттә мин ысынлап та тау кешеһенә оҡшап тора инем.
- Исемегеҙ ҡайһылай ҡурҡыныс, – тип бышылдап ҡына өндәште осетин ҡатыны һәм, башын түбән эйеп, ашыға-ашыға ауырыу тарихына ниҙер яҙа башланы.
Эйе, 1992 йыл осетиндарҙы һәм ингуштарҙы комендант райондары менән блокпостарға айырҙы. Ә бит күптән түгел генә йән күршеләр булып йәшәйҙәр ине! Кешеләр менән хәҙер ҡан дошманлыҡ ҡанундары хаҡимлыҡ итә, нәҡ ошо күренеш бындағы тормошто билдәләй. Бер ниндәй көс тә улар араһындағы элекке мөнәсәбәтте тергеҙә, йөрәктәрен йомшарта алмай. Нәфрәт һәм ҡурҡыу был халыҡ вәкилдәрен оҙаҡ йылдарға айырҙы. Шуға ла ҡатындың әлеге ҡыланышын аңларға мөмкин. Тимәк, ҡайғы уны ла урап үтмәгән.
Үҙе хаҡында нимәләр уйлауымды тойоптор инде, ул башын ҡалҡытты, һәм килеп тыуған уңайһыҙ хәлде йомшартырға теләп, аҡланырға кереште: “Мин, мин… мин һеҙҙе ниндәй матур егет тип торам. Шулай ҙа исемегеҙ ҡурҡыныс!” – тип бышылданы. Түҙмәнем, көлөп ебәрҙем.
Уға тамсы ла үпкәләмәнем, киреһенсә, мине егет тип атауы күңелемә май булып ятты, ә бит үҙемә 34 йәш. Хәрби кеше өсөн аҙ түгел. Етмәһә, подполковник дәрәжәһендә булыуым, даими яуаплы хеҙмәт күптән инде үҙемде йәш итеп тойорға мөмкинлек бирмәй.
- Бына бит ауырыу кешене нимә эшләтә! – тинем йылмайып. – Бер нисә йылға йәшерәк күренеү өсөн тән температураһының күтәрелеүе генә кәрәк икән.
Һуңынан шым ғына өҫтәп ҡуйҙым:
- Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған улының хөрмәтенә тип был исемде миңә өләсәйем ҡушҡан.
Ул тағы ла нығыраҡ уңайһыҙланды, ғәфү үтенде һәм башҡа ауырыуҙар янына китте.
Кешене милләтенә, диненә ҡарап айырыу һәр ваҡыт күңелдә ауыр тойғо ҡалдыра, бигерәк тә 60-сы йылдарҙа тыуып, интернационализм һәм атеизм рухында тәрбиәләнеүсе беҙҙең быуын вәкилдәре өсөн аңға һыймаҫлыҡ күренеш был. Милләт-ара мәнфәғәттәр сәйәси мәсьәләләрҙән өҫтөнөрәк тойолған һуғышта ҡатнашыуыбыҙға әле булһа ышана алмайбыҙ. Ысынында, Кавказдағы конфликттың билдәле бер шарттарҙа граждандар һуғышына әүерелеп, тотош ил буйлап тарала алыуын, күптән түгел генә идара итеүҙең иҫке системаһынан баш тартып, яңы демократик йәмғиәт төҙөргә тырышыусы дәүләттең тарҡалыуына килтереү ихтималлығын аңлай инем. Был этапта яңы властың сәйәси дошмандары етерлек бит. Һәм, һәр ваҡыттағыса, властағылар өсөн ябай халыҡтың яҙмышы бер ни тормай. Граждандар һуғышын туҡтатыу мөһимлеген аңлау ошо аяуһыҙ бәрелештә ҡатнашыуымды аҡлай кеүек. Әлбиттә, ни бысағыма һуң миңә былар, тигән һорау ҙа тыуа ине. Уны минһеҙ ҙә хәл итә алалалар бит. Ҡайҙалыр, алыҫта, миллионлаған кеше, имен тормошта, бында барған ваҡиғаларҙы ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтеп, был мәхшәрҙең үҙҙәренә бер ҡасан да барып ҡағылмаясағына ышанып йәшәүен дауам итә лә һуң…
Мин иһә 93-сө йылда үҙ юлымды һайланым, Мәскәүҙә хәрби академияны тамамлағандан һуң, хеҙмәтемде дауам итергә тигән ҡарарға килгәс, Төньяҡ Кавказға тәғәйенләнеү алдым.
Кисерештәремде яныма килгән шәфҡәт туташы бүлдерҙе. Ул мине үлсәүгә баҫтырҙы, һуңынан ниңәлер буйымды билдәләүҙе кәрәкле тип тапты, ниһайәт градусникты алды һәм температураның 40-тан үтеүен күргәс, артына ултыра яҙҙы. Унан иһә мине ипләп кенә кушеткаға урынлаштырҙы ла табип саҡырырға йүгерҙе. Аңымды юғалта барыуға ҡарамаҫтан, йыбанып ҡына фекерҙәремде дауам иттем, баштан, командировка осоронда 17 килоға ябыҡтым, ҡыҙыҡ, нисә йылға йәшәрҙем икән, тигән уй йүгерҙе. Ахырыһы, һаташа башлағанмындыр.
Ҡапыл бөтәһе лә минең янда йүгерешергә кереште, укол ҡаҙанылар, носилка тәҡдим иттеләр. Хәлһеҙ булһам да уныһынан баш тарттым, эренле хирургия бүлегенә үҙ аяҡтарымда барып еттем. “Мине йөккә әйләндергәнсе әле…” Үҙ алдыма шулай тигән булдым.
Өс көн биҙгәк тотоп, һаташып яттым. Төнөнә бер нисә тапҡыр лысма һыу булған госпиталь күлдәген, түшәк кәрәк-яраҡтарын алмаштырыуҙары, укол яһауҙары хәтерҙә. Иртәнсәк операция бүлмәһенә килтерҙеләр, унда йәш хирург урындағы анестезия аҫтында ярамды таҙартты, ҡулымдағы ярсыҡтарҙы ала-ала пуляның гуманлылығы хаҡында һүҙ йөрөттө.
Пуля ярсыҡтарға ҡарағанда күпкә мәрхәмәтлерәк, – тине ул шәфҡәт туташына, үҙе ваҡыты-ваҡыты менән фекерҙәрен туҡтатып, теге йәки был хирургия ҡорамалдарын һораштырҙы. – Әлбиттә, кешене иҫән ҡалдырһа тим инде, ғәҙәттә яра инфекцияһыҙ, таҙа була. Беләһеңме, үҙ тәжрибәмдә шундай йәрәхәттәр күрҙем, хатта пуля йөрәк тәңгәленән күкрәк ҡыуышлығын тишеп үткәс, үҙенең миһырбанлығы менәндер инде, ҡапыл ғына йүнәлешен үҙгәртә һәм йәшәү өсөн мөһим булған бер ағзаға ла теймәйенсә ҡабаттан атылып сыға. Ауырыу иһә 2 аҙна дауаланғандан һуң тулыһынса һауыға. Ә бында остоҡ ҡына ярсыҡтар кешене ҡулһыҙ ҡалдыра яҙған. Хәҙер бөтәһен дә таҙарттыҡ, – тип эшен тамамланы ул.
Иртәгәһенә еңеллек тойҙом. Башым асыҡ ине. Тиҙ үк дауаларҙар һәм тиҙҙән йәнә сафта булырмын тигән ышаныс барлыҡҡа килде. Ниһайәт, палаталағы кешеләрҙе лә күрә башланым. Күрше карауатта ятҡан лейтенант-десантсы менән шунда таныштым да инде. Исеме – Александр. Хәҙер ул интенсив терапия палатаһында.
Иртә һайын бүлектә ҡара матәм кейемендәге әбейҙәр күренә. Улар бында алма һәм осетин бәлештәрен тотоп килә. Шәфҡәт туташтарына палаталарҙы тәртипкә килтерергә ярҙам итәләр. Ауыр йәрәхәтлеләрҙе ҡарашалар. Эштәре тамамланғас, ауырыуҙар янында ултырып, шым ғына доға ҡылалар.
Был әбекәйҙәр Бөйөк Ватан һуғышы осоронда йәш кенә булған, бәлки шул саҡта ла эвакуация госпиталдәрендәге яралыларҙы тәрбиәләгәндәрҙер, тип уйланым.
Бер мәлде уларҙың ҡайһыһылыр минең карауат янындағы тумбочкаға алма һәм бәлеш менән бергә изге Григорий төшөрөлгән тәре һалған. Мин рәхмәтемде еткерҙем һәм, уны үпкәләтмәҫкә тырышып, тыйнаҡ ҡына тәренән баш тарттым.
- Мосолман кешеһе мин, әбекәй, быныһын миңә ҡарағанда күберәк файҙаһы тейерҙәй башҡа берәүгә бирегеҙ.
Әбей миңә текләп ҡараны ла тыныс ҡына яуапланы:
- Аллаһ бөтәһе өсөн дә берәү ул, улым, ә изге Уастырджи ғәҙелдәрҙең һаҡсыһы. Осетиндар араһында ла мосолмандар бар, һәр кемдең үҙ юлы. Аллаһҡа илтер һуҡмаҡты һәр кем үҙе һайлай.
Шунда, бәлки уның һүҙҙәрендә халыҡтарҙы берләштерер һәм һуғышты туҡтатыр хәҡиҡәт яталыр, тигән фекергә килдем.
Кискеһен осетин бәлешенең ҡалған яртыһы менән әлеге тәрене тотоп, интенсив терапия палатаһынлағы лейтенантҡа килдем. Бынан ары кис һайын уның янына барып, оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырыр булдым.

***

Лейтенантты интенсив терапия бүлегенә күсергәндән һуң палатала икәү генә ҡалдыҡ. Күршем – капитан, 131-се рота – нәҡ теге фажиғәле рәүештә батырҙарса һәләк булған бригада командиры. Бәхете бар икән. Грозныйҙағы яңы йыл көнөндәге “ит турағыс”тан йәрәхәтләнеп, әммә иҫән килеш сыҡҡан. Шулай ҙа һуғышта күргән-кисергәндәре эҙһеҙ үтмәгән – әле уны ашҡаҙан сей яраһы яфалай. Бына ул, йонсоған, хәлһеҙләнгән ҡиәфәттә, йөҙө ағарып, тамыҙғыс аҫтында ята.
Уның менән хеҙмәт эштәре буйынса осрашҡан булып сыҡтыҡ.
- Барыбер иҫегеҙгә төшөрә алмаҫһығыҙ, юҡҡа тырышмағыҙ, иптәш подполковник, – тине ул хәлһеҙ тауыш менән күрешеү шарттарын күҙ алдына килтерергә тырышыуымды бүлдереп.
- Был хәл һуғышҡа тиклем булды. Ул саҡта мин взвод командиры итеп тәғәйенләнгәйнем, 90 килограмм самаһы тартҡанмындыр, буйға ла оҙонораҡ инем шикелле, – тип шаяртып маташты ул. – Һеҙ иһә ҡарауылдарҙы тикшерә торғайнығыҙ, ә мин – ҡарауыл етәксеһе, – тип шым ғына дауам итте, – оҙайлы һәм ныҡышмалы рәүештә горнизон ҡарауыл хеҙмәте уставтары буйынса белемем менән ҡыҙыҡһындығыҙ. Мин хатта штаб округы етәксеһе директиваһына эләгеүҙән ҡурҡтым, ул саҡта карьера юҡҡа сығасаҡ ине бит. Үтә талапсан булдығыҙ. Әммә барыһы ла яҡшы тамамланды. Минең ҡарауылды һеҙ яҡшы яҡтан билдәләнегеҙ. Бының өсөн комбригтан рәхмәт хаты ла алдым әле, – тип йылмайҙы ул.
- Полковник Савин Иван Алексеевичтан, – тип йәнләнеп киттем, – миңә уның менән аралашыу бәхете тейҙе, һәйбәт кеше ине, аҡыллы офицер.
Полковник Савин 1995 йылдың тәүге көнөндә һәләк булды. Намыҫына тап төшөрмәне. Үрге штабтарҙа тороусыларҙың күпселеге үҙҙәренең операцияны планлаштырыуҙағы хаталары өсөн яуаплылыҡты уның иңенә күсереп һалырға маташты. Юғалтыуҙар иҫ киткес ҙур булды һәм бының өсөн кемдер яуап бирергә тейеш ине бит. Һуңынан уның 300 кешене тәшкил иткән йыйылма отрядына ҡаршы 3,5 меңдән ашыу боевиктарҙан, 50 ҡорал һәм танктан 300 гранатометчиктан торған көслө берләшмә эш итеүе билдәле булды. [1]
Дошмандың ун тапҡыр көслөрәк икәнлеген иҫәпләп сығарыуы ауыр түгел. Ҡала урамдарында бригаданың яу техникаһынан файҙа булмай, улар алыштың тәүге сәғәттәрендә үк юҡ ителә.
Әле иһә, Сергей – шул ҡурҡыныс бәрелештең шаһиты, янда саҡта уға үҙемде борсоған һорауҙарҙы бирергә тейеш инем.
Уға, әлбиттә, 1995 йылдың 1 ғинуарына ҡағылышлы ҡот осҡос ваҡиғаларға әйләнеп ҡайтыуы еңел түгел ине. Был аңлашыла ла, ни сама яуҙаштарын юғалтырға тура килгән бит. Әммә был мәхшәр хаҡында хәтирәләрҙән ҡотола алмай, улар һәр ваҡыт күңелендә йәшәй, яйлап көсөн һурып ала. Капитан өнһөҙ генә ҡайғыра. Нисек кенә ауыр булмаһын, уға шул төйөрҙө сисергә, ауыр йөктән арынырға кәрәк ине.
- Комбригты һуңғы тапҡыр 1 ғинуар көндө кисен күрҙем. Ике тапҡыр йәрәхәтләнһә лә, аяҡтарында баҫып тора ине әле, – тип көскә һүҙҙәр табып һөйләй башланы капитан. – Шунда ул ҡамауҙы йырып сығырға бойорҙо. Ҡалған боеприпастарҙы һәм кешеләрҙе йыйҙыҡ та киттек…
Ул ҡапыл тынып ҡалды һәм күҙҙәрен йомдо. Йөҙө тағы ла нығыраҡ ағарҙы. Нервылары ҡуҙғыуҙан керпектәре тартышты, тығыҙ итеп ҡыҫылған тештәре аша әкрен генә ыңғырашыуын ишеттем.
Янына эйелдем һәм һаҡ ҡына яурынына ҡағылдым.
- Сергей, һин нисек? Бәлки шәфҡәт туташын саҡырырғалыр? – тип шым ғына һораным.
- Кәрәкмәй, хәҙер үтә ул, – тип ҡаршы төштө ул һәм башын сайҡап ҡуйҙы. – Эсергә бирһәң, яҡшыраҡ булыр ине.
Ҡабалана-ҡабалана графиндан һыу ҡойоп алдым да, һаҡ ҡына башын күтәрә биреп, стаканды ирененә яҡын килтерҙем. Ул бер йотто ла һауытты этеп ҡуйҙы. Был турала һүҙ ҡуҙғатыуыма үкенгәйнем инде, шул саҡ ул ҡабаттан хәлһеҙ тауыш менән дауам итте:
- Беләһеңме, шул ҡәһәрле көндән һуң бер йыл самаһы ваҡыт үтте, ә мин төн һайын һалҡын тиргә батып уянам, – тип әкрен генә һөйләне ул, ваҡыты-ваҡыты менән һүҙҙәр араһындағы тынлыҡ оҙаҡҡа һуҙылды. Уның тынысһыҙланыуын күрәм.
- Һине иғтибар менән тыңлайым, – тинем уға күңелендәге уй-кисерештәрҙе асып һалырға кәрәклеген тойоп, һуңынан ултырғысымды яҡыныраҡ күсереп, карауаты янына уҡ килеп ултырҙым.
- Юҡ, ҡурҡыуҙан уянмайым, – ул миңә текләне. – Тегендә, емереклектәр араһында ҡалған һалдаттарымдың йөҙҙәре төшөмә инә. Беҙ йүгерәбеҙ һәм мин уларҙың бер-бер артлы ҡолауын күрәм. Иҫән инеләр әле. Әммә үлергә ҡалдылар. Кемгә көсөбөҙ етте, шуларҙы күтәреп сығарҙыҡ, шуға ла төп төркөмдән артта ҡалдыҡ. Яуҙаштарымды яҡлай, ғүмерҙәрен һаҡлай алманым. Төн һайын исемдәрен ҡабатлайым һәм ғәфү үтенәм. Улар малай ғына килеш күҙ алдымда тора. Береһенең дә үлгеһе килмәй ине.
Ҡамауға эләккәс, ниндәйҙер емереклектәр араһына йәшерендек. Хәтеремдә, яҡында ғына бәреп йығылған танктар яна, тирә-яҡ үлеләр менән тулған. Һуңынан ғына уларҙың беҙгә ярҙамға үтеп инергә ынтылған танк батальоны булғанлығын белдем. Һалдаттарымдың барыһы ла тиерлек йәрәхәтләнгән. Ҡоттары осҡан, өмөтһөҙлөк тулы күҙҙәре менән миңә ҡарайҙар. Уларҙы йәлләүҙән һәм хәлһеҙлегем өсөн оялыуҙан йөрәгем өҙгөләнә. Әммә бер һүҙ ҙә әйтә алманым, йылмайырға маташтым, тик уҫал сырай менән ойоған иренемде салшайтып бойорҙом: ”Гранаталарҙы әҙерләргә, яралыларҙы – уртаға, сержанттар минең янға!” Барыһы ла һиҫкәнеп ҡуйҙы, затворҙар шыҡылданы. Шул мәлдә башыма: “Беҙ иҫән әле! Мотлаҡ йырып сығырбыҙ!” – тигән уй килде. Әллә ни алыҫ булмаған автобаза биләмәһендә ҡаты алыш барыуын ишетә инем. Тимәк, унда беҙҙекеләр. Шунда үтеп инергә ҡарар иттек. Боевиктар беҙҙе көтмәгән. Ҡанға батып, бысранып, ыҫланып бөткән ҡиәфәттә ҡапыл уларҙың артында пәйҙә булғас, тегеләр йүгерергә тотондо. Яман тауыштар сығарып ҡысҡырҙыҡ, бер туҡтауһыҙ аттыҡ, ул мәлдә кешегә лә оҡшамағанбыҙҙыр.
…Сибек кенә йәш һалдатты һаман да хәтерләйем. Ул минең взводтан түгел ине. Яңғыҙын үле иптәштәре янынан табып алдыҡ. Фамилияһын да, исемен дә белмәйем. Тубыҡланған килеш әле бер, әле икенсе яҡҡа кәйелә ине, йәрәхәтләнгән булғандыр. Янынан йүгереп үтеп барышлай уны яғаһынан эләктереп, һөйрәтеп алып киттем. Хәл йыйыу һәм ҡоралды ҡайтанан ҡороу өсөн емереклектәр артында туҡтағас, егетте күҙҙән уҙғарҙым. Бронежилиеттан һерәйеп сығып торған нәҙек муйынын күргәс, ғәҙелһеҙ рәүештә ошо һуғышҡа килеп эләккән малайҙы таныным. Ҡарашы әле булһа хәтерҙә. Ул миңә йәшле һәм сараһыҙлыҡ тулы күҙҙәре менән баға ине. Уға үҙемдән алыҫ китмәҫкә бойорҙом. Беҙ йәнә йүгерҙек, өмөтһөҙләнеп ҡысҡырҙыҡ, аттыҡ, һәм бер мәлдә уның янда юҡ икәнлеген тойҙом. Боролоп ҡарағанда ул минән ун аҙым самаһы алыҫта, ватылған кирбес өйөмөнә ҡапланған килеш ята ине. Янына әйләнеп килдем…
…Малай ҡулымда йән бирҙе, һәм мин уның күҙҙәрен йомдорҙом. Үлер алдынан бер туҡтауһыҙ: “Әсәй! Әсәй!..” тип ҡысҡырҙы. Әле булһа уны йәлләүҙән йөрәгем һыҙлай. Һәләк булды әммә ҡоралын ташламаны, ә бит саҡсаһында бер патрон да ҡалмағайны. Ул ахырға саҡлы көрәште.
Капитан оҙаҡ ҡына өндәшмәй ятты. Уның эскә бата биреп торған яңағынан эре күҙ йәше тәгәрәп төштө. Ул һөйләгәндәр мине лә тетрәндергәйне. Тамаҡҡа тығылған төйөрҙө йоторға тырышып, башымды эйҙем.
- Һинең ғәйебең юҡ, капитан, – тинем ҡарлыҡҡан тауыш менән, – булдыра алғандың барыһын да эшләгәнһең…
- Төнөн Матбуғат йорто бинаһына үтеп индек, – тип оҙаҡҡа һуҙылған тынлыҡтан һуң йәнә һүҙен дауам итте ул, – унда 81-се полктың ботальоны оборона тота ине. Беләһеңме, үҙебеҙҙекеләр янына барып сыҡҡас, бер урынға ауҙыҡ та йоҡлап киттек. Әҙәмгә хас булмаған арыу баҫҡайны беҙҙе. Һуңынан инде беҙ, иҫән ҡалғандар, ҡаты һәм уҫал алыштыҡ.
Комбригтың нисек үлеүен һуңғы минутҡаса уның янында булған прапорщик Щибковтан ишеттем. Ул ваҡытҡа комбриг өс тапҡыр йәрәхәтләнгән, әммә һаман да аяғында баҫып торған. Щибков полковник Савиндың һуңғы һүҙҙәрен еткерҙе. “Әгәр иҫән ҡалһам, ул әҙәм аҡтыҡтарының барыһына ла үҙҙәре хаҡында нимә уйлауымды әйтәсәкмен”, – тигән ул. Һуңынан ҡайҙандыр граната осоп төшөп, ваҡ таштар араһында шығырлап, өйрөлә торғас, комбригтың аяғы янына тәгәрәп килеп етә һәм шартлау яңғырай. Беҙҙең командир шулай үлә.
Мәйетен яҙын ғына таптылар. Ҡарарлыҡ ере ҡалмағайны инде. Беҙ уны Буденовсктан алыҫ булмаған ерҙә урынлашҡан тыуған станцияһында ерләнек. Үҙ һалдаттарымды ла, ҡулымда йән биргән теге малайҙы ла эҙләнем. Әммә таба алманым. Танылмаған һалдат һәм офицерҙарҙың кәүҙәләре килтерелгән рефрижераторҙарҙы ла байҡаным, биш вагонды ла урап сыҡтым, әммә таба алманым. – Ул йәнә тынып ҡалды. Уның ағарған йөҙөнә, сал төшкән сәстәренә ҡараным. Ә бит капитанға ни бары 27 генә йәш ине...

***

Һуғышта ҡурҡыу хисе һәр кемдә була. Әммә ваҡытлыса ғына. Тора-бара кеше был тойғоно еңеп сыға йәки үҙен ниндәйҙер ҡотолғоһоҙ әйбәргә барып юлыҡҡандай хис итеп, уға күнеп ҡуя. Тәүге юғалтыуҙар иҫән ҡалғандарҙа ярһыу йәки киреһенсә, һәләкәткә дусар булыу тойғоһо уята. Быларҙың икеһе лә ҡурҡыуҙан ҡотолорға ярҙам итә. Һәләкәткә дусар булғандар, ҡағиҙә булараҡ, үлә. Ҡурҡыу белмәгәндәр ҙә ҡырылды әммә улар ғүмерҙәрен ҡыҙғанманы һәм герой исемдәрен яуланы. Моғайын, әҙәмдәрҙең ҡанында, генында һуғыш ҡомары йәшеренгәндер ҙә, ата-бабаларҙың тәжрибәһе булараҡ, быуындан-быуынға тапшырыла киләлер. Кешенең һуғышҡа эләгеп, уға тиҙ үк өйрәнеп китеүен нисек аңлатырға һуң, улайһа? Күпмелер ваҡыттан һуң оҫта һәм иң ҡурҡынысы, күңелле итеп һуғыша башлайҙар, әйтерһең дә, ғүмер буйы кеше үлтереү менән шөғөлләнгәндәр. Иҫән ҡалғандарҙы һуғыш бер ваҡытта ла үҙенең ҡаты тырнаҡтарынан ысҡындырмаясаҡ. Ғүмерҙәренең ахырынаса ауыр хәтирәләр яфалаясаҡ.
Ә һуғышта саҡта улар үлемдең ҡайҙалыр яҡында ғына боҫоп ҡалыуы хаҡында уйланмай ҙа. Әле малайлыҡтан да сығып өлгөрмәгән, һөйөүҙең нимә икәнен дә татып ҡарамаған йәш кенә һалдаттар үҙҙәренең был тормоштағы төп тәғәйенләнеше кеше ғүмерен ҡыйыу түгел, ә нәҫелде дауам иттереүҙә булыуын, ҡанын таҙа, һуғыш менән боҙолмаған килеш киләһе быуындарға тапшырырға тейеш икәнлеген аңларға ла өлгөрмәй ҡала.

***

Палаталағы ике йыйыштырыулы карауат был һуғыштың яңы ҡорбандарын көтә, улар, капитан билдәләүенсә, бер ваҡытта ла буш тормай.
Ике сәғәттән һуң йәрәхәтле һалдатты килтерҙеләр. Уныһы эсенә ятҡан килеш туҡтауһыҙ йылмая ине.
- Леша, – тип таныштырҙы ул үҙен, һауа десант ғәскәре лейтенанты, тип тә өҫтәп ҡуйҙы. Тере ҡалыуы өсөн ҡыуаныуын йәшермәй. Ҡысҡырып һөйләшә, яраһы әллә ни етди түгел, күрәһең.
Бер аҙҙан уның биленән табанына саҡлы ярсыҡтар менән тишкеләнгән булыуы асыҡланды. Тәненең ҡалған өлөшөн бронежилет һаҡлап ҡалған.
- Хәҙер тағы ла берәүҙе килтереп еткерәсәктәр, – тине егет. Дуҫым ул минең – Азаров, бына уның эштәре хөртөрәк, снайпер үпкәһенә тигеҙҙе, әле шыйыҡсаһын һурҙыралар.
- Ҡасан һеҙҙе былай?.. – тип ҡыҙыҡһындым.
- Кисә кис. Бер нисә көн элек позиция алдында снайпер пәйҙә булды. Кис еттеме баш ҡалҡытырға мөмкинлек бирмәй, ата-ата ла китә был. Барыһының да йәненә тейҙе. Азаров менән икебеҙгә уның кем булыуын асыҡларға бойоролғайны. Пашкаға, бронежилетыңды сисмә тип әйткәйнем дә, ә ул, тереләй аласаҡбыҙ, ҡамасаулауы бар, тип ҡаршы төшөтө. Төштән һуң киттек тегендә. Дөрөҫөрәге, шыуыштыҡ. Ә ул, хәшәрәт, иртә менән килеп ултырып, томан таралыуын көткән. Азаровҡа атып ебәреүе булды, тегеңә гранаталар ырғыттым. Бер аҙҙан носилка килтереп еткерҙеләр һәм Пашканы шунда һалып алып киттек. Етеҙерәк ҡуҙғалырға кәрәк ине. Носилканың бер башын взвод командиры урынбаҫары, мыҡты кәүҙәле әзмәүерҙәй егет тотҡан. Уның артынан саҡ-саҡ өлгөрәм. Бер нисә көн элек үк шул тирәгә тартҡылар ҡуйып сыҡҡайныҡ, сержант уларҙы һаҡ ҡына урап үтте. Азаровтың тын алыуы ауырлаша башлағас, уға ҡысҡырып уҡ ебәрҙем. Әйҙә тураға, ниңә урауҙан йөрөйһөң, йәнәһе. Шул саҡ ул сым аша атлап сыҡты ла: “Тартҡы!” тине. Ә мин алда нимә барлығын күрмәйем дә, ҡапҡандарҙы ныҡ йәшергәйнек шул, етмәһә, көҙгөһөн ҡараңғы иртә төшә, бынан тыш, носилка күренеште ҡаплай. Сержант көскә бер тартҡыны аша атлап сыҡты, һуңынан икенсеһен үтте, ә бына өсөнсөһөн өҙҙө. Шылт иткән тауышты ишеттек тә йүгерҙек. Егеттәр, ике шартлау яңғыраны, тине. Һәм бер сигнал минаһы эшләп китте. Шунда артыма ярсыҡтар йыйып алдым да инде. Әммә Пашканы ташламаным.
Түҙмәнем, көлөп ебәрҙем. Лейтенант эсенә ятҡан килеш миңә ҡушылып пырхылдай һәм һыҙланыуҙан сирыла. Капитан да йылмая.
Лейтенант Азаровты тәгәрмәсле креслола килтерҙеләр. Шәфҡәт туташы түшәкте ипләп һалғас, уға карауатҡа күсеп ятырға ярҙам итте. Ул йөҙө ағарып, ауыртыуҙан бөгөлөп үк төштө, аҡ халаттағы ҡыҙ хәстәрлекле ҡиәфәттә уны юрған менән ҡапланы.
- Шунан, хәлдәр нисек? – тип лейтенант дуҫына мөрәжәғәт итте.
- Түҙерлек, – тип ыңғырашты Азаров, – туйға тиклем төҙәлер, тинеләр. Ә һеҙ нимәгә көлөшә инегеҙ? Леша көләмәс менән һыйлаймы әллә? – тип миңә төбәп һораны егет кеше. Яуап бирергә лә өлгөрмәнем, палата ишеге асылды.
Тупһала эренле хирургия бүлегенең мөдире илле йәштәр самаһындағы тулы кәүҙәле, изге күңелле осетин кешеһе тора ине. Танауы һәм мыйығына ҡарағанда ул барлыҡ халыҡтарҙың да атаһы һаналған иптәш Сталинды хәтерләтә. Бүлектә яраталар үҙен, шаяртыуҙарына бер кем дә үпкәләмәй. Был юлы ла беҙгә ғәжәпләнеп ҡараны һәм көслө кавказ акценты менән мығырҙаны: “Нисмотря на все наши усилия ви все ище живи!” Түҙмәнек, йәнә көлөп ебәрҙек.
- Көтөп ала алмаҫһығыҙ, иптәш полковник! – тип яуапланыҡ уның был шаяртыуына.
- Кәйефегеҙ һәйбәт булыуы яҡшы, – тип күҙҙәрен ялтыратып, палатаны байҡап сыҡты ул, – күрәһең, барығыҙҙы ла ҡабаттан фронтҡа ебәрергә кәрәк булыр.
Ул ҡулдарын ыуып Азаров янына килеп ултырҙы.
- Саниструкторҙың тәжрибәле булыуы арҡаһында иҫән ҡалғанһың, – тине табип хәҙер инде етди тауыш менән, – дренажды ваҡытында ҡуйған, юғиһә, тонсоғоуың һәм бында килтереп өлгөртә алмауҙары ихтмал ине.
Бүлек мөдире яралыларҙы сиратлап ҡарап сыҡты, шым ғына нимәлер тип өндәште, үҙен оҙатып йөрөүсе табип һәм шәфҡәт туташтары ул әйткәндәрҙе тиҙ генә яҙып алды, һәм баш ҡағып ризалыҡ белдерҙе. Минең янда оҙаҡ тотҡарланманы. Аппетитым менән генә ҡыҙыҡһынды. Тән ауырлығын тергеҙергә кәңәш итте. Иртәгә һине Ростовҡа эвакуацияға оҙатам, 1602-се өлкә хәрби госпиталендә дауаланып бөтөрһөң, тине.
- Иптәш полковник, – тип ҡаршы төштөм мин, – хеҙмәттәштәргә бер аҙнанан һуң Ханҡалыға ҡайтам тип вәғәҙә иттем, әммә хәҙер инде егерме көнләп госпиталдә ваҡыт уҙғарам. Бер ҡайҙа ла бармайым.
- Яҡшы, әммә йөйҙәрҙән ҡотолғансы бында ҡалыуың хәйерле.
Ул ҡулымды ентекләп ҡарап сыҡты. Шеше ҡайтҡайны инде. Йод менән өтөлөп, иҫке саратов гармошкаһы тиреһе һымаҡ булып йыйырсыҡланып, сатнаған тән араһынан яңылары үҫеп килә ине. “Беләһеңме, Ханҡалыла тағы ла бер аҙна тотҡарланһаң, ҡулһыҙ ҡалыуың да ихтимал ине, – тине доктор һәм шунда уҡ шаяртыуға борҙо: – Шулай булғас, ҡарышма, юғиһә уны беләгеңә саҡлы киҫеп ташламауыма үкенә башлаясаҡмын.”

***

Бүлек мөдире иҫкәртеүенсә, иртә менән ауырыуҙарҙы эвакуациалау хаҡында иғлан иттеләр. Шәфҡәт туташтары теҙмәне асыҡлап палаталар буйлап йүгереште. Беҙгә инеүсе булманы. Бүлек мөдире һүҙендә торған, тимәк, мин бында ҡалам. Китеүселәр өсөн форма ташынылар, дежур шәфҡәт туташы посы янына аяҡ кейемдәрен килтереп ауҙарҙылар. Бүлектең тыныс һәм мәшәҡәтһеҙ тормошон беҙгә бығаса китаптар һәм фильмдар аша ғына таныш булған эвакуация тигән бойороҡ боҙҙо. Коридорҙа унда-бында йүгерешеүҙәр башланды, тауыштар ишетелде. Кемдәрҙер формаһын эҙләй, берәүҙәр итеген таба алмай ризаһыҙлыҡ белдерә.
Палатанан сығып, юлға әҙерләнеүселәрҙе оҙатырға булдым, күбеһе менән дуҫлашырға өлгөргәйнем, ә хәҙер улар менән хушлашҡы килмәйерәк тора. Кем белә, бәлки башҡа осрашырға ла яҙмаҫ.
Тәҙрә янында коляскала Сашка ултыра. Ул битараф рәүештә урамға баҡҡайны. Бер нисә көн рәттән ҡар яуҙы, был яҡтар өсөн көҙ уртаһында ҡар яуыуы ғәҙәти булмаған хәл. Ҡалын, еүеш ҡар ҡатламы аҫтындағы әле япраҡтары ла ҡойолмаған ағастар ергә саҡлы тиерлек бөгөлөп төшкән.
Сашка янында ҡултыҡ таяҡтары тора, ул кейенгәйне инде. Салбарының буш балағы йыйнаҡ ҡына итеп ҡыҫтырып ҡуйылған. Үҙе бер ни аңламайынса ҡулында хәҙер инде кәрәге ҡалмаған бейек ҡуныслы ботинканы әйләндерә. Янына килеп, иңенә ҡағылдым. Лейтенант тертләп китте һәм миңә битараф ҡараш ташланы.
- Һаумы! Хәлдәрең нисек? – тип иҫәнләштем.
- Һаумыһығыҙ, бына, китергә йыйынам, – тип шым ғына яуапланы ул.
- Сашка, бөтәһе лә һәйбәт булыр, – уны дәртләндерергә трыштым, – ныҡ бул, йәме!
- Бынан ары һәйбәт булмаясаҡ, – тип күңелһеҙ генә яуапланы ул. Мин юғалып, тынып ҡалдым.
Шәфҡәт туташы беҙҙең янға килеп, лейтенанттың ҡулына конверт тотторҙо ла тиҙ генә хушлашып, йүгереп китеп барҙы. Саша ашыҡмай ғына конвертты асты. Унда теге ҡыҙыҡайҙың ваҡ ҡына киҫәктәрҙән йыйылып, ҡалын ҡағыҙға йәбештерелгән фотоһүрәте ине. Тәрән йәрәхәттәр аша уға үпкәләп баҡҡан төҫлө тойолдо ул. Әммә ҡыҙҙың матурлығын ундағы йөйҙәр ҙә боҙа алмағайны. Лейтенант фотоға бик оҙаҡ текләп торҙо ла ҡәҙерләп кенә конвертҡа һалды һәм түш кеҫәһенә йәшерҙе.
Ығы-зығы дауам итте. Госпиталдә хужалыҡ эштәрен алып барыусы ҡатын ашығып бүлек мөдиренә китте, эвакуацияланғандарға кейем етешмәүенә зарланды, яралыларҙың күпселеге бысраҡ, йыртыҡ, ҡанлы формала килтерелә. Ә яңы обмундирование дауаланыу курсы тамамланып, сыҡҡан саҡта ғына бирелә, шуға ла ул ауырыуҙарҙың күбеһен, урамда һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, госпиталь пижамаһында ебәрергә мәжбүр. Ә сепрәк-сапраҡ өсөн яуаплылыҡ уның өҫтөндә, һалдаттар кейеп киткән әйберҙәр өсөн башынан һыйпамаясаҡтар, шуның өсөн хафалана.
Кәүҙәгә әллә ни ҙур булмаған һалдат юғалған аяҡ кейемен эҙләй. Шул тиклем кәйефе ҡырылған, хатта илап ебәрергә әҙер. Ул әлеге ҡатынды күреп ҡалып, ҡыуып етте лә итеген таптыра башланы: “Бәлки складта ҡалдырғанһығыҙҙыр, иғтибарлап ҡарағыҙ, һыңар аяҡлы түгелмен дә баһа!” Уның һуңғы һүҙҙәренән ишеткәс, лейтенант-десантсы һиҫкәнеп китте, ул инде үҙенә хәжәте ҡалмаған итегенә күҙ һалды һәм һалдатты янына саҡырып алды:
- Ал, туған, уның миңә кәрәге юҡ хәҙер.
Һалдат лейтенантҡа шикле ҡараш ташланы, һуңынан буш салбар балағын күреп ҡалғас, балаларса танау һыҙғыртты ла бейек ҡуныслы әрме ботинкаһын һаҡлыҡ менән генә ҡулына алды. Һәм уның ҡаршыһына ултырып, кейергә кереште.
- Мин бит дембелгә әҙерләнә инем, уны десатуранан быҡтырылған иткә алмаштырып алдым, ауылға кейеп ҡайтырмын тигәйнем, – тип мышылданы ул күн ботинкаһының бауын бәйләгәндә. Шунда һалдаттың уң ҡулында өс бармағы юҡ икәнен күреп ҡалдым, һуҡ һәм ҙуры ғына иҫән ине. Этләнеп кенә аяҡ кейемен эләктергәндән һуң бер үксәгә, бер аяҡ осона баҫып ботинкаларҙы тикшерергә кереште был, ә һуңынан оҫта ғына итеп гопакты бейеп ташланы. Йөҙө бәхеттән балҡый ине. Шунда ниһайәт, лейтенанттың да көлөп ебәреүен күрҙем.
Китергә әҙерләнеүселәрҙе сығыу урынына саҡырҙылар, бына хушлашыр мәл етте. Лейтенант йылмайҙы, беҙ ҡул ҡыҫышып, бер-беребеҙгә уңыш теләнек, һәм ун йыл үткәс мин уны ошо йылмайыуы буйынса таныным.
Тәҙрә яғына килдем һәм лейтенанттың креслонан ауыр ҡуҙғалып китеүен, ибәтәйһеҙ рәүештә ҡултыҡ таяғына таянып, көс хәл менән тәүге һикәлтәне аша атлауын күрҙем. Янында уға ярҙам итергә теләүсе һалдат урала ине.
Ҡапыл күңелде һағыш биләп алды, тамаҡҡа әсе төйөр тығылды.
Уларҙы алда нимә көтә һуң?..
Автобус яй ғына госпиталь биләмәһенән сығып китте һәм Бесланға йүнәлде, аэропортта эвакуацияланыусыларҙы самолет көтә ине.
Ауыр һулап, палатаға табан йүнәлдем һәм ишекте асҡан саҡта коридор уртаһында ултырған яңғыҙ итекте күрҙем. Нимә булды һуң әле был, тип башта үҙ күҙҙәремә үҙем ышанмай торҙом, шунда санитарканың тауышы ишетелде: “Кемдең аяҡ кейеме был? Ҡайҙа тура килде шунда ташлайҙар ҙа, һуңынан эҙләп йөрөйҙәр”, – ул ризаһыҙлыҡ белдереп оло-ҡара сепрәк менән иҙән йыуыуын дауам итте.
- Хәҙер бер кемдеке лә түгел инде, – тип яуапланым һәм палатама инеп китем.

***

Төндө йоҡоһоҙ үткәрҙем, хәтирәләрҙән арына алманым. Шулай ҙа таң атыуға ғына бер аҙ серем итеү мөмкинлеге тейҙе.
- Яҡташ, уян, килеп еттек! – купелағы күршем, күңелсәк ҡарт, туғандары менән буласаҡ осрашыуҙы көтөп сабырһыҙлана ине. Мин тәҙрәгә баҡтым, поезд яй ғына перронға яҡынлашты. Көҙгә хас булмаған йылы ҡояш нурҙары аҫтында рельстар йымылдаша. Башым шаңҡып ауырта, үҙемде Кавказда сираттағы командировкала булғандай тоям. Ошо уй менән вагондан сыҡтым да вокзал янындағы майҙан аша ҡайтыр юлға йүнәлдем. Эргә-тирәләге кешеләр шау-гөр килә, ҡайҙалыр ашыға, һөйләшә, ҡысҡырып көлөшә. Ә миңә һуғыш һаман да дауам итә төҫлө тойола. Әле генә шунан ҡайтып төшкәнмен, тиерһең. Эйе, һуғыш тамамланмаған. Сөнки капитан Грозныйҙа һәләк булған теге малайҙы таба алмаған, ул ерләнмәгән, аяҡһыҙ ҡалған лейтенант-десантсы әле булһа хаҡлыҡ өсөн көрәште дауам итә, юғалған награда геройын көтә. Кешеләр иртә һайын ошолай мәғәнәһеҙ рәүештә үҙ эштәре буйынса сабышһын һәм йылы ҡояш нурҙарына ҡыуанһын өсөн улар үҙҙәрен ҡорбан итте.
Ә бәлки, һуғыш күптән тамамланғандыр, әммә уныһы беҙгә мәғлүм түгел.

Г. Ҡаһарманова тәржемәһе.Шоңҡар журналынан.

Читайте нас: