Рауил – быуындары нығынып та етмәгән кескәй малай – кәртә-ҡуралағы бөтмәҫ эштәрҙе барланы. Тәне берсә янған, берсә өшөгән, башы түҙгеһеҙ итеп ауыртҡан бала, ҡоймаға терәлеп ял иткәндән һуң, эшен дауам итте. Инеп кенә йығылыр ине — әсәһе йәл. Сөнки ул саҡта бар эш әсәһенең өҫтөнә өйөләсәк. Рауил һуңғы көсөн йыйып эшен дауам итте. Яратҡан Ҡуңыр буғаһы ла, малайҙың хәлен аңлап, йыуатырға маташҡандай, уның битен ялап-ялап алды. Бар тәне ҡалтыраған малай диванға килеп ауҙы. Эшенә ҡабаланған әсәһе улының маңлайына ҡулын ҡуйып: “Ут һымаҡһың бит! Мин ҡайтҡансы ятып ҡына тор инде”, – тип сығып китте.
Күпмелер ваҡыттан һуң атаһының иҫерек тауышы ишетелде. Ул яңғыҙы түгел ине. “Нимәңде ҡарап ятаһың?” – тип улын дивандан алып та ырғытты. Уға эйәреп ингән әшнәһе, малайҙың ауырығанын һиҙеп, ниҙер әйтергә маташты. Тик атай кеше: “Миңә тимәһә ҡырылып бөтмәгәндәрме шунда!” – тип ҡул ғына һелтәне.
Рауилгә әсәһе ҡайтҡансы урамда йөрөргә тура килде. Ҡатын, ут кеүек янған балаһының ҡоймаға терәлеп үҙен көтөп тороуын күреп, илап ебәрҙе. Был кис Рауилды “Ашығыс ярҙам” дауаханаға алып китте. Ныҡ ҡына һыуыҡ тейҙергән балаға ике айға яҡын дауаланырға тура килде.
Дауахананан ҡайтҡан малай әсәһе менән һеңлеһенең йонсоу йөҙөнән уларға еңел түгеллеген аңланы. Хәйер, бар ҡыйынлыҡтар ғаиләгә атай йөҙөндә килә. Аталары айныҡ саҡта ла, иҫерек көйөнсә лә ҡатынын, балаларын йәберләүҙән, мыҫҡыл итеүҙән көс алғандай. Эш хаҡының бер тинен бирмәһә лә, йортонда төрлөләп аш-һыу яраштырыуҙы талап иткән ирҙең ҡайтыуын барыһы ла ҡалтырап көтә. Уның ни хәлдә, тәүлектең ҡайһы мәлендә ҡайтып инерен дә билдәләп булмай. Ағалы-һеңлеле йыш ҡына аталарының әсәһен туҡмауын ишетә. Ғәзиз кешеләрен яҡларға көстәре етмәгәндән, үҙҙәрен ғәйепле тойоп үҫә улар.
Аталарының әле бер, әле икенсе ҡатын менән сыуалыуын уларға ишеттереүселәр табылып ҡына тора. Ысынбарлыҡта, ғаиләгә быны белеү өсөн ғәйбәт һүҙҙәре лә кәрәкмәй — ир кешенең нисек хаттин ашыуынан барыһын да яҡшы аңларға була...
...Ир, судьяның үҙенә мөрәжәғәт итеүен ишетеп, һиҫкәнеп китте. “Мин һеҙҙән ҡабатлап һорайым — был кешенең атайығыҙ икәнлеген таныйһығыҙмы?”
Рауил алғы эскәмйәгә ҡунаҡлаған ҡартласҡа төбәлде. Йылдар уны йәлләмәгән. Таушалған, ҡартайған, йөҙөн мең һыр ҡаплаған. Мәйет һалҡынлығы өргән ҡараштар ғына шул килеш. “Эйе, үкенескә, оло бәхетһеҙлеккә күрә, был кеше минең атайым булып сыға...”
...Аталары уларҙы ташлап киткән көн Рауилдың хәтерендә иң бәхетле мәл булып уйылып ҡалды. Ир, юлға аҡса кәрәклеген белдереп, кәңәшләшеп тә тормайынса, ғаиләнең күҙ терәп торған Ҡуңыр буғаһын һуйып һатты. Әсәләренең яңы уҡыу йылына балаларын кейендерергә тип йыйып барған аҡсаһын тартып алды. Бының менән генә сикләнмәй, аш һыу бүлмәһендәге бар һауыт-һабаны онтаны, ултырғыстарҙы емерҙе.
Тағы нимә эшләргә белмәй ярһып йөрөгән ир бер урында ҡатып ҡалған ҡатынының алдына килеп баҫты. “Мин юҡта рәхәтләнеп йәшәрмен тип уйлама!” — тип ыҫылданы ул һәм ҡапыл уның башын стенаға ҡуша һуҡты. Аңын юғалтып, иҙәнгә шыуып төшкән әсәләрен килеп ҡосаҡлаған улы менән ҡыҙын икеһен ике яҡҡа осора һуғып сығып китте ул йорттан. Шуға ҡарамаҫтан, Рауил өсөн ул иң бәхетле көн булды. Тәүҙә улар елдең тәҙрә ҡапҡастарын ҡағыуҙан, өйгә инеп килгән һәр ир затынан ҡурҡып йәшәне. Әммә аталарының Себерҙә бик яҡшы эшкә урынлашыуын ишеткәс, тынысландылар. “Аллаға шөкөр, ҡустым бик матур ҡатынға өйләнде. Ул да үҙе кеүек төҙөүсе, һеҙҙең әсәгеҙ һымаҡ “юғары белемлемен” тип танау сөймәй. Бик бәхетле, һөйөшөп кенә йәшәйҙәр. Атағыҙҙың ҡәҙерен белмәнегеҙ — хәҙер унһыҙ йәшәп ҡарағыҙ, хәйерселәр”, — тип ағыу сәсте инәләре.
Әлбиттә, яңғыҙ ҡатынға бер ниндәй ярҙамһыҙ ике баланы күтәреүе бик ауырға төшә. Шуға күрә, ул ирен алиментҡа бирә. Аҡса ике мәртәбә генә килә лә, туҡтай. Артабан иренән “сәләм” килеп төшә: “Минән алимент түләттерергә уйлаһаң — ҡайтып, йортоғоҙға ут төртөп китәм!”
Иренең холҡон яҡшы белгән ҡатын башҡаса уны борсомай. Төнгөлөккә ҡарауылсы булып урынлашып, балаларын үҫтереп, икеһенә лә юғары белем бирә. Һылыу, егәрле әсәләрен һоратыусылар күп булһа ла, ул башҡаса тормошҡа сыҡмай. “Бер ирҙән ҡотолғаныма һаман да ышанып бөтә алмайым әле”, — тип аңлата ул үҙенең ҡәтғи ҡарарын.
Аталары уйламағанда килеп ингәндә, өйҙә Рауилдың туйына әҙерлек барған була. Ир кеше тупһанан тауыш күтәрә башлай, әсәһенә ҡул күтәрергә ынтыла. Тик үҙенән хәҙер инде бер башҡа бейегерәк булған әзмәүерҙәй улы, ҡулынан тотоп алып, уны ситкә быраҡтыра. Йән асыуы менән атаһына ынтылған улының юлын әсәһе ҡаплай. “Кәрәкмәй, улым, ниндәй генә булмаһын — ул һинең атайың”, — ти ул.
Ккүк ата, йортона баҫып инеп, элеккесә йәшәп китермен тигән уйҙар менән ҡайтҡан булғандыр, күрәһең. Тик ул балаларының инде ҙурайып, әсәләрен яҡлаша алырлыҡ йәшкә етеүҙәре тураһында уйламағандыр ҙа. Хәйер, ҡасандыр ҡарашынан ҡалтырап торған ҡатыны ла үҙгәргән, бер һүҙ әйтермен тимә.
Ир тағы сит яҡтарға сығып китә. Эштән-эшкә күскән кеүек, ҡатындан-ҡатынға йөрөй. Эсергә яратҡан, холоҡһоҙ, үсексән, ялҡау ирҙе үҙ итеүсе табылмай. Олоғайған көнөнә тиклем ятаҡта йәшәй ул. Хаҡлы ялға сыҡҡас, тыуған ҡалаһына әйләнеп ҡайта. Тәүҙә яңғыҙ йәшәгән апаһының йортона инә. Тик ул да, холҡона түҙмәй, оҙаҡламай туғанын ҡыуып сығара. Туғандары, таныштары буйынса күпмелер ваҡыт йөрөгәс, бер ҡатын менән таныша. Улар, хәҙерге тел менән әйткәндә, гражданлыҡ никахы менән йәшәй башлай. “Балаларың бар — улар һине ҡараһын, фатир алып бирһен!”, — тип бара ҡатын.
Олоғайыуына ҡарамаҫтан, һаман да эсергә яратҡан бабайға пенсияһы етмәй башлай. Ҡатындың тыҡып тороуы эҙһеҙ үтмәй, бер көн судҡа мөрәжәғәт итеп, балаларынан алимент түләттереүҙе һорай.
Рауил повестканы алып бик аптырай. Ә инде үҙенең һәм һеңлеһенең бала сағын урлап, әсәһенең тормошон юҡҡа сығарған кешенең аҡса талап итеүен белеп, хайран ҡала. Етешһеҙ көндәр, әсәһенең ике эштә бил бөгөүе, Ҡуңыр буғаһыҙ ҡалғас, һөт-ҡаймаҡты бөтөнләй онотоуҙары, тиҫтерҙәренең уның һәм һеңлеһенең уңып бөткән кейемдәренән мыҫҡыл итеүҙәре күҙ алдынан үтә. Эйе, күпте кисерергә тура килде уларға, әммә ғаиләһен ҡан илатҡан атанан ҡотолоу бәхете барлыҡ ауырлыҡтарҙы онотторҙо. Әсәләрен һөйөндөрөү өсөн икеһе лә яҡшы уҡыны, төрлө олимпиадаларҙа еңеү яуларҙар ине. Шуға күрә, урта мәктәпте тамамлағас, еңел генә университетҡа инделәр. Рауил да, һеңлеһе лә беренсе курстан уҡ эшкә урынлашты. Эйе, кемдәрҙер атайһыҙ ҡалып оло ҡайғыға сумһа, уларҙың ғаиләһе, киреһенсә, еңел тын алып, шатлыҡ-ҡыуанысҡа сумды...
“Атайығыҙ һеҙгә алимент түләнеме?” Рауил судьяның һорауына: “Юҡ”, — тип әйтеп тә өлгөрмәне, атаһы әллә ниндәй ҡағыҙҙар килтереп сығарҙы. “Әлбиттә, түләнем. Бына эш урынынан белешмәләрем дә бар. Иптәш судья, хәҙер балалар игелекһеҙ бит ул, үҙең ашамай, тейешлеһен кеймәй, шуларҙы ҡайғыртһаң да, риза түгелдәр. Эйе, мин миллионер булманым, уларға машиналар, фатирҙар алып бирмәнем, әммә хәҙерге ваҡытта тормошта өлгәшкән уңыштарында минең дә өлөшөм бар”, — тине.
Рауил, был кешенең оятһыҙ ялғанлауынан тартынып, бер ни ҙә өндәшә алманы. Бала саҡ хәтирәләренә төшөү — ир кеше өсөн ваҡлыҡ һымаҡ. Судьяның һораулы ҡарашына: “Яуап бирергә ҡыйынһынам”, — тип кенә әйтә алды. Улының дөрөҫлөктө даулаясағын көтөп, әллә ниндәй аҡланыуҙар, алдауҙар әҙерләп ултырған ҡартластың йөҙө яҡтырып китте. Уның бар ҡиәфәте: “Былай булғас, минең эш бешә!” — ти ине. Алимент таптырыусының һөмһөҙлөгө хөкөм залында ултырыусыларға ауыр тәьҫир итте. Сөнки был әҙәмдең хаҡһыҙлығын, алама, боҙоҡ күңелле булыуын аңларға күрәҙәлек кәрәкмәй ине.
Рауил өндәшмәй ҡалһа ла, һеңлеһе (ни тиһәң дә ҡатын-ҡыҙ затынан бит) күңелендәге һыҙланыуҙарҙы асып һалды. Әммә кәкүк ата уның һәр һүҙен инҡар итте, әллә ниндәй аҡланыуҙар, хатта ғәйепләүҙәр уйлап тапты. Ә инде иң ҡәҙерле кешеләре — әсәһе өҫтөнә бысраҡ яға башлағас, һеңлеһе лә түҙмәне: “Ярай, етте, эт ашамаҫ телеңде, исмаһам, беҙҙе кеше иткән әсәйебеҙгә тейҙермә. Түләйем мин һиңә алимент! Үҙ балаларыма тейешле аҡсаны һиңә лә бүлермен. Тик ризаһыҙлыҡ, күҙ йәштәре менән килгән аҡса һиңә бәхет килтермәҫ!” — тине.
Суд ҡарары буйынса, Рауил да, уның һеңлеһе лә хәҙер аталарына ай һайын алимент түләй. Был кемдер өсөн ҡот осмалы ғәҙелһеҙлек булып күренһә лә — барыһы ла законға ярашлы.
Рауилдың һеңлеһе судтан һуң: “Атай үлһә ине” – бала саҡтағы иң ҙур хыялым булғандыр ул. Йылдар үткәс, был гонаһлы уйҙарҙан арындым, хатта тәүбә иттем. Әммә уның иҫереп ҡайтып араҡы таптырыуы, әсәйем өйҙә юҡ саҡта шешәләштәренең, бала тип тормай, миңә бәйләнеүҙәре, ағайыма һыйынып ҡына яҡлау табыуымды әле лә онота алмайым. Әлдә Хоҙай үҙемде яңғыҙ итмәгән, атай нисек кенә ҡаңғырмаһын, ағайым мине һаҡлап, уның бар асыуын үҙенә алырға тырышыр ине. Ҡотолоуыбыҙға һөйөнгәйнек тә, ҡартайған көнөндә тағы ла бер хәсрәткә һалды. Ул оялыр урынға, беҙ кеше күҙенә күренергә ҡыйынһынабыҙ”, — тип көрһөндө.
Кәкүк ата хөкөм залынан еңеүсе ҡиәфәтендә килеп сыҡты. Улы янына туҡталып янаулы тауыш менән: “Аҡсаны ваҡытында түләгеҙ. Яңынан судлашып йөрөргә тура килмәһен!” — тине.
Рауил бер ни ҙә өндәшмәне, әммә уның йөрәккә үтеп ингән ҡарашынан ата кеше кесерәйеп, бөршәйеп ҡалды. Ҡартлас улының янынан китә һалыуҙы хуп күрҙе. Хәйер, Рауил былай ҙа ҡул күтәрмәҫ ине. Ҡасандыр, “ҙурайғас, үлтерәм мин уны!” тип ярһып илаған малайҙы әсәһе ҡосағына алып, “Яуызлыҡты ғәфү итә белеү — иң ҙур көс. Ә ул һинең атайың, һиндә уның ҡаны аға. Бер ҡасан да уға ҡул күтәрмә, йәме. Бар ҡылған ҡылыҡтары өсөн һәр әҙәм балаһы үҙе яуап бирәсәк”, — тип йыуата. Рауилдың кескәй йөрәге әсә һүҙҙәренең бөйөклөгөн аңлай һәм ғүмерлеккә ҡабул итә.
Ойошманан — ойошмаға, бер етәксенән икенсеһенә ялыу хаттары тотоп йөрөгән ҡартласты күреү менән күңелемдә екһенеү, хатта ерәнеү тойғолары уяна. Йәшлеген, көслө саҡтарын кәйеф-сафа менән үткәреп, ҡатынын, ғәзиз балаларын кәмһетеүҙән тәм тапҡан бабай үҙен донъялағы иң изге кеше тип һанай, шикелле. Уның өсөн барыһы ла ваҡыт табырға, кемдәрҙелер яманлауын башын эйеп, бүлдермәй тыңларға тейеш. Ҡартлас юлында осраған ҡыҙ-ҡырҡынды, ололарҙы әрләп-битәрләп китә. Ир-егеттәрҙе күргәндә иһә тауыш-тынһыҙ ҡалыуы, көслөләргә бер һүҙ өндәшмәүе уның ҡурҡаҡлығын һәм шул уҡ ваҡытта уйлап, аҫтыртын эш итеүен күрһәтә бит.
Бер аяғы менән гүрҙә торған оло кешенең, донъяла ҡылған эштәрен барлап, иман нурҙары таратыу урынына, ошондай түбәнселеккә төшөүе – уның ҡылған яуызлыҡтары өсөн был тормошта уҡ яуап бирә башлауына ишаралыр ул...