Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
19 Сентябрь 2019, 08:54

ЙӘШ РЕЖИССЕР ФӘРЗӘНӘ УТАРБАЕВА: “ИЖАДЫҢДЫ КИНОТЕАТР ЭКРАНЫНАН ҠАРАУ – МӨҒЖИЗӘГӘ ТИҢ…”

…Кино сәнғәте тураһында һөйләгәндә уның сөм ҡара күҙҙәрендә осҡон уйнағанын һиҙгәйнем инде. Шуға ла был һылыуҡайҙың тәүҙәрәк музыкаль клиптар сығарыуҙа ҡатнашыуына, һуңынан иһә фильм төшөрәм тип янып йөрөүенә артыҡ ғәжәпләнмәнем. Ҡышҡы кистәрҙә яҙылған сценарийын туҡтауһыҙ төҙәтеүе, башлаған киноһын тамамлау өсөн көн һайын тиерлек йыш ҡына битараф ҡалған ағай һәм апайҙарға шылтыратыуы, хатта күҙ ҡараһылай ҡәҙерләгән ҡиммәтле фотоаппаратын һатырға әҙер булыуы ғына бер аҙ аптыратты. Маҡсатҡа ынтылыш шулай булырға тейеш бит тип күңелдән генә һығымта яһап ҡуйғаным да хәтерҙә. Ә бына кинотеатрҙың ҡараңғы залында башҡа йөҙләгән тамашасы менән экрандан ҡарашты айырырға ҡурҡып “Ҡырағай” фильмын ҡарағанда, янымда йәш кенә ҡыҙҙарҙың һулҡылдағанын күргәндә, ир уртаһындағыларҙың уфтанғанын ишеткәндә, ғәжәпләнеүемдең сиге юҡ ине. Ҡасан тыуып өлгөрҙө һуң башҡорт киноһының сираттағы мөғжизәһе?!

Таныш булығыҙ – йәш һәм өмөтлө башҡорт режиссеры Фәрзәнә УТАРБАЕВА. Уның “Ҡырағай” тип аталған тәүге фильмы бик күптәрҙе һоҡландырҙы инде. Иманым камил, тағы ла меңәрләгән кино һөйөүсене үҙенә ғашиҡ итәсәк әле. Яҙ ҡояшы ҡар ҡосағында ҡалған Өфөнө ҡышҡы йоҡоһонан уятҡанда, ҡоштар тыуған яҡтарына ҡарай ҡанат ҡаҡҡанда, мөхәббәтле ике йөрәк иртәнге кино сеансына ашыҡҡанда мин был талантлы ҡыҙ менән кино сәнғәтенең сикһеҙ серҙәре тураһында һөйләшеп өлгөрҙөм.
– Фәрзәнә, ни өсөн кино төшөрөргә булдың? Быға былтыр бөтә Рәсәй буйынса “Кино йылы” иғлан ителеүе сәбәпсе булдымы?

– Сер түгел, бала саҡтан актриса булырға хыялланғайным. Хатта экран йондоҙҙарының фотоларынан коллекция йыя торғайным. Бөтә донъяның һушын алған актрисаларға ҡарап һоҡландым. Улар кеүек кинола төшөргә хыялландым. Һәр береһе нәфис һәм һылыу бит – кино фестивалдәрендә иҫ киткес матур күлдәктәрҙә ҡыҙыл балаҫ өҫтөнән атлауҙары ғына ни тора! Мөғжизәле әкиәт донъяһы кеүек ине миңә был мөхит. Бәлки, шул да ылыҡтырғандыр. Бәлки, улар кеүек бөтә донъяға билдәле булып киткем дә килгәндер. Әлбиттә, хәҙер дан һәм шөһрәт ҡыҙыҡтыра тип һис кенә лә әйтә алмайым. Бөгөн берҙән-бер теләгем – халҡым өсөн яҡшы кино төшөрөү.

18 йәштә бик күптәрҙең башында ел уйнай – мин дә юғары белемле булыу өсөн генә Урал дәүләт ветеринар медицинаһы академияһының Товароведение факультетына уҡырға юлландым. Бала саҡтан театраль белем алырға хыялланған ҡыҙҙы бөтөнләй башҡа киләсәк көткән кеүек ине. Әммә ҡулыма диплом алғандан һуң тоттом да Сибай ҡалаһындағы типографияға дизайнер булып урынлаштым. Ни өсөн һөнәрем буйынса түгелме? Сөнки күңелем башҡаға ынтылғанын төшөнгәйнем инде. Шул саҡта фото төшөрөү менән мауыға башланым. Бының өсөн профессиональ фотокамера һатып алдым.

– Өфөлә йәшәй башлауыңа ла күп ваҡыт үтмәгән бит, эйеме? Ни өсөн баш ҡалаға юлланырға ҡарар иттең?

– “Бер йыл булһа ла Сибайҙа эшләп кит инде”, – тип өгөтләгәйне әсәйем диплом алып ҡайтҡас. Баш ҡалаға ынтылғанымды күргәндер инде. Ысынлап та, ниндәйҙер тәжрибә тупларға ла кәрәк ине. Шуға ла йыл ярым тирәһе типографияла эшләнем. Буш ваҡытымда фотосессиялар ойошторҙом, ҡалала үткән туй тантаналарын төшөрҙөм. Барыбер Сибайҙа оҙаҡҡа түҙмәнем. Машинамды һаттым да, Өфөгә юлландым. Бында “Шоңҡар” журналында эш башланым. “Еңмеш” һәм “Әсә” кеүек билдәле фильмдарҙың режиссеры Айнур Асҡаров бер мәл беҙгә интервьюға килде. Уның менән аралашыуҙан бала саҡ хыялы ҡабат уянғандай булды. Айнур ойошторған оҫталыҡ дәрестәренә йөрөй башлағас, кино төшөрөп ҡарарға теләгәнемде аңланым.

Ҡайһы саҡта теләгәнебеҙҙе Аллаһы Тәғәлә алдыбыҙға сығара ла ҡуя бит. Бары ошо мөмкинлекте күрә һәм файҙалана белергә генә кәрәк. Бер мәл “Көмөш Аҡбуҙат” халыҡ-ара кинофестивале сиктәрендә питчинг үткәрелгәнен һәм еңеүселәргә бүләктәр вәғәҙәләнгәнен ишеттем. “Ҡайтыу” тип аталған сценарийымды яҙҙым һәм унда ҡатнашып ҡарарға булдым. Һөҙөмтәлә питчингта призлы урын яуланым. Миңә “Башҡортостан” киностудияһы ҡорамалдарын ҡуртымға алыуға һәм киноның төҫтәрен коррекциялауға сертификат тапшырҙылар. Был сценарийымды артабан Рәсәй киноматографистар союзының питчингыһына ебәрҙем. 600 кеше ҡатнашҡан конкурста иң яҡшы ете эш араһына инде.

Эйе, “Башҡортостан” киностудияһы ла ныҡлап ҡыҙыҡһынды һәм сценарийым буйынса фильм төшөрөргә үҙ ризалығын бирҙе. Әйткәндәй, “Ҡырағай” 2016 йылда планға индерелгән берҙән-бер нәфис фильм булып сыҡты. Әлбиттә, сценарий өҫтөндә байтаҡ йоҡоһоҙ төндәр йонсорға тура килде. Ҡабат-ҡабат яҙаһын, һыҙаһың, төҙәтәһең. Исеме лә шул ваҡыт “Ҡырағай” тип үҙгәртелде. Аллаһы Тәғәләгә шөкөр, фильмды 2016 йылда төшөрөп һәм декабрь аҙағында премьера алды күрһәтеүенә сығарып өлгөрҙөк. Шулай итеп, үҙем өсөн кино йылына нөктә ҡуйҙым. Тик хәҙер инде минең өсөн һәр йыл – ул кино йылы!

– Ә ошоға тиклем кино төшөрөүҙә тәжрибәң бар инеме һуң? Әллә киноны башҡалар кеүек экрандың был яғынан ғына тамаша ҡыла торғайныңмы?

– Юҡ, бөтөнләй тәжрибәм булманы тип әйтә алмайым. Режиссер Айнур Асҡаров менән балаҫ баҫыусы инәй тураһында “Ткачиха” документаль фильмын төшөрөүҙә ҡатнаштым. “Ете медиа” студияһы менән музыкаль клиптар өҫтөндә эшләргә тура килде. Әлбиттә, былар барыһы ла өҫтәмә тәжрибә тупларға, ошо мөхит менән яҡындан танышырға ярҙам итте. Тап шул ваҡытта күңелемдә режиссер булыу теләге бөрөләнде.

– Кино төшөрөүҙә һине нимә ылыҡтырҙы һуң?

– Ҡасандыр күңелеңдә генә йөрөткән идеяны тормошҡа ашырыу, экранда әҙер продукт булараҡ күреү – әйтеп аңлата алмаҫлыҡ ләззәт. Кино төшөрөү мәлендә иҫ киткес күңел күтәренкелеге кисерҙем. Ысынлап та, был донъяла йәшәгәнемде тойҙом. Шуға ла хәҙер офиста бөтөнләй ултыра алмайым. Күңелем шул кисергәндәремде ҡабат талап итә. Киләсәктә үҙемде ошо өлкәлә генә күрәм һәм унан ҡабат тайпылмаҫмын тип ышанам.



– Әммә кино төшөрөү камера тотоп йөрөү генә түгел бит. Иң тәүҙә аҡса табыу, сценарий һәм башҡаһы…

– Үҙем дә тәүҙә шул тиклем ҙур проект булып сығыр һәм оло сығымдар талап итер тип уйламаным. Әммә уның өҫтөндә эшләгәндә ошоларҙың барыһы менән дә күҙгә-күҙ осрашырға тура килде. Шулай булғанына үкенмәйем, сөнки иҫ киткес мөһим тормош мәктәбе үттем. Әлбиттә, бындай башланғысты яңғыҙың ғына башҡарып сығыу мөмкин түгел. Профессиональ команда туплауға өлгәштем – был һәр режиссер өсөн иң мөһимелер, моғайын. Мәҫәлән, Тимур Ғәниевты Айнур Асҡаровтың фильмдарын төшөргән талантлы оператор булараҡ белә инем. Шуға ла тап уны йәлеп итергә булдым. Ә бөгөн Мәскәүҙә йәшәгән композитор Айҙар Хәмзин һоҡланғыс йырҙар ижад итеп танылған. “Башҡортостан” киностудияһынан бөтә Рәсәйгә билдәле йәнһүрәтсе Айгөл Байрамғолованы ҡуйыусы рәссам булараҡ саҡырҙым.

– “Ҡырағай”ҙа билдәле артистар уйнай бит әле – уларҙы ошоғаса бер фильм да төшөрмәгән режиссерҙың киноһына йәлеп итеү ҡыйын булманымы?

– Ролдәрҙе башҡарыуға мотлаҡ профессиональ актерҙарҙы саҡырырға булдым. Мәҫәлән, сценарийҙы яҙғанда уҡ ниңәлер Башҡорт академия драма театрының һәләтле артисы Артур Кәбировты төп ролдә күрҙем. Уның менән йыш ҡына аралаша инек. Тәҡдимемә шунда уҡ риза булды, үҙен дә бик ҡыҙыҡһындырғандыр, тип фаразлайым.

Ә әсә роленә килгәндә, оҙаҡ ҡына уйланғандан һуң, уны башҡарыуҙы СССР-ҙың халыҡ артисты Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәковаға тәҡдим итеп ҡарарға булдым. Бер көн баҙнат итеп уның телефон номерына шылтыраттым. Әлбиттә, легендар артистка менән һөйләшеү алдынан бик тулҡынландым. Әммә Гөлли Арыҫлан ҡыҙы иҫ киткес асыҡ һәм мөләйем кеше булып сыҡты. Үҙенең фатирына осрашырға саҡырҙы, бергә сәй эстек, сценарий менән танышып сыҡты. Уның да ейәне режиссер булырға йыйына һәм әлеге мәлдә дебют фильмын төшөрә икән. Шуға ла, бәлки, хәлемде аңлағандыр. “Йәштәргә ярҙам ҡулы һуҙырға кәрәк, миңә улар менән эшләүе бик ҡыҙыҡ”, – тине лә, ризалығын бирҙе.

– Ә атайың менән әсәйең һинең кино төшөрөүгә тотоноуыңа ҡарата ниндәй фекерҙә ине?

– Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында йәшәгән атайым менән әсәйем мине һәр ваҡыт хуплап һәм дәртләндереп тора. Әммә кино төшөргәндә нисек борсолғанымды һәм аҡса таба алмай йонсоғанымды күреп, бер мәл, эй, юҡҡа ғына тотондоң бит тигәндәре лә булды. Хатта, бөтәһе лә яҡшы буласаҡ тип, уларҙы үҙемә тынысландырырға тура килде . Бөгөн минең менән ғорурланаларҙыр тип өмөтләнәм. Һәр атай һәм әсәй үҙ балаһы өсөн бары ғорурлыҡ ҡына кисерергә тейеш бит.

Улар фильмды тәүге тапҡыр Сибай ҡалаһында үткән премьера алды тамашаһында ҡараны. Иң ныҡ тулҡынланған ваҡытым шунда булғандыр, моғайын. Уҡытыусыларым, класташтарым, дуҫтарым, ауылдаштарым килгәйне бит. Һуңынан яҡындарымдан тәьҫораттарын һораным. “Экрандағы һүрәттәрҙе генә күрҙем, тамашасы нисек ҡабул итер икән тип һинең өсөн борсолоп тик ултырҙым. Тағы бер тапҡыр ҡарап сығырмын инде”, – тине әсәйем. “Әсә күңеле балала, бала күңеле далала” тигән халыҡ мәҡәле – был фильмдың төп слоганы. Әсәйемдең дә йыш ҡына шулай тип әйткәнен ишеткәнем булды. Был һүҙҙәр күңелемә һеңеп ҡалды һәм шуға ла уны фильмдың төп идеяһы итеп алдым. Әйткәндәй, “Ҡырағай” фильмындағы диалогтарҙа ла әсәйем йыш ҡына ҡабатларға яратҡан һүҙҙәр яңғырай.

Ә атайым: “Киноңды ҡарап ултырғанда бер мәл йөрәгем ауырта башланы”, – тип көлдөрөп алды. Әйткәндәй, ейәнсәремдең тәүге киноһына нисек бармайһың инде тип хатта 92 йәшлек Разия өләсәйем дә кинотеатрға килде. Оло йәштә булғанлыҡтан диалогтарҙы әллә ни аңламаны ла буғай, әммә экранда ни барғанын бик иғтибарлы ҡарап ултырҙы. Ғөмүмән, Сибай халҡы “Ҡырағай”ҙы яҡшы ҡабул иткән кеүек тойолдо.

– Фильмды тағы ла ҡайҙарҙа тамаша ҡылып өлгөрҙөләр?

– Уны төшөргән төркөм, шулай уҡ партнерҙарыбыҙ һәм спонсорҙарыбыҙ өсөн яңы йыл алдынан “Родина” кинотеатрында күрһәттек. Ә февраль айында Силәбелә үткән “Осҡон” башҡорт видеоһы фестивалендә “Ҡыҫҡа метрлы уйын фильмы” номинацияһында беренсе урын яуланыҡ. Баш ҡалала “Башҡортостандың йәш киноһы” фестивалендә лә бер нисә ҡыҫҡа метрлы фильм менән бергә күрһәттеләр. Зал халыҡ менән шығырым тулы ине, бик күптәр баҫып тороп ҡараны. Әйткәндәй, рәсми премьераһы булманы әле.

– Кино төшөрөү бик ҡатмарлы эш кеүек. Әллә тотонмайыммы икән, тигән уйҙар тыуманымы? Нисек баҙнат иттең?

– Юҡ, ниңә генә тотондом тигән уй бөтөнләй башыма инеп сыҡманы. Бик ныҡ теләгәйнем бит. Киреһенсә, тиҙерәк төшөрөп бөткөм һәм премьераһын үткәргем килде. Ошо теләк тынғы бирмәне һәм һәр көн алға әйҙәне.

Эйе, һис кенә лә еңел булманы, әлбиттә. Фильмдың бюджеты 500 мең һум тирәһенә барып баҫһа, киностудия яҡынса 120 мең һум бүлгәйне. Был аҡса актерҙарға эш хаҡын түләү өсөн дә тулыһынса етмәне. Ҡалғанын үҙемә юлларға тура килде. Күҙ алдына килтереп ҡарағыҙ: кино төшөрөүҙең бер көнө генә кәмендә 20 – 30 мең һумға баҫа. Ун көнгә кинокамераны ҡуртымға алыу ғына 80 мең һумға төштө. Шулай уҡ йөк тралын ҡуртымға алыу, төркөмдө туҡландырыу һәм башҡа бихисап сығымдар бар бит. Шуға ла бағымсыларға мөрәжәғәт итергә тура килде. Аллаға шөкөр, улары ла табылды. Әммә һаман да ҡапланылмаған сығымдарыбыҙ ҡалған. Әгәр ҙә аҡса табыу мәсьәләһе минең өҫтөмдә ятмаһа, бөтә ваҡытымды фильмды төшөрөүгә генә бағышлаһам, бәлки ул тағы ла сифатлыраҡ килеп сығыр ине. Сөнки сценарийға, сюжетҡа һәм актерҙар уйынына күберәк иғтибар бүлер инем. Ә минең күп көсөм, нигеҙҙә, тап административ эшкә йүнәлтелде.

– Ни өсөн “Ҡырағай” тип аталды был фильм? Ни өсөн әсә һәм бала мөнәсәбәте сағылдырыла?

– Минеңсә, был мәсьәлә бөтәбеҙгә лә ҡағыла. Йыш ҡына атай һәм әсәй ҡәҙерен белеп бөтмәйбеҙ. Сценарийҙың тәүге варианты ир менән ҡатын тураһында ине, һуңынан үҙгәртергә ҡарар иттек. Әлеге тема тамашасыны күберәк йәлеп итер тип ышандыҡ. Ысынлап та, фильмды ҡарағандан һуң бик күптәр төп геройҙа үҙемде таныным тип яҙҙы. “Осҡон” фестивалендә бер дуҫым: “Әсәйемә бер йыл буйы ҡайта алмайым”, – тип янымда күҙ йәштәре менән илап ултырҙы. Һәр кем кинотеатрҙан сыҡҡас та әсәһенә шылтыратһын һәм хәлдәрен белешһен – фильм өҫтөндә эшләгәндә мин ошоно теләнем.

“Ҡырағай” – төп геройҙың холҡон сағылдыра. Ул бит үҙ һүҙле, аралашып бармаған ҡырағайыраҡ бала булып үҫә. Бының сәбәбен иһә киноны ҡарап сыҡҡандан һуң аңларға була.

– Һинеңсә, “тәүге ҡоймағың” нисек килеп сыҡты? Үҙең ҡәнәғәтһеңме?

– Әлбиттә, объектив баһа бирә алмаясаҡмын. Әммә яҡынса мин күҙаллаған фильм килеп сыҡты тип раҫлай алам. Шулай ҙа ҡәнәғәтмен. Барыбер иң ғәҙел баһаны тамашасы ҡуясаҡ.

– Фәрзәнә, Башҡортостан киноһының бөгөнгө хәле нисек? Шаулап-гөрләп үткән “Кино йылы”ның йоғонтоһо булдымы? Һинеңсә, беҙҙең кино артабан да үҫешәсәкме?

– Әлбиттә, үҫешә тип раҫлау өсөн етди нигеҙ бар. Мәҫәлән, былтыр ғына “Бабич” һәм “Из Уфы с любовью” тип аталған ике тулы метрлы фильм төшөрөлдө. Ә ошоға тиклем биш йыл дауамында ни бары “Наган” исемле генә фильм сыҡҡайны. Был үҙе үк ыңғай күренеш түгелме ни? Кино серҙәренә өйрәтеүсе мәктәптәр эшләй, бихисап питчингтар үткәрелә. Кино төшөрөргә теләүселәр ҙә байтаҡ. Халыҡтың да башҡорт киноһына ҡарата ҡыҙыҡһыныуы арта ғына. Мәҫәлән, Айнур Асҡаровтың “Әсә” фильмын ҡарарға халыҡ кинотеатрға шығырым тулып йөрөнө. Кассала билет табып булмай ине. “Башҡортостандың йәш киноһы” фестивале лә ҙур өмөттәр уятты.

– Ғөмүмән, үҙең ниндәй киноларға өҫтөнлөк бирәһең? Голливудтыҡынамы, арт-хаусҡамы әллә башҡаһынамы? Һинеңсә, кинола ниндәйҙер идея йә мәғәнә булырға тейешме? Әллә ул күңел асыу һәм ваҡыт үткәреү сараһы ғынамы?

– Тормошсан фильмдарҙы яратам. Бигерәк тә драма һәм мистика күңелемә яҡын. Көтөлмәгән боролоштарҙы үҙ итәм. Баштараҡ баналь ғына кеүек күренгән фильмдың сюжеты ла ҡапыл үҙгәрә һәм тулыһынса кино донъяһына алып инеп китә.

Әлбиттә, кинотеатрҙан сыҡҡан һәр кемдең күңелендә бәләкәй генә булһа ла ойотҡо ҡалыуы зарур. Бының өсөн хатта комедияға ла ниндәйҙер идея һалыныуы кәрәктер, моғайын. Кемделер хәлен алғанса көлдөрөү өсөн генә кино төшөрөү – ваҡытты бушҡа уҙғарыу ғына. Тамашасы ҡарағанынан тулыһынса битараф ҡала һәм уның күңелендә бер ниндәй ҙә фекер уянмай икән – тырышлығыңдан ни фәтүә?

– Йәш режиссер кемдәрҙе өлгө итеп ҡуя? Кемдәрҙең аҙымын ҡабатлағыһы килә? Әллә һин һалыр һуҡмаҡ тик үҙеңдеке генә буласаҡ һәм башҡаларҙыҡынан айырылып торасаҡмы?

– “Ла-ла-ленд” һәм “Одержимость” фильмдарын төшөргән Дамьен Шазелл һәм Квентин Тарантиноның фильмдарын үҙ итәм. Әйткәндәй, яңыраҡ Дамьен Шазелл “Оскар” премияһын яуланы. Уның да режиссура буйынса юғары белеме юҡ, ә кинолары иҫ киткес – бөтә күңелеңде ялмап ала. Шуға ла тап уны үҙемә өлгө итеп билдәләр инем.

Шулай ҙа күберәк фильмдарҙы баһалайым, ниндәй режиссер төшөрөүенә артыҡ иғтибар итеп бармайым. Мәҫәлән, Андрей Звягинцевтың яңыраҡ ҡараған “Ҡайтыу” тигән фильмы хәтерҙә тәрән уйылып ҡалды. “Өс иҫәр” тип аталған һинд фильмын да һоҡланып ҡараным.

– Һинеңсә, бөгөн халыҡ ниндәй киноларҙы үҙ итә? Әллә беҙ сникерс менән кока-колаға һәм Голливудтың кәмәһенә ныҡлап ултырҙыҡмы?

– Үкенескә ҡаршы, күпселек бөгөн Голливуд киноһын һайлайҙыр, моғайын. Юҡ, беҙҙең фильмдар ҙа идея йәһәтенән башҡаларҙан һис кенә лә ҡалышмай. Бары халыҡты үҙебеҙҙең фильмдарға йөрөргә өйрәтергә генә кәрәк. Сөнки яңы сыҡҡан башҡорт киноһының Интернетҡа һалынасағына өмөтләнгәндәр ҙә бар. Бушлай ҡарау өсөн инде. Әлбиттә, башҡорт киноһын түҙемһеҙлек менән көтөп алған тамашасылар ҙа юҡ түгел. Был бик ҡыуандыра.

Үҙем дә ҡайһы бер Голливуд фильмдарын бик яратам. Шуға ла һәр саҡ уға ҡағылышлы яңылыҡтар менән ҡыҙыҡһынам, һәр яңы фильмды тиерлек баһалап барам.



– Ауылда бер йәш малай режиссер булырға теләй һәм кино төшөрөргә хыяллана. Уға ниндәй кәңәш бирер инең? Кино төшөрөү өсөн нимә кәрәк? Әллә камера ла етәме?

– Хатта камера ла кәрәкмәй, барыбер операторың буласаҡ. Иң мөһиме, әлбиттә, теләк. Кино төшөргөң килә икән, өйрән, күберәк белергә тырыш, төрлө питчингтарҙа ҡатнаш, оҫталыҡ дәрестәренә йөрө, ошо өлкәлә мәшғүл шәхестәр менән осраш, файҙалы танышлыҡ булдыр. Үҙ-үҙеңде туҡтауһыҙ үҫтереү кәрәк. Сценарийҙар өҫтөндә эшләп өйрәнеү ҙә ҡамасауламаҫ. Минеңсә, үҙең ижад иткән сюжет буйынса фильм төшөрөү һәм бер мәл уға кинотеатр экранынан тамаша ҡылыу – мөғжизәгә тиң. Ысынлап та, үҙеңде рәссам булараҡ хис итәһең.

– “Ҡырағай” төрлө фестивалдәрҙә ҡатнашасаҡ тип өмөтләнә алабыҙмы?

– Әлбиттә! Әлеге мәлдә халыҡ-ара фестивалдәргә ебәреү өсөн субтитрҙарҙы инглиз теленә тәржемә итәбеҙ. Донъяның төрлө төбәгендә көн һайын тиерлек ниндәйҙер сара үтеп тора бит. Яңыраҡ “Изге Анна” һәм “Яңы офоҡ” тип аталған фестивалдәргә оҙаттыҡ. Рәсәй кинематографистары союзының Йәштәр үҙәге етәксеһе Филипп Абрютин да “Ҡырағай”ҙы бик яҡшы баһаланы. Уны төрлө конкурстарға тәҡдим итеү эшенә мотлаҡ тотонасаҡбыҙ тип ышандырҙы. Фестивалдәрҙең талаптарына яуап бирһен өсөн бары аҙыраҡ ҡыҫҡартырға һәм саҡ ҡына үҙгәрештәр индерергә кәрәк.

– Бәлки, “Ҡырағай” менән Канн фестиваленә барып ҡайтырһың әле…

– Аллаһы Тәғәлә ҡушһа, Канн фестивалендә лә мотлаҡ ҡатнашырбыҙ. Баш ҡалаға килер алдынан тәүҙә Европа буйынса сәйәхәт итеп алғайным. Германияла, Польшала, Италияла һәм Францияла булдым. Шунда Канн фестивале үткән бина алдында иҫтәлеккә фотоға төшкәйнем. Бәлки, икенсе тапҡыр режиссер булараҡ унда юлланырмын…

– Яңылыш ҡына компьютерыңда “Оскар” статуэткаһы һүрәтен күреп ҡалдым! Әллә Голливудты ла яуларға уйлайһыңмы?

– Әлбиттә, һәр режиссер Голливуд тураһында хыяллана. “Оскар” премияһын алыу – кино сәнғәтенә ҡатнашлығы булған һәр кемдең иң ҙур маҡсаты. Күңелдә йөрөгән һәр маҡсат, иртәме-һуңмы, мотлаҡ тормошҡа аша тип раҫлай бит ғалимдар. Шуға ла теләгәнеңде ваҡыты-ваҡыты менән күҙ алдына килтерергә кәңәш итәләр. Үҙеңдең ниндәй маҡсатҡа ынтылғаныңды онотмаҫ өсөн. Мин дә ошоға ышанам. Шуға ла компьютерымда ғына түгел, хатта телефонымда ла “Оскар” статуэткаһы һүрәте тора.

Рәсәй режиссерҙары араһында ла Голливудта уңышлы эшләгәндәр бар бит. Улар үҙҙәре үк өлгө була ала. Мәҫәлән, ҡасандыр клиптар төшөрөп кенә карьераһын башлаған Тимур Бикмәмбәтов бөгөн “Бен-гур” кеүек блокбастерҙар төшөрә.

– Фәрзәнә, киләһе фильмың нимә тип аталасаҡ? Беҙ уға ҡасан тамаша ҡыласаҡбыҙ? Драма буласаҡмы, комедиямы, әллә триллермы?

– Әлбиттә, иң ҙур маҡсатым – тулы метрлы фильм төшөрөү. Әлегә ҡыҫҡа метрлыһы өсөн тағы ла бер әҙер сценарий ята. Мумий Тролль музыкаль төркөмөнөң “Медведица” йыры буйынса яҙылды. Әммә уны төшөрөү өсөн был төркөмдән авторлыҡ хоҡуҡтарына рөхсәт алырға кәрәк. Үҫмерҙәр өсөн мистик фильм булараҡ күҙаллана. Яҡын арала табиптар тураһында кино төшөрә башлауыбыҙ ихтимал. “Ҡырағай” фильмына “Медстандарт” медицина холдингы бағымсыларҙың береһе булғайны. Был идея – уларҙың башланғысы.

– Йәш режиссер киләсәккә тағы ла ниндәй хыялдар менән йәшәй?

– Киләсәккә төп хыялым – һәр көнөмдө кино сәнғәтенә бағышлау. Сөнки тап ул миңә йәшәүгә көс бирә. Ә мин ошо көстө халҡымды кинолы итеүгә арнағым килә.Шоңҡар журналынан.
Читайте нас: