Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
19 Сентябрь 2019, 09:45

Теләүембәттәрҙең ҡыуанысы ҙур

Күгәрсен районының Теләүембәт ауылында көҙ яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты файҙаланыуға тапшырыласаҡ.

- Халыҡтың һаулығы, сәләмәтлеге ныҡлы булһа, тимәк, эшләргә көс-дәрте буласаҡ. Шуға ла шәхси йорттарҙың береһендә урынлашҡан ауыл фельдшерлыҡ пункты тар, ҡыш иһә һыуыҡ булыуы менән кәйефте төшөрә ине. Тиҙҙән ауыл халҡын ҡыуандырып, яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты үҙ ишектәрен асасаҡ, - ти Теләүембәт ауыл биләмәһе хакимиәте рәйесе Зөбәйер Әбдрәхимов. - Яңы ФАП төҙөлөүе ауыл биләмәһе халҡына беренсел медицина ярҙамын тиҙ алырға, уның сифатын, медицина хеҙмәткәрҙәренең эш шарттарын яҡшыртырға мөмкинлек тыуҙырасаҡ.


Әле ауылдың ҡап уртаһында төҙөлөш ҡыҙыу бара, төҙөүселәр уны ноябрь айында файҙаланыуға тапшырырға күҙаллай. Шуға ла улар намыҫ менән бөгөн заманса материалдар ҡулланып, бинаның стенаһын күтәреү, тирә-яғын төҙөкләндереү менән мәшғүл. Бөтә коммуникациялар үткәрелгән.


Бинаның эсендә фельдшер бүлмәһе, процедуралар кабинеты, көтөп ултырыу урыны, гардероб һәм санузел ҡаралған. Төҙөлөш хаҡы - ике миллион һум тирәһе.


“Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү” маҡсатлы программаһы сиктәрендә төҙөлгән учреждение заманса талаптарға тулыһынса яуап бирәсәк. Заказсыһы - Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы, ә подрядсыһы иһә - Мәләүез ҡалаһының "Нур" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. Әйткәндәй, "Нур" йәмғиәте етәксеһе - ошо ауыл биләмәһенә ҡараған Аҙнағол ауылы егете Салауат Хәлил улы Кинйәбулатов.


Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы
Читайте нас: