Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
19 Сентябрь 2019, 08:47

ҮЛСӘЙЕМ ӘЛЕ ҠАБАТ-ҠАБАТ

Ҡыҙыҡ инде был кешелек донъяһы: һис кенә лә ҡыйыш баҫҡанды, яңылыш атлағанды, бүтәндәрҙән айырылып торғанды яратмай. Шуның менән ҡайһы ваҡыт мал көтөүен хәтерләтеп ҡуя: берәйһе икенсе һуҡмаҡтан киттеме – шалт, сыбыртҡы! Конституциялар, енәйәт кодекстары юҡҡа уйлап сығарылған тиһегеҙме? Тик ташҡа баҫылғандары ғына етмәгән, күрәһең, йәмғиәт үҙен яҙылмаған ҡанундар менән дә уратып бөтөргән. Шуларға буйһонмағандарға үҙ мөһөрөн һуға ул. Иреклеме-ирекһеҙме, мин дә шул мөһөрлө халыҡ араһында тороп ҡалдым. Сөнки 27-гә етеүгә ҡарамаҫтан, кейәүҙә түгелмен. Ә күптәр фекеренсә, был – “непорядок”. Әле ярай, һуңғы ваҡытта ҡыҙҙарға ҡарата “йәш” һәм “ҡарт” сиген 25-кә тиклем күтәрҙеләр. Элекке кеүек 20-нән үк мөһөр һуғып, теңкәгә тейә башлаһалар, ни эшләр инең икән?! “Ҡасан кейәүгә сығаһың?” да “Нимә көтөп йөрөйһөң?”, “Йөрөгән егетең бармы?” ла “Ниңә юҡ?”, “Ниңә эҙләмәйһең?”... Һөйгәнем булғанмы ла ҡайҙа юғалған – әлегә быныһын тикшереп тормайыҡ. Сөнки һүҙ ул хаҡта түгел. Бөгөн мин яңғыҙ – бына ҡайҙа мәсьәлә.

Таныш-белештәрем ахыр сиккә еткереп, “ҡайғыртыусанлыҡтары” менән елегемә үткәс, түҙмәнем – мин дә үҙемә пар эҙләргә булдым. Эргә-тирәләгеләр бер һүҙҙән: “Көтөп ултырып дөрөҫ эшләмәйһең, ирҙе эҙләргә кәрәк”, – тигәс, ышандым инде.
Тәүҙә үҙем кеүек дүрт стена эсендә ҡаңғырып ятҡан әхирәттәремде эшкә ектем. Йәнәһе, дуҫтарын ҡунаҡҡа саҡырғылаштырһындар. Кем әйтмешләй, кешенең өйрәге лә ҡаҙ булып күренергә мөмкин. Уларға оҡшамаған егет, бәлки, миңә оҡшар, имеш. Тик улар ҙа минең кеүек “ҡулынан эш килмәҫ” булып сыҡтылар. Кейәү табырлыҡ булһалар, үҙҙәре яңғыҙ йөрөр инеме ни?!
Ҡулға килеп эләккән ҡатын-ҡыҙ журналдарын да тәфсирләп уҡыным. Унда “Егеттәрҙе ҡаратыу серҙәре”, “Үҙеңә бәйләү ҡағиҙәләре” етерлек. Ҡыҫҡаһы, 27 йыл буйы йыя алмаған ҡатын-ҡыҙ хәйләләрен ҡыҫҡа ваҡыт эсендә үҙләштерергә маташтым. Ә унан һуң, ни булһа – шул булыр, тип, теориянан практикаға күстем. Беренсе осрашыуҙы оҙаҡ көтөргә тура килмәне. Ә эш былайыраҡ булды.
1 ***
Дуҫым менән ауылға ҡайтырға йыйынабыҙ. Автобус янында эргәбеҙгә бер егет килеп баҫты. Дуҫым менән бер төркөмдә уҡыйҙар икән. Һөйләшеп киттеләр. Ә мин шул арала “ҡорбанымды” күҙәтәм. Дөйөм алғанда, сибәрҙәр рәтенә индереп булмай. Буйы ла самалы ғына. Әммә күҙҙәре матур: аяҙ күктәй тәрән, зәңгәр. Яңынан дуҫым аша телефонды табып, осрашыуға саҡырғас, шул күҙҙәре өсөн генә барҙым. Тыуған көн мәжлесе ине. Башҡалар бейергә төшкәс, табын артында икәү генә ултырып ҡалдыҡ. Ул ваҡытта “егетем” булып килә ине инде.
– Һине күргәс тә оҡшаттым мин. Тәү күреүҙән ғашиҡ булдым. Һинең кеүек ҡыҙ ғына кәрәк ине, – тип теҙҙе көрмәкләнгән теле менән. Шул рухтағы монологты оҙаҡ тыңларға тура килде. Ниһайәт, теге зәңгәр күҙҙәр бер-береһенә ҡарар сиккә еткәндә:
– Мин һиңә оҡшайыммы? – тип һораны. Ауыҙ ситендә закуска эленеп ҡалған, аҙ-маҙ кикереп ултырған был егеткә ҡарап, мин был ваҡытта ниңә килгәнемә үкенә башлағайным инде. Уйлап та тормай “юҡ!” тинем.
– Эх, ниңә улай тиһең? Кире ҡаҡма инде. Миңә бит өйләнергә кәрәк. Атайым ҡушты, – ти илар сиккә еткән зәңгәр күҙем.Уға ҡарап ни иларға, ни көлөргә белмәй торҙом. Юҡ, тиҙ арала өйләнергә йыйынған егеттәрҙе күргәнем булды ул. Береһе хатта “Аҙыраҡ уйларға ваҡыт бирәһеңме һуң?” тип шаяртҡанға ҡаршы етди ҡиәфәт менән: “Юҡ, яуап тиҙ кәрәк. Картуф алыр ваҡыт етә. Һин сыҡмаһаң, бүтәнде эҙләйем”, – тигәйне. Әллә ҡатын кәрәк уға, әллә эш аты – аңлап ҡара. Ә тыуған көндән дуҫ ҡыҙым менән генә ҡайтып киттек...
2 ***
Икенсе “мөхәббәт ҡошом”до әхирәтемдең туйында осраттым. Машинаһына ултыртып өйгә алып ҡайтып ҡуйҙы. Сибәрлеген билдәләй алманым: сибәр кеүек тә, түгел дә. Ир-атҡа маймылдан айырылыбыраҡ торһа, шул етә, тиҙәр бит. Шул күҙлектән ҡарағанда, егетем Аполлондың нәҡ үҙе. Телефон номерын һорағас, оҙаҡ уйламаным, әйттем.
Иртәгәһенә үк смс ебәрҙе. Телефон хаттарын матур яҙҙы. Теле татлы ине. Көн аҙағына мөхәббәтен белдерҙе был. Мин өндәшмәнем. Күңелдә ниндәйҙер шик ҡорто ояланы – ҡыҙыуында һуға бит. Осрашыуға саҡырғас, шуны асыҡларға сыҡтым Ҡышҡы һыуыҡ көн ине. Машинаһында ултырабыҙ. Ул минең турала һораша, ә мин – юҡ. Мин һөйләйем, ә ул – юҡ.
– Ниңә минең хаҡта һорашмайһың? – тип һорауы менән, эштең ниҙә икәнен аңланым: йә өйләнгән, йә айырылған. Оҡшатҡанмындыр инде, икенсеһен ишеткем килде. Ә ул беренсеһен әйтте. Ҡалаға яңы килгән, йәшәргә урын тапҡас, ҡатыны менән балаларын да алып киләсәк. Ярата үҙҙәрен. Үҙемдән бигерәк уның ҡатыны өсөн ҡыйын булды. Дөрөҫ, беҙ һөйләшеп кенә ултырҙыҡ. Тик барыбер... Хушлашҡанда ҡулымды үпте. Ә иртәгәһенә шул ҡулды газ плитаһына бешерҙем...
3 ***
Өсөнсө осрашыуға әхирәтемә эйәреп барҙым. Телефон аша бер егет менән танышҡан да, үҙе генә барырға шикләнә ине. Шуға күрә, теге егеткә лә дуҫын алып килергә ҡушып, мине эйәртте.
Биҙәнеп-төҙәнеп, туҡталышҡа сығып баҫтыҡ, малай, көтәбеҙ. Килде бит икәү. Икеһе лә урыҫлашҡан татар ғаиләһенән. Етмәһә, миңә тигән “бесплатное приложение” аҙыраҡ “йылынған”. Тышта һыуыҡ булғас, кафеға алып инерҙәр әле тигән өмөтөбөҙҙө шунда уҡ “һалып йыҡтылар”. Береһенең эшендә бәләкәй генә бүлмә бар икән, шунда һөйләшеп ултырасаҡбыҙ. Тик тәүҙә магазинға инеп, шарап, ҡабымлыҡ алырға кәрәк икән. Сығыуын сыҡҡас, киттек эйәреп. Нисектер айырылып ҡалдыҡ. Ә тегеләр шарап һайлап алды. Магазин ишеге янында көтәбеҙ – юҡтар, көтәбеҙ – юҡтар. Ярты сәғәт самаһы торғас, түҙмәнем:
– Миңә оҡшаманылар, һиңә лә бик оҡшамаһалар, әллә китәбеҙме? – тинем. Әхирәтем дә кескенә бүлмәлә шарап эсеп йөрөүсе заттарҙан түгел ине. Киттек. Атлаған һайын рәхәт, иреккә табан китеп барған кеүек. Арттан ҡысҡырмаһалар ярар ине тип, көлөшә-көлөшә тороп йүгерҙек тә, беренсе троллейбусҡа ултырып ҡастыҡ...
4 ***
Дүртенсе осрашыуға ла парлап барырға яҙған ине. Уның ҡарауы, был юлы ябай ауыл егеттәре менән. Дискотеканан һуң ямғырҙа һыуланып өшөгәс, аулаҡ фатирҙа сәй эсеп йылынырға саҡырҙылар. Һыранан баш тартҡас, лимонлап сәй яһап бирҙеләр. Көлөшә-шаяра һәр кем үҙенекен эсте. Унан һуң теге пар аулаҡҡа серләшергә сығып юғалды. Ә сабый-егетем (яҡынса иҫәпләгәндә, ул минән 5-6 йәшкә кесе ине) телевизор ҡарап ултырған еренән йоҡлап уҡ китте. Уятманым, иртәгә эшкә ине, буғай, үҙенә. Йөрөүем бушҡа булмаһын тип, гөл үҫентеһен алдым да, әхирәтем менән ҡайтып киттек. Әллә нисәүҙе алғайным, береһе генә тамыр ебәрҙе...
5 ***
Бишенсе осрашыуға саҡырған “бөркөтөм” йәшкә минән оло булһа ла һары томшоҡло ҡошто хәтерләтте. Әллә нисә йыл таныш булһаҡ та, саҡ бер осрашыуға саҡырҙы.
– Ҡара әле, ни, ваҡытың булһа, бәлки, осрашырбыҙ, ваҡытың булһа...
“Юҡ” тиһәм, йығылып китер тип ҡурҡтым, ризалаштым. Ҡаршымда аяҡтарын ҡушырып, ике ҡулын теҙенә ҡуйып миңә ҡарап ултырыуы әле лә хәтерҙә. Быныһы ысынлап ғашиҡ ине лә... Минең ужым быҙауы етәкләп йөрөгөм килмәне. Үҙемде етәкләһендәр ине...
6 ***
Алтынсы осрашыуға сәсе ҡойолоп бөткән, ҡорһағы аша аяғын күрә алмаҫ сиккә еткән абзый саҡырҙы. “Йәшһең, матурһың, спонсорһыҙ ҡыйындыр. Әйҙә осрашайыҡ”, – тине. Үҙенең минең йәштәге балалары бар. Йыш ҡына ауылға ҡайтып йөрөгәнде белгәс, осһоҙға алып ҡайтырға вәғәҙәләр бирҙе. Ерәндерҙе...
Бына хәҙер уйлап ултырам: етенсе осрашыуға барырғамы, юҡмы?
Үҙем кеүек бер әхирәтем: “Кейәү егеттәрен һатҡан кибеткә индереп ебәрһәләр ҙә, һайлап алып сыға алмаҫ инең”, – тип көлә. Әлбиттә! Юҡҡа ғына “Ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ” тимәйҙәр бит. Йәмғиәт “сыбыртҡыһы” менән “киҙәнә” тип кенә күҙеңде “тондороп” кейәүгә сығып китеп булмай инде. Ҡарайһың, үлсәйһең. Етенсе осрашыу булырмы-юҡмы – белмәйем, әммә ихлас күңелдән берҙән-бер бәхетемде көтәм әле...Шоңҡар журналынан.
Читайте нас: