Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
18 Сентябрь 2019, 19:15

Әйберем күп, таксист, туҡта әле!

Баш ҡаланың “Планета” сауҙа үҙәге алдында “Таксист, туҡтаһаңсы” тип аталған статуя барлыҡҡа килде. Авторы – Хәлит Ғәлиуллин.

Автор әйтеүенсә, ул был һында магазиндан әйбер тейәп сығып, тиҙерәк ҡайтып, уларҙы кейеп ҡарарға, яҡындарын ҡыуандырырға ашыҡҡан ҡыҙҙы һынландырырға тырышҡан.


Арт-объект быяла пластиктан эшләнгән һәм ныҡлы бронза буяу менән буялған, йәғни беҙҙәге ҡышҡа, эҫегә, ҡояшҡа, ямғырға бирешмәйәсәк.

– Ике ай эсендә эшләнде. Иң ауыры ҡыҙҙың сәсен яһау булды, сөнки ул елдә тулҡынланып торорға тейеш ине, – ти автор.


Ошо уҡ скульптор Өфөнөң Баязит Бикбай һәм Юрий Гагарин урамдары киҫелешендә ҡуйылған биш мертлыҡ “Торналар бейеүе” композицияһын эшләгән.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: