Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
18 Сентябрь 2019, 19:12

Талантлы ижадҡа лайыҡлы баһа булырға тейеш

“Бөтәһе лә миңә һуңлап килде” тип яҙғайны мәшһүр шағирыбыҙ Назар Нәжми үҙенең ошо исемле шиғырында. Ә бына йәш шағир Ринат Сөләймәнов өсөн барыһы ла ваҡытында башланды, тип әйтеү дөрөҫтөр. Ул хатта башлап яҙыусы булып та йөрөмәне шикелле. Әҙәбиәткә үҙ һүҙе, етди уйланыуҙары, тәүге танышыуҙан уҡ уҡыусыларҙың иғтибарын йәлеп итерлек үҙенсәлекле әҫәрҙәре менән гөрләп килеп инде ижадсы.

Күҙәтеүсән, хис-тойғоһо урғылып, шиғри образдары ялтлап торған шағир ҙа, үҙ заманы фонында кеше яҙмыштары, йәшәү мәғәнәһе, илһөйәрлек, мөхәббәт, тормош ҡатлаулыҡтары хаҡында уҡыусылары күңеленә изгелек, яҡтылыҡ орлоҡтары һалған прозаик та ул. Һуңғы йылдарҙа илһамланып драматургия өлкәһенә мөрәжәғәт итеүе шулай уҡ ҡыуаныслы күренеш.

Уның хеҙмәт һәм тормош юлы ла автор­ға ҙур яуаплылыҡ, етдилек өҫтәйҙер. Уҡытыусы һөнәре вазифа ғына түгел, кешенең булмышы, күңел талабы ла бит инде ул. Йәш быуында рухи үҫеш тәрбиә­ләгәндә үҙең дә һәр яҡлап күтәрелмәй яңы офоҡтарға ынтылып ҡара!


Кеше – тәбиғәттең иң серле бер күҙәнәге. Шуға ла ниндәй генә теманы яҡтыртмаһын, күпселек әҙиптәр һымаҡ, Ринат та әҫәрҙәрендә үҙенең уй-фекерҙәрен, хис-тойғоһон тулыраҡ еткереү өсөн тәбиғәт күренештәрен файҙалана.


...Уян, кешем, яҙҙың тәүге йырын

Ишет әле, ишет, һуңлама!

Кисә таңда буран олой ине,

Бөгөн таңда ҡошсоҡ моңлана,

тип тамамлай ул “Уян, кешем!” тигән шиғырын.


...Евро ҡыҙыллығында

Рух яландары көйә.

Һай, заманаһы, заман –

Сүллектә барған дөйә,

тип аҡса ҡоло булыуҙан һаҡланырға саҡыра.


Этюд-шиғырҙарында ла автор тәбиғәт күренештәре аша образлы асыштар ҡуллана.

...Миҙгел хистәре булып,

Яуғандай таңғы томан.

Айымдың толомона

Һаҡ ҡына ҡулым һонам,

йәки

...Әгәр бер көн сәскәләр

Күҙ ҡабағын асмаһа,

Яҡтылыҡтың кәмеүен

Аңларһығыҙ, исмаһам.


Йыйынтыҡта сатира, юмор жанрына индерерлек шиғырҙар ҙа етерлек. Мәҫәлән:

...Ғәйбәт, балыҡ еҫеләй,

Һеңеп бара зиһенгә.

Оҙаҡ аңҡып йөрөй ул

Һаҫыҡ яғып исемгә.

* * *

...Ҡарға менән былбылды

Айырып булмай хәҙер:

Шөһрәт өсөн һатылғас,

Ҡарға булырға әҙер.


“Мөхәббәт шиғырҙары яҙмай башлаһа, шағир шағир булыуҙан туҡтай”, тиҙәр. Ри­наттың мөхәббәт лирикаһының урғып тор­ған сағы. Ул “мин һине яратам”, “һин­һеҙ йәшәй алмайым” тигән һүҙҙәрҙе маң­лай­ға бәреп ҡабатламай, Сөләймәновтың шиғри хис-тойғоһо, оҙон ғүмерле халыҡ йыр­ҙары һымаҡ, уҡыусыға күңел кисереш­тәре, онотолмаҫ образдар аша еткерелә.

Һалҡын ҡатын, тибеҙ,

Һалҡын ҡыштың да –

Үҙ матурлығы.


Ҡыҙыу ҡатын, тибеҙ,

Ҡыҙыу йәйҙең дә –

Үҙ матурлығы.


Нескә яҙҙа ла бит

Буран сығып ала.

Көҙҙә лә ана, күр:

Аяҙ көндәр ҡала.


Ярай, етер. Минең бурысым шағир ижадын ентекле анализлау түгел бит. Мин уҡыусыларға Ринат Сөләймәновтың шиғырҙары аша ижадына ҡарата әйтергә теләгән һүҙҙәремде генә дәлилләргә тырыштым. Әҙиптең ижадын тулыраҡ күҙ алдына килтереү өсөн уның Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә 2018 йылда донъя күргән “Йөрәгемдә – яҙҙарым” исемле шиғырҙар йыйынтығын уҡып сығырға кәрәк.


Шағирҙың әле илһамланып ижад итер осоро. Уның яңынан-яңы әҫәрҙәре республика гәзит-журналдары биттәрендә әүҙем баҫылып тора. Шуныһы ҡыуаныс­лы: уларҙы уҡыған һайын, йәш шағирҙың шиғриәт офоҡтарының киңәйә, ижад ҡомарының сағыулана, ҡеүәтләнә барыуын күрәбеҙ. Ихласлыҡ, фәлсәфәүи уйланыуҙар, яңы илһамлы асыштар, кешелекле кисерештәр менән һуғарылған улар. Шиғыр төҙөлөшө лә төҙөк, рифма, ритмдары ла йырлап торған һымаҡ. Китапҡа ингән дүрт поэма – авторҙың үҫеш юлындағы етди бейеклектәре ул.


Ринат Сөләймәновтың “Йөрәгемдә – яҙҙарым” китабы Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһына тәҡдим ителде. Шағирҙың илһамлы хеҙмәт емеше был оло баһаға лайыҡлы, тип иҫәпләйем. Ысынлап та, был юғары награда йәш әҙипкә артабан да илһамланыбыраҡ ижад итер өсөн ҙур этәргес булыр ине.
Читайте нас: