Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
18 Сентябрь 2019, 21:39

Смайликтың да тыуған көнө бар

19 сентябрҙә уны ошо байрамы менән ҡотлап, бер-берегеҙгә смайликтар ебәрә алаһығыҙ. Уйлап табыусы Скотт Фалманға рәхмәт әйтергә лә онотмағыҙ.

Әммә ғалим үҙенең иң беренсе уйлап табыусы икәнен инҡар итә. Элек символдарҙы телетайп операторҙары эштә файҙаланған, тип иҫбатларға тырыша ул. Тағы ошондай фекер ҙә бар: 1969 йылда Владимир Набоков бер интервьюла хис-тойғоно белдереүсе ниндәйҙер билдә уйлап табыу теләген әйтә. Башҡа фараздар ҙа етерлек.


Нисек кенә булмаһын, хәҙер был символдар тормошобоҙға үтеп инде тиергә мөмкин, уларҙы урынлы ҡулланыу насар булмаҫ.



Читайте нас: