Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
18 Сентябрь 2019, 21:41

Сергей Шнурҙы иркенән мәхрүм итерҙәрме?

Мәҙәниәт министрлығы хеҙмәткәре, билдәле йырсы Сергей Шнуровты яуапҡа тарттырыуҙарын һорап, полицияға ғариза яҙған.

1997 йылда төҙөлгән “Ленинград” рок төркөмө күптәргә үҙенең авангардлығы менән яҡшы таныш. Уның лидеры Сергей Шнуров тамашасыларҙың ҡайһы берен артыҡ иркен ҡыланыуы, ҡыйыу фекерҙәре, Instagram селтәрендәге илдәге, шулай уҡ зыялылар тормошондағы теге йәки был киҫкен ваҡиғаға оператив рәүештә үҙенсәлекле шиғырҙар арнауы менән әсир итһә, ҡайһы берәүҙәр Сергейҙан, еңелсә әйткәндә, шок хәлендә.

Полицияға ғариза менән мөрәжәғәт иткән ханым шул һуңғылары рәтенән. Ул Дондағы Ростов ҡалаһында “Ленинград” төркөмөнөң концертына бара һәм унда Сергей ҡулланған әҙәпһеҙ һүҙҙәрҙең күплегенә хайран ҡала.

Хоҡуҡ һаҡлау органдарынан хәбәр итеүҙәренсә, бының өсөн Сергей Шнуровҡа 15 тәүлек һаҡ йәки штраф янарға мөмкин, әлеге ваҡытта административ эш ҡуҙғатыу өсөн мәғлүмәт йыйылған.

Был хәл Сергей Шнуровты үҙ ҡылығы өҫтөндә уйланырға мәжбүр итерме, әллә яңы сәнскеле шиғыр яҙырға этәрерме, уныһы әлегә билдәһеҙ.
Читайте нас: