Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
18 Сентябрь 2019, 19:03

Ҡөрьәнде тәржемә иткән ҡатын

Сентябрҙә 79 йәшендә яман сирҙән Ҡөрьәнде рус теленә тәржемә иткән Валерия Порохова – Иман вафат булды.

Филолог Валерия 1975 йылда Сүриә гражданына кейәүгә сыға һәм ун йылдан Дамаскка күсеп китә. Унда үҙенә Иман тигән исем ала.

Шунда алты йыл дауамында тарихта беренсе тапҡыр Ҡөрьәнде рус теленә тәржемә итә. Был китап инде егерме тапҡыр ҡайтанан нәшерләнде.

Валерия Порохованы Мәскәүҙә ерләнеләр.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: