– Бәләкәйҙән, халыҡ әйтмешләй, хыялыйыраҡ кеше булдым инде, – тип хәтирәләргә бирелә актер. – Бер ваҡыт туғаныраҡ кешеләрҙе ҡунаҡҡа саҡырҙым да ҡайттым. Әллә шул өй ҡотларға типме икән? Күп тә үтмәй, улар килеп тә етте, бүләккә патефон ҡосаҡлағандар. Минең шаяртҡанды аңлағас, рәхәтләнеп көлөштөләр. Беҙҙең халыҡта былай ҙа килгән кешене ҡунаҡ итеү тигән йола бар бит инде. Сәй эстеләр, бәлки, янында әҙ-мәҙ мәйе лә булғандыр. Алып килгән бүләкте кире алып ҡайтыу килешкән эш түгел, беҙгә ҡалдырҙылар. Ул заманда бындай патефон бик һирәк кешелә генә була торғайны. Туғыҙ балалы эт ырғыһыҙ ҙур ғаиләлә атайымдарға ҡайҙа инде ундай нәмәне алыу. Ул беҙгә харап килеште. Йырлатабыҙ, үҙебеҙ зыҡ ҡубып бейейбеҙ. Бына шулай шаян булыу ҡайһы ваҡыт файҙаға ла булып ҡуя торғайны.Башҡортостан гәзитенән.