Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
18 Сентябрь 2019, 21:33

Мөгөҙөмдө ҡырҡығыҙ әле...

Күптән түгел Һиндостандың Сагар ҡалаһы кешеһе Шьям Лал Ядавтың башынан 10,1 сантиметр ҙурлығындағы мөгөҙҙө хирургик юл менән ҡырҡып алғандар.

74 йәшлек фермерҙың башында был мөгөҙ бәрелгәндән һуң үҫә башлай. Ирҙең йәрәхәтте нисек алғаны билдәһеҙ. Фермер тәүҙәрәк башында үҫә башлаған шешеккә иғтибар бирмәй. Әммә мөгөҙ тығыҙланып үҫә башлағас, ҡарт уны үҙе киҫеп ташларға була. Тик уныһы бабайға бирешмәй, артабан үҫеүен дауам итә, уны баш кейеме лә йәшермәй башлай. Шуға дауаханаға мөрәжәғәт итеүҙән башҡа сара ҡалмай.


Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та: табиптар фермерҙың башында ысынлап та мөгөҙ үҫеүен дәлилләй. Ул кешенең тырнағы һәм сәсе һымаҡ кератиндан тора икән. Нейрохирургтар шешекте ҡырҡып ала, тик мөгөҙ яңынан үҫеп сыҡмаҫмы тип тә борсола. Медиктар бындай хәлдең һирәк булыуын билдәләй, сәбәптәренең береһе тип ҡояш нурҙары тәьҫирен атай.
Читайте нас: