FLIR1, Gimbal һәм GoFast исемле видеороликтар АҠШ самолеттарының һәм билдәһеҙ осоусы объекттарҙың ике тапҡыр осрашыуын мәңгеләштергән. Уларҙың береһе 2015 йылда самолетҡа ҡуйылған камера ярҙамында төшөрөлһә, икенсе ролик 2004 йылда USS Nimitz самолетының пилоттары тарафынан яҙҙырыла. Видеоларҙың бөтәһендә лә был объекттар заманса технологиялар өсөн мөмкин булмаған маневрҙар башҡара.