Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
18 Сентябрь 2019, 19:17

Халыҡ күптән көтә ине

Төбәгебеҙҙә “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы төҙөкләндереү эштәре дауам итә. Мәҫәлән, 12 сентябрҙән Өфөнөң Комсомол урамына ремонт яһауҙың беренсе этабы башланды.

Төбәк етәксеһе Радий Хәбировтың юлдар торошон айырым контролгә алыу мөһимлеген билдәләп, был йәһәттән төрлө бурыстарҙы ғәмәлгә ашырыуға ҙур иғтибар бүлеүе арҡаһында тармаҡта, ысынлап та, һиҙелерлек уңыштар бар. Был йәһәттән эш өҙлөкһөҙ дауам итә. Республика кимәлендәге генә түгел, ә район-ара юлдарҙа ла тәртип урынлаштырыу урындарҙағы тормош кимәлен яҡшыртыуға үҙ өлөшөн индерә. “Юл эксперты” мобиль ҡушымтаһын булдырыу халыҡҡа был эштә яҡындан ҡатнашыу, үҙ фекерен белдереү мөмкинлеген бирҙе.


Өфөлә Комсомол урамындағы Һәҙиә Дәүләт­ши­на бульварынан Бессонов урамына тиклемге биләмә ремонтланасаҡ (3,84 км). Баш ҡала хаки­миә­тенән белдереүҙәренсә, реконструкцияны 2021 йылда тамамлау планлаштырылған. “Ремонт мә­лендә Комсомол урамының йоп һанлы яғы буйынса транспорт хәрәкәте ябыла. Ҡаршы йүнәлештең ике һыҙаты ғына эшләйәсәк – икеһе ике яҡҡа йөрөү өсөн”, – тип хәбәр иттеләр хакимиәттән. Был урам күптән яңыртыуға ихтыяж кисерә ине, автомобиль йөрөтөүселәр, баш ҡала халҡы ошо үтенес менән урындағы власҡа мөрәжәғәт итте.


Билдәле булыуынса, күптән түгел Өфөнөң Мос­тай Кәрим урамында капиталь ремонт башланды. Шулай уҡ 8 Март урамын реконструкциялау, Валерий Лесунов урамын төҙөү планлаштырылған. Ғөмүмән, милли проект тормошҡа ашырылған ваҡытта баш ҡалала урам-юл селтәренең 28 участкаһы ремонтланасаҡ, уларҙың дөйөм оҙонлоғо – 47 саҡрымдан ашыу, майҙаны – 811 мең квадрат метр.


“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты юл селтәрен яҡшы хәлгә килтереп, юл-транспорт ваҡиғалары хәүефен кәметеүгә йүнәлтелгән. “Милли проект халыҡтың именлеген, хәүефһеҙлеген һаҡлауға үҙ өлөшөн индерергә тейеш” тигән бурыс ҡуйҙы дәүләт башлығы. Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас в