Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
18 Сентябрь 2019, 18:59

Ә һеҙҙең теңкәгеҙ ҡайһы ерҙә?

Эй ҡыҙыҡ та инде был Илсөйә Бәҙретдинова. Йырҙары ла, фекерҙәре лә оҡшай беҙгә. Шуға күрә “Инстаграм”да уның яҙғандарын күҙәтеп кенә барабыҙ. Бөгөнгө яҙмаһы ла уйландырырға мәжбүр итте.

“Теңкәмә теймә әле, ә...” тип әйтәләрме һеҙҙә? Миңә әсәйем гел шулай ти торғайны. Хәҙер генә уйланам... Нимә икән ул “теңкә”? Мәҫәлән, минең теңкәм ҡайһы еремдә икән?” – тип яҙа ул был юлы.

Ысынлап та, шул һүҙҙе йыш ишетеп үҫтек бит. Әле үҙебеҙ ҙә ысҡындырабыҙ теңкәгә тейгән кешеләргә. Ә һеҙҙең теңкәгеҙ ҡайһы ерҙә?Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: