“Йатаған” төркөм булараҡ 2014 йылда ойоша. “Ошо йүнәлештә эш башлау теләге 2012 йылда, Һарытау консерваторияһынан З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтына күскән мәлдә үк, барлыҡҡа килгәйне”, – тип һөйләй төркөмдөң ижад юлы башында торған Илдар Шакиров.
Әлбиттә, Силәбе ҡалаһында рус мөхитендә үҫкән егеткә этник башҡорт музыкаһын башҡарасаҡ төркөмдө ойоштороу еңелдән булмай. Ул саҡта әле Илдар башҡорт мәҙәниәтен, фольклорын, халыҡ йырҙарын да тулыһынса белеп етмәй. Әммә ошо башланғысты хуплаған егеттәр менән берләшеп, тиҙҙән төрлө конкурс һәм фестивалдәрҙә сығыш яһай башлайҙар. Еңеүҙәр һәм еңелеүҙәр, уңыштар һәм төңөлөүҙәр сиратлашып килә, шулай ҙа улар бирешмәй.
2017 йылдың ноябрендә “Йатаған”дар “Ерем ауазы” тип аталған тәүге альбомын сығарыуға өлгәшә. Әйткәндәй, әлеге альбомдың төп композицияһы Башҡортостан Республикаһын презентациялағанда ҡулланыла. Егеттәр өсөн был ҙур ижади еңеү була! Альбом тураһында күп кенә илдәрҙә беләләр, сөнки ул рәсми рәүештә iTunes, Shazam һәм Google play кеүек танылған интернет-майҙансыҡтарға тарала.
Беренсе альбом донъя күргәндән һуң ярты йыл уҙғас, 2018 йылдың июнендә, егеттәр “Йатаған Мөслим” этно-проектын тәҡдим итте. Яңы альбомдағы көй-моңдарҙы тыңлап, үҙең дә һиҙмәҫтән ниндәйҙер рухи күтәренкелек кисерәһең, халыҡ көйҙәренең тылсымына, тәьҫир көсөнә хайран ҡалаһың!
Ижад юлының тәүге биш йылына бәләкәй генә йомғаҡ яһап, быйыл апрелдә “Йатаған” этно-төркөмө ҙур концерт ойошторҙо, ул Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына ла бағышланды.
Кемдәр улар “Йатаған” берләштергән егеттәр? Илдар Шакиров, Рәсим Лоғаманов, Аяз Нухов, Ғаяз Ялмырҙин кеүек талантлы һәм рухлы йәштәребеҙ халҡыбыҙҙың думбыра, ҡурай, ҡумыҙ кеүек киң таралған музыка ҡоралдарында ғына түгел, бишҡыл, ҡыл ҡумыҙ, дөңгөр кеүек инструменттарҙа ла уйнай. Бынан тыш, тап ошо төркөм онотолоуға дусар булған йатаған тигән музыка ҡоралын яңынан тергеҙеүгә, уны башҡорт сәхнәһендә яңғыратыуға өлгәште. Егеттәрҙең барыһы ла бер нисә инструментта уйнай, йәмғеһе донъя халыҡтарының 25 төрлө музыка ҡоралына йән өрөп, тамашасыларын көйҙәр-моңдар менән арбау һәләтенә эйә.
Сағыштырмаса йәш төркөм булыуға ҡарамаҫтан, “Йатаған”дың уңыштары тос ҡына. Улар – “Студент яҙы” төбәк конкурсы (2015 йыл), Анатолий Шутиковтың Бөтә Рәсәй халыҡ музыка ҡоралдары һәм ансамблдәре конкурсы (2015), “Урал моңо” халыҡ-ара төрки йәштәр фестивале (2016) лауреаты, “Себер донъяһы” халыҡ-ара этник музыка һәм кәсепселек фестивале еңеүсеһе (2017). Төркөм Өфөлә үткәрелгән симфоник төн, ШОС һәм БРИКС илдәре саммиттары, “Көмөш Аҡбуҙат” халыҡ-ара кинофестивале, “Байыҡ” телевизион фестивале, “Быуындар ауазы”, “Евразия йөрәге”, “Ҡурайфест”, “Этно-төн”, Санкт-Петербургта үткән “Музыка донъяһы” халыҡ-ара фестивале, “TURKCAN” халыҡ-ара проекты кеүек сараларҙа даими ҡатнашып, үҙен таныта килә.
Егеттәрҙең киләсәккә хыялдары яҡты, маҡсаттары аныҡ. Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы уларҙың ошоғаса халҡыбыҙ мәнфәғәтендә башҡарған матур эштәренә оло баһа, тағы ла бейегерәк үрҙәргә, яңы ҡаҙаныштарға дәртләндерер сара булыр ине. Милләтебеҙҙең бай рухи мираҫын өйрәнеп, боронғолоҡ менән һуғарылған көй-моңдарыбыҙҙы заманса яңғыратҡан, меңәрләгән тамашасы күңеленә еткергән “Йатаған” төркөмө егеттәренә киләсәктә тик уңыштар юлдаш булһын. Улар үрҙә әйтеп үтелгән йәштәр премияһына һис шикһеҙ лайыҡ!