Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
18 Сентябрь 2019, 21:37

Был бит “Театр төнө”!

20 сентябрҙә уҙғарыласаҡ “Театр төнө” Бөтә Рәсәй мәҙәни акцияһына Учалылар ҙа ҡушыла. Юлдаш, Ҡорама, Һәйтәк башҡорт халыҡ театрҙары ауылдаштары өсөн ижади тамашалар, уйын программалары, оҫталыҡ дәрестәре әҙерләй.

Ә Ахун ауылының “Аҡ шишмә” татар халыҡ театры Комсомольск ҡасабаһында сығыш яһап, Театр йылына арналған район фестиваль-марафоны штандартын урындағы “Уйташ” халыҡ театрына тапшырасаҡ.


Әйткәндәй, Учалыла һәр ауылда тиерлек үҙешмәкәр театрҙар коллективтары ойошторолған, уларҙың етәүһе халыҡ театры исемен йөрөтә. Йыл аҙағына тиклем штандарт сылбыр рәүешендә һәр ижади коллективҡа тапшырыласаҡ.
Читайте нас: