Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
18 Сентябрь 2019, 21:38

Анастасияға һаҡ ҡуйғандар

Мәскәү дауаханаларының береһендә мейе яман шешенән дауаланған Анастасия Заворотнюктың палатаһын һаҡ аҫтына алғандар. Һаҡсылар актриса ятҡан ҡатта һәм уның бүлмәһе янында тора.

Был ҡарарҙың сәбәбе – журналистарҙа. Улар бер нисә тапҡыр клиника биләмәһенә инергә тырышҡан. Маҡсаттары – сирле ҡатынды фотоға төшөрөргә, ниндәй ҙә булһа фекерен белергә. Бигерәк уйламайыраҡ ҡылана шул бәғзе берәүҙәр. Үлем менән көрәшкәндә кемдә кемдең ҡайғыһы булһын инде?

Мәғлүмәттәр буйынса, әле Анастасия аңында һәм үҙаллы тын ала. Әммә табиптар уның хәлен ауыр тип баһалай. Быға тиклем ул комала булды һәм яһалма аппарат ярҙамында тын алды. Ошо сәбәпле унда пневмония башланған тигән хәбәр ҙә бар.
Читайте нас: