Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
18 Сентябрь 2019, 18:50

Альбинаның үҙ-үҙенә ҡул һалыуына ышанмайҙар

Алты йәшлек Әмирҙе Яңауыл дауаханаһынан Өфөгә, республика балалар клиник дауаханаһының реанимацияһына күсергәндәр. Табиптар белдереүенсә, малайҙың хәле тотороҡло ауыр.

Яңауылдағы ҡурҡыныс хәл тураһында кисә билдәле булғайны: алты йәшлек малай биш көн буйына үле әсәһе янында ултырып, ныҡ хәлһеҙләнгәйне. Суд-медицина экспертизаһы үтмәй тороп, ҡатындың нисек үлгәнен аныҡ ҡына әйтеп булмай. Яҡынса фаразлауҙар буйынса, ул үҙ-үҙенә ҡул һалған. Тик уны белгән кешеләр, туғандары был фекер менән бөтөнләй килешмәй.

44 йәшлек Альбина балаһын яңғыҙы үҫтерә. Әмирҙең тыуыу тураһындағы таныҡлығында “атай” графаһында һыҙыҡ тора. Ҡатын уны һуң ғына үҙе өсөн тапҡан, ти таныштары. Улар дүрт йыл элек Яңауылға Стәрлетамаҡтан күсеп килә һәм бер бүлмәле фатир алып йәшәй башлай. Әлбиттә, ҡатындың финанс проблемалары була. Кемгә етә инде ул аҡса? Айырыуса балаһын яңғыҙ үҫтергән ҡатынға... Ул төрлө урындарҙа эшләй, башлыса иҙән йыуыусы була.

Балалар баҡсаһы тәрбиәселәре белдереүенсә, Әмир һәр саҡ бөхтә кейенеп йөрөгән, тәмле ашаған. Ҡатын йыйылыштарҙы ҡалдырмаған, балалар баҡсаһы тормошонда әүҙем ҡатнашҡан. Малай көләкәс, әүҙем булып үҫкән.

Бер һүҙ менән әйткәндә, Альбинаның балаһын билдәһеҙлек ҡосағына ҡалдырып, уның янында үҙ-үҙенә ҡул һалыуына бер кем дә ышанмай. Тик аныҡ яуапты алыр өсөн экспертиза һөҙөмтәһен көтөргә генә ҡала.

Әйткәндәй, әле ҡатындың бер туған апаһы Мәскәүҙән Әмир янына килгән. Моғайын, шәбәйгәс, уны инәһенә бирерҙәр. Әле был ғаиләне белгәндәр ярҙам йөҙөнән аҡса йыя башлаған.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: