Бердский шоссеһы буйлап китеп барған автомобиль башҡа хәрәкәт итеүселәрҙең видеорегистраторына эләккән. Йәшен кроссоверҙың артҡы өлөшөнә тейә, сағыу нурҙар бер нисә секундҡа тирә-яҡты яҡтырта. Шатлыҡҡа күрә, был хәлдән һуң автомобиль янып китмәгән, ул ғына түгел, эстә ултырған кешеләр ҙә зыян күрмәгән. Был иҫ киткес, сөнки йәшендең ҡеүәте автомобилде генә түгел, күпкә нығыраҡ нәмәләрҙе лә көл-күмергә әйләндерерлек.
Машинаға, әлбиттә, бер аҙ зыян килгән: тәҙрәләре ватылған, пластик запчастары ирегән. Әммә был һаҡланған ғүмерҙәр менән сағыштырғанда бер ни түгел. Аллаһ Тәғәләнең ҡөҙрәте киң...