Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
16 Сентябрь 2019, 11:15

Өс ир бер юлы...

Биш кеше ултырған УАЗ автомобиле Свердловск өлкәһенең Косья ҡасабаһы эргәһендәге йылға аша сыҡҡанда һыу төбөнә китә.

Батып барған машинанан ир менән ҡатын тиҙ генә сығып өлгөрә.


Әммә автомобилдәге өс ир фажиғә ҡорбанына әүерелә. Уларҙы Лесное ҡалаһының авария-ҡотҡарыу хеҙмәте водолаздары һыуҙан алып сыға. Автомобилде йылғанан сығарыу өсөн ике сәғәттән ашыу ваҡыт талап ителә.


Фажиғәнең сәбәптәрен тәфтишселәр асыҡлай, шаһиттарҙан һорау ала.
Читайте нас: