Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
16 Сентябрь 2019, 12:40

Көҙгө муллыҡ һөйөндөрә

Әлеге мәлдә тәбиғәт төрлө сағыу төҫтәре менән күҙҙәрҙе ҡамаштырһа, баҡсаларҙағы көҙгө муллыҡ һөр кемде һөйөндөрә.

Ямғыр йыш яуыу сәбәпле быйыл баҡсала бигерәк тә картуф, ҡабаҡ, кишер, аш сөгөлдөрө кеүек йәшелсәләр уңды. Мәҫәлән, тиҙ өлгөрә торған картуфтың күбеһе берәр килограмм тарта. Ә берәүһенең ауырлығы хатта 1 кг 354г булды.

Бәшмәк йыйырға яратыусылар ҙа быйыл һөйөнөп бөтә алмай. Тик иренмәйенсә, йыйып эш итергә генә кәрәк.
Читайте нас: