Шулай уҡ Мәскәү музейында әҙерләнгән туй мәжлесендә лә бар интерьер теге донъяға ишаралай. Ҡып-ҡыҙыл ашъяулыҡтар, ҡара һауыт-һаба, өҫтәлдәрҙә – ҡыҙыл мәк сәскәләре. 300 ҡунаҡ саҡырылған был туйҙы ҡайһы берәүҙәр христиан диненән көлөү тип ҡабул итһә, икенселәр, киреһенсә, рухи яҡтан дингә яҡынайыу, ти.
Ә бит Ксения Собчак үткән һайлауҙа Рәсәй Президентылығына кандидат та булғайны, ул еңеп сыҡҡан булһа, ил менән ни ҡылыр ине – уйлауы ла ҡурҡыныс.