"Йәмәғәтселек электрогазетаһы" үткәргән конференция ошо һорауҙарға яуап табыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙы. Йыйылған журналистар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, эксперттар алдында республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Нияз Фазылов, Башҡортостандың Экологтар союзы рәйесе Александр Веселов, республика Прокуратураһының иҡтисад өлкәһендәге ҡануниәтте күҙәтеү бүлеге етәксеһе Динар Фәрхетдинов һәм башҡалар сығыш яһаны, һорауҙарға яуап бирҙе.
Сығыш яһаусыларға һорауҙар шулай уҡ социаль селтәр буйынса ла килде, сөнки был сара бер юлы интернетта видеоконференция рәүешендә лә барҙы.
"Сүп-сар реформаһы ҡыйынлыҡтар менән бара, ләкин ул барыбер бара, халыҡ – сүп-сар йыйыуҙың цивилизациялы тәртибенә, ә төбәк операторҙары тейешенсә эшләргә өйрәнгәнсе, бер нисә йыл үтәсәк әле" – сығыш яһауҙарҙан ошондай һығымта яһарға мөмкин. Был тармаҡта һорауҙар күп һәм уларҙы хәл итеүҙең нисек барыуы хаҡында гәзитебеҙҙең алдағы һандарынын береһендә уҡый алаһығыҙ.Башҡортостан гәзитенән.