Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
15 Сентябрь 2019, 08:54

Рәйсә Яруллина: “Максимдың тел өйрәнеүгә һәләте бәхәсһеҙ”

Ошо көндәрҙә "Рәсәй 1" федераль каналында өс йәшлек Максим Мухин "Ғәжәйеп кешеләр" ("Удивительные люди") тапшырыуында сығыш яһап, халыҡты хайран иткәйне.

Уның бер нисә телдә иркен аралашыуы, шул иҫәптән башҡорт телендә лә, беҙҙә, яҡташтарында, һис шикһеҙ, ҙур ғорурлыҡ тойғоһо уятты. Шуныһы шатлыҡлы: Максим үҙенең дәғүәселәрен артта ҡалдырып, сираттағы этапҡа сыҡты. Бында беҙҙең яҡташтарҙың да өлөшө бар: башҡорт малайына республика халҡы әүҙем тауыш бирҙе.


Максимдың әсәһе Рәйсә – Ҡыйғы районынан. Алдынғы ҡарашлы ҡыҙ – телдәр белгесе, лингвист, шулай уҡ бер нисә телдә иркен аралаша. Бынан бер нисә йыл элек ире Артем менән бергә Өфөлә LingvoKid балалар лингвистик үҙәген асҡан, йыл ярым элек иһә ғаилә тел өйрәнеү тәжрибәһен киңәйтеү маҡсатында Ҡытайға күскән.


“Максим беҙҙе уратҡан донъя хаҡында яҡшы хәбәрҙар. Ул үҙенән күпкә өлкәнерәк балалар кимәлендә фекер йөрөтә. Бик асыҡ, ихлас, ҡыҙыҡһыныусан бала. Юмор тойғоһо ифрат шәп, артислыҡ һәләттәрен дә күрәм. Зиһенде уйнатҡан шаяртыуҙары менән ҡыуандыра, һүҙҙәрҙең төрлө телдә яңғыраштарын сағыштыра.


Иғтибар ярата, оялып тормай. Рәсәй телеканалындағы тапшырыуҙа ла ҡул сапҡан һайын тамашасыларҙы баш эйеп сәләмләне, үҙен тота белде. Был йәһәттән ул минән йөҙ тапҡыр арттыра. Әйткәндәй, француз телен ул фәҡәт үҙе йәнһүрәттәр, йырҙар, китаптар аша өйрәнде. Телдәрҙе өйрәнеүгә ифрат ҙур һәләте бар – был бәхәсһеҙ”, – ти Рәйсә Яруллина (Мухина) улы тураһында.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: