Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
15 Сентябрь 2019, 08:52

“Ошо һимеҙлегем сәбәпле саҡ үлмәнем…”

Был хәл 90-сы йылдарҙа була. Юнир Салауатов ныҡ һимереп, 120 килограмм ауырлыҡҡа тиклем етә. "Шул сәбәпле саҡ үлмәнем", – тип башынан үткән ваҡиғаны һөйләне ул.

"...Ул заманда 10 миллион һум аҡса бар ине. Ҡатын: "Фәлән кешенең машинаһы бар, ә беҙҙең күрше ауылға барырлыҡ мотоциклыбыҙ ҙа юҡ", – тип ҡолаҡ етен ашағас, еңел автомобиль алырға булдым.


Татарстанда машиналар осһоҙораҡ тигәстәр, юлға сығырға әҙерләндем. Нәҡ шул ваҡытта телевизорҙан күрше республикала бер ғаиләнең кешеләрҙе һуйып ашауы тураһында тапшырыу күрһәттеләр. Шул йөрәккә шик булып ятты бит.


...Татарстанда маҡтап һөйләгән баҙарҙарына барҙым, тик күңелгә оҡшаған машинаны тапманым. Ҡайтырға сыҡҡанда һуңға ҡалдым, бер вокзалда поезға билет алып, көтә башланым. Станцияла бер кем дә юҡ. Шул саҡ арттан ике ир миңә пистолет терәп: "Шым, атла!" – тип бойорҙо. Аҡсаны бирермен дә ҡотолормон тип уйлауым килеп сыҡманы – мине машинаға ултыртып, ауыҙға ниҙер йәбештереп, күҙҙе ҡаплап, билдәһеҙ йүнәлештә алып киттеләр. Ниндәйҙер йортҡа алып барып, баҙға төшөрөп бикләп ҡуйҙылар.


Баҙҙа ултырған саҡта өҫтә һөйләшкәндәрен ишетеп ҡалдым. Ҡатын: "Һимеҙ ир, ите күп булыр. Ит турағыстан үткәреп, бәлештәр бешереп һатырбыҙ", – ти. Минең ҡот бот төбөнә төштө. Төндә баҙҙан сығарып, ҡап-ҡараңғы һарайға индерҙеләр. "Үлһәм үлермен, әммә көрәшеп үлер кәрәк", – тип уйланым да, ҡулымды тегеләрҙән ҡапыл тартып алып, башымдағы сепрәкте сисеп ырғыттым. Тегеләрҙең береһенең аяғына ныҡ итеп типтем, ул йығылып китте. Икенсеһен бөтә көсөмә һуғып осорҙом. Уныһы үҫмер булып сыҡты, шунда уҡ: "Әсәй!" – тип ҡысҡырып ебәрҙе...


Шул тауышҡа ҡапыл уянып китһәм, ҡатыным иҙәндә ята. Йоҡо аралаш, төшөмдә һаташып ятҡанда хәләл ефетемде карауаттан тибеп төшөргәнмен икән. Уның ҡысҡырған тауышына уянып киткәнмен...


Бына ошо ҡурҡыныс төш һабаҡ бирҙе: унан һуң мин каннибалдарға һуғым булмаҫ өсөн ябығып, башҡаса улай һимермәҫкә үҙемә һүҙ бирҙем", – тип Юнир Салауатов үҙенең ниңә һәр саҡ һомғол, егеттәрсә кәүҙәле булыуының сере менән уртаҡлашты.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: