Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
15 Сентябрь 2019, 08:56

Ғүмерҙе оҙайтыусы ете ғәҙәт

Беҙҙең бөтә тормошобоҙ көндәлек ғәҙәттәрҙән тора. Һау-сәләмәт йәшәү, ғүмерегеҙҙең оҙайлыраҡ булыуы өсөн ошо ғәҙәттәрҙе лә үҙләштерегеҙ, тип кәңәш итә белгестәр.

* Йоҡонан уяныу менән ҡапыл һикереп тормағыҙ, артыҡ ҡабаланыу көсөргәнеште арттыра. Карауатта бер нисә минут рәхәтләнеп һуҙылып ятыу дөрөҫөрәк.


* Тороу менән ас ҡарынға бер стакан һыу эсеү ашҡаҙан-эсәк трактына һәйбәт йоғонто яһар.


* Дүрт сәғәт һайын ашарға тырышығыҙ. Был ҡанда шәкәр кимәлен тотороҡлораҡ итер.


* Күберәк баҫып тороу, атлап йөрөү файҙалы. Бер-ике туҡталышты көн дә йәйәү үтегеҙ.


* Эшкә 10-15 минутҡа алданыраҡ сығыу һуңларға ҡурҡыу тойғоһонан ҡотҡарыр, стресты кәметер.


* Тағы ла бер яҡшы кәңәш: зарланмағыҙ, ғәйбәт һөйләмәгеҙ. Был насар ғәҙәттәр һеҙҙә кире тойғоларҙы ҡуҙғытыр ғына. Ғәйбәтсене бер кем дә өнәмәй, буш хәбәрҙән бер кемгә лә файҙа юҡ.


* Тормоштағы һәр ваҡ-төйәктән ҡәнәғәтләнеү алып, шатланып йәшәгеҙ. Кискеһен биш минут табып, бөгөнгө көндән ниндәй һабаҡ алыуығыҙ хаҡында ла уйларға тырышығыҙ. Кешеләрҙе яратыу тойғоһо – ул бит һеҙҙең эске эшмәкәрлегегеҙ һөҙөмтәһе.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: