Һаулығының ҡырҡа насарланыуы сәбәпле табиптар уны яһалма кома хәленә индергән, тиелә. Ҡайһы бер белгестәр фекеренсә, тимәк, Настяға операция эшләргә һуң һәм бик хәүефле. Мейеһенең шешеүе сәбәпле химия һәм нур терапиялары эшләүҙән дә әлегә фәтүә юҡ.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, актрисаға дүртенсе стадиялағы мейе яман шеше диагнозы ҡуйылған. Төрлө хәбәрҙәр буйынса, Заворотнюкта яман шеш ЭКО алымы менән бала табыу сәбәпле барлыҡҡа килгән, тиҙәр: уның былтыр октябрҙә ҡыҙы тыуғайны. Күрәһең, был процедураның зыянлы яҡтары ла барҙыр.
Ҡатын-ҡыҙҙар, һаулығыбыҙҙы ҡайғыртайыҡ, ә Анастасияға шәбәйеүен теләйек.