Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
14 Сентябрь 2019, 20:15

Һоро ҡуяндар ҡараға әйләнгән

Салауат ҡалаһында сентябрь башында нефть заводтары эргәһендә экологик нормаларҙы һаҡламау сәбәпле йыйылған мазут күлендә ҡуян балалары батҡан.

Уларҙы осраҡлы үтеп барыусы күреп ҡалып ҡотҡарған. Эшселәр әйтеүенсә, баштан-аяҡ нефть пленкаһы менән ҡапланған ҡуянҡайҙарҙы заводҡа индереп, ике сәғәт таҙартып йыуалар. Бисаралар ҡаранан кире һоро төҫкә ингәс, табылған урынға кире илтеп ҡуялар.


Ә әсәләре балалары батҡан урында моңайып көтөп ултырған.
Читайте нас: