Көн һайын туғандары уға яратҡан олатаһы күптән үлгәнен әйтһә лә, ҡыҙ ике сәғәттән был хаҡта онота ла тағы уны һорай. Һылыуҙың ошондай ауырыуға тарығанына табиптар ҙа аптырай, сөнки уларҙың бындай хәл менән тәүгә осрашыуы икән. Алдан улар хатта ҡыҙҙың мейеһе һелкенеүен тикшермәгән дә, йортона ҡайтарып ебәргәндәр.
Ҡыҙҙың атай-әсәһе ҡайғыға батҡан, сөнки табиптар тынысланырлыҡ бер нәмә лә әйтмәй. Әгәр хәл ошолай дауам итһә, ярты йылдан тағы ла насарыраҡ булыуы мөмкин.
Әйткәндәй, бынан 20 йыл элек Британия ғалимдары ла ошондай хәл менән осрашҡан. 38 йәшлек ир ун йыл буйы бер көнлөк хәтер менән йәшәгән. Йөҙләгән нейрофизиолог әллә күпме тикшереп, бер ни ҡыла алмаған.
Их, ҡыҙ йәл... Хәле һәйбәтләнһә генә ярар ине.