Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
14 Сентябрь 2019, 20:26

Баланың тәне шешенгән, ҡарайған...

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы намыҫһыҙ табипҡа яза биргән. Ул шелтә менән ҡотолған. Ә һәләк булған малайҙың атаһы бының менән риза түгел.

Эш шунда. Июлдә Дыуан районында туғыҙ йәшлек Вадим исемле малай һыуға батып үлгән. Баланың кәүҙәһен моргка алып барғандар, уның хеҙмәткәрҙәре кәүҙәне тәртипкә килтерәм тип аҡса алған. Әммә һуңғы юлға оҙатыу өсөн мәйетте алырға килгән ата-әсәнең ҡото осҡан: Вадимдың тәне шешенгән, ҡарайған...


Малайҙың атаһы, кәүҙәне йылыла, моргтың иҙәнендә һаҡлағандар, тип бара. Вәғәҙәләгәнсә, һыуытҡысҡа һалмағандар.


Баланың атаһы хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт иткән, ғаиләнең ҡайғыһында аҡса эшләгән морг хеҙмәткәрҙәрен яуаплылыҡҡа тарттырыуҙы һораған.


Тикшереүҙәр ағайҙың һүҙҙәренең дөрөҫлөгөн иҫбатлаған, әммә шелтә ише яза менән атай риза түгел.
Читайте нас: