Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
13 Сентябрь 2019, 10:42

Йыл әйләнәһенә тәбиғәт ҡосағында

Урман һәм урман эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө йыл һайын сентябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә билдәләнә. Әммә Стәрлебаш участкаһы хеҙмәткәрҙәре байрамдың яҡынлашыуын календарға ҡарап түгел, ә йәнәшәлә үҫкән саған ағасына ҡарап билдәләй - әгәр ул ҡуйы ҡыҙыл төҫкә инә башлаһа - тимәк, ҡотлауҙар ҡабул итергә ваҡыт.

Урман хужалығы Урман Кордоны ауылында урынлашҡан. Бында уңайлы һәм тыныс.

-Ҡайһы саҡ, бындағы тәбиғәттең хозурлығына һоҡланып торабыҙ, ә ҡайһы мәл саҡ уға баш күтәреп ҡарарға ла ваҡыт юҡ - эш күп, - тиҙәр ағас эшкәртеү буйынса цех хеҙмәтсәндәре.

Беҙ килгән мәлдә таҫмалы пилорама геү килеп эшләй ине. Эргәлә генә яңы бысылған таҡталар теҙеп һалынған, уларҙы оҙаҡламай заказсы алып китәсәк.

Цехтағы бөтә процесты мастер Марс Йосопов контролдә тота. Хеҙмәтсәндәр араһында ул урман киҫеүсе Нияз Ғүмәровты (һүрәттә) билдәләне. Әммә күп производстволарҙағы кеүек үк, бында ла бер кеше бер нисә бурысты башҡара. Ул көндө Нияз Назим улы пилорамала эшләй ине, ә икенсе көнөнә, уны урманға ағас әҙерләргә ебәреүҙәре ихтимал. Бер һүҙ менән әйткәндә, ул бөтә эште башҡара. Нияз Ғүмәров менән әңгәмәләшкәндә, уның ҡасандыр балалар баҡсаһында хужалыҡ мөдире булып эшләүен белдек. Ун йылдан ашыу элек урмансылыҡҡа килгән. Эш оҡшаған, ҡалырға ҡарар иткән. Эшенә күңел биреп эшләй, яйлап ҡына бөтә кәрәкле оҫталыҡтарға өйрәнә. Хәҙер ул иң яҡшы хеҙмәткәрҙәр иҫәбендә.

БР «Стәрлетамаҡ урман хужалығы» учреждениеһының Стәрлебаш участкаһы начальнигы Айҙар Сәхипгәрәев та кадрҙарҙан ҡәнәғәт. Һөнәри байрамыбыҙҙы коллектив тейешенсә, хеҙмәт уңыштары менән ҡаршылай, тип билдәләне ул.

- Быйыл беҙ 21 гектар майҙанға ағас ултырттыҡ. Бынан тыш, халыҡ менән «Йәшел Башҡортостан» республика акцияһында ҡатнаштыҡ, уның ярҙамында йәш урмандар майҙаны тағы ла 12 гектарға артты. Техник база даими яңыртыла. Әле алты район ингән «Стәрлетамаҡ урман хужалығы» ике ҙур йөк автомашинаһы һатып алды, уның хеҙмәттәре менән беҙ ҙә файҙаланабыҙ. Беҙҙең Стәрлебаш участкаһы ер эшкәртеү һәм урман буйлап янғынға ҡаршы һыҙат һыҙыу өсөн һабан алды. Йыл башынан халыҡ заявкаһы буйынса 300 кубометр пиломатериал - таҡта, прожилина, бурса һатылды, «Кроношпан» йәмғиәте менән хеҙмәттәшлек итеүебеҙҙе дауам итәбеҙ, завод беҙҙән ағас плитәләр етештереү өсөн ағас (нигеҙҙә, ҡарт ағастарҙы) һатып ала, - тип ҡыҫҡаса таныштырҙы урман хужалығы эштәре һәм уның етештереү эшмәкәрлеге менән беҙҙе Айҙар Хәйҙәр улы.

Питомникта үҫентеләр үҫтерәләр. Киләсәктә урман булдырыу өсөн орлоҡто үҙҙәре әҙерләй. Ҡарағай, ҡайын, пирамидаль тирәк, миләш һәм башҡа ағас үҫентеләрен өс ҡатын ҡарай. Шуларҙың береһе - Миләүшә Абдрахманова (һүрәттә), уны беҙ уға тапшырылған участка - һәр ҡайһыһы 100 метр тәшкил иткән биш рәт ҡарағай араларын утап йөрөгәндә тап иттек.

- Үҫентеләр уртаса ҡуйылыҡта, рәт аралары - таҙа булырға тейеш. Иң мөһиме, ваҡытында һәм ентекле, айырыуса, үҫентеләр нығынып киткәнсе тәүге айҙарҙа утарға кәрәк, улар бәләкәй бала кеүек - һәр ваҡыт иғтибар һәм хәстәрлек талап итә, - тип уртаҡлашты үҫентеләрҙе тәрбиәләү серҙәре менән питомник хеҙмәтсәне. - Үҫентеләрҙең бер өлөшөн быйыл яҙ ултырттыҡ, икенсе өлөшө ултыртыуға әҙер тиһәк тә була.

30 мең йәш ҡарағай үҫентеһе киләһе йылда ҡайҙалыр юл йәки баҫыу буйында үҙ урынын табасаҡ, унда тиҫтәләрсә йылдан ысын урман үҫеп сығасаҡ - уның матурлығына беҙҙең балаларыбыҙ, ейән-ейәнсәрҙәребеҙ һоҡланыр әле. Бының өсөн тырышып эшләһәң дә була.Фаягөл ЙОСОПОВА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотолары.
Читайте нас: