Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
13 Сентябрь 2019, 10:49

Яңы рубрика асабыҙ!

Күптән түгел район етәкселеге тарафынан үткәрелгән граждандарҙы ҡабул итеү ваҡытында Аллағыуат ауыл биләмәһе ветерандары: «Стәрлебаш шишмәләре» район гәзите биттәрендә: «Нисек йәшәйһең, ветеран?» тигән яңы рубрика асырға ине» тигән теләк белдерҙе.

Хөрмәтле ветерандар, һеҙҙең үтенес иғтибарға алынды. Әммә һеҙҙе лә әүҙем булырға саҡырабыҙ. Ҡағыҙҙа йәки электрон төрҙә яҙған хаттарығыҙҙа нисек йәшәүегеҙ, ниндәй проблемалар борсоуо, беҙҙең ысынбарлыҡта, тирә-яҡта нимә оҡшауы йәки оҡшамауы, йәмғиәтебеҙҙә нимәне үҙгәртергә теләүегеҙ тураһында беҙҙең менән уртаҡлашығыҙ. Бер һүҙ менән әйткәндә, беҙҙең рубрика һеҙҙең өсөн һәм һеҙҙең турала, хөрмәтле ветерандар. Һеҙҙән хаттар, хәбәрҙәр көтөп ҡалабыҙ.

Гәзит редакцияһы.
Читайте нас: