- Ғәли Талха улы, беҙ Һеҙҙе ҡотлайбыҙ һәм Болғар, Төркиә, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Германия кеүек илдәрҙең алдынғы социологтарынан булған күп һанлы ҡотлауҙарға ҡушылабыҙ. Атап әйткәндә, Рәсәй һәм республиканан хеҙмәттәштәрегеҙ ҙә ҡотлауҙарға шулай уҡ ҡушылғандыр тип ышанам.
- Рәхмәт! Халыҡ-ара социологтар берләшмәһе мине юғары баһалауына һәм шундай яуаплы дәрәжә менән бүләкләүенә бик шатмын, әлбиттә. Киләсәктә хеҙмәттәштәремдән тағы ла бик күп ҡотлауҙар алырмын тип ышанам. Беҙгә менталитетты үҙгәртергә, ғалимдарҙың, эшселәрҙең һәм студенттарҙың ҡаҙаныштарына һөйөнөргә өйрәнергә кәрәк.
- Был ваҡиғаға тиклем байтаҡ эштәр башҡарылғандыр? Был осраҡлыҡ түгел бит? Ни өсөн Рәсәйҙән тап Һеҙҙе Евразия социологтар ассоциацияһы президенты итеп һайланылар?
- Быға тиклем фәнни-педагогик эшмәкәрлек алып барылды. Мин Вьетнамда, Польшала уҡыттым. Англия, Франция, Германия кеүек төрлө илдәрҙә Халыҡ-ара фәнни конгрестарҙа ҡатнаштым. Минең монографияларым Болғар, Вьетнам, Төркиәлә донъя күрҙе. Заманса монография баҫмаларым Польшала, АҠШта һәм Төркиәлә булды.
АҠШта (Филадельфия университеты), Польшала (гуманитар академия) ҙур халыҡ-ара проекттарҙа эшләнем.
2005 йылдан Төрки донъя социологтары Союзын булдырыуҙа әүҙем ҡатнаштым.
- 1970 йылдарҙан башлап комсомол һәм партия эшендә булдым. Свердловск юғары партия мәктәбендә уҡыттым. Унда беҙҙең республиканан да артабан яҡшы етәкселәр булып киткән тыңлаусылар күп булды. Ғүмеремдең шул осоро менән ғорурланам.
Артабан Башҡортостанда ике уҡыу йортона: Профсоюз кадрҙарының квалификацияһын күтәреү институтына һәм Хеҙмәт һәм социаль мөнәсәбәттәр академияһының Башҡортостан социаль технологиялар институтына етәкселек иттем.
Улар әле дә белем биреү хеҙмәттәре баҙарында уңышлы эшләй. Профсоюз кадрҙарының квалификацияһын күтәреү институты әйҙәүсе уҡытыу-тикшеренеү үҙәгенә әүерелде. Беҙгә әйҙәүсе ғалимдар: Ежи Вятра (Польша), Ж.Ландье (Франция), Х.Тюфекчиоглу (Төркиә), Генри Тюни (АҠШ), Бөйөк Британиянан CPI корпорацияһы вәкилдәре килде.
Быларҙың барыһы ла мине Евразия социологтар ассоциацияһы президенты итеп күрһәтеүгә һәм һайлап ҡуйыуға этәргес булды.
- Һеҙҙең өсөн бик шатбыҙ. Халыҡ-ара тәжрибәгә эйә һәм Евразия социологы ҡарашлы шәхес булараҡ, әйтегеҙ әле, беҙҙең республикала нимә етешмәй?
- Беренсе сиратта – халыҡ-ара тәжрибә. Икенсенән, инвестициялар бураҙнаһы буйынса үткән, социаль-иҡтисади идара итеү тәжрибәһенә эйә булған кадрҙар кәрәк.
- Ә бындай кадрҙар бармы?
- Уның етәксеһе булараҡ, ассоциация эшендә нимәләр планлаштыраһығыҙ?
- 2019 йылдың ноябрендә Ҡазанда “Евразия һәм глобаль социаль-иҡтисади үҙгәрештәр” Евразия форумы үтәсәк. Был проект Татарстан Республикаһы программаһына инде. Ә 2021 йылда беҙҙең республикала Евразия форумын ойоштороу күҙ уңында тотола.
- Ошо юғары вазифала Һеҙгә һәр яҡлап уңыштар теләйбеҙ.