Республиканың 100 йыллығына бағышланған был фестиваль уҙған йылда башланып, Башҡортостан халҡын муниципалитеттар һәм ҡала округтары ҡаҙаныштары менән таныштырыуын дауам итә. Стәрлебаштар, эстафетаны шишмәләрҙән ҡабул итеп, беҙҙең райондың ҡаҙаныштарын тулыһынса күрһәтергә, уның арҙаҡлы шәхестәре, хозур тәбиғәте тураһында һөйләргә тырышты.
Презентация рәсми рәүештә 19.00 сәғәттә башланды. Әммә быға тиклем бында Стәрлебаш районында тыуып үҫкән, әммә һуңынан Өфөгә күсенгән яҡташтарыбыҙ, бөгөн шунда уҡыған студенттар йыйыла башланы. Улар биҙәү-ҡулланма сәнғәте әйберҙәре күргәҙмәһен, урындағы фермерҙар һәм эшҡыуарҙарҙың продукцияһын ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны. Билдәләп үтергә кәрәк, һуңғыһын, айырыуса. Һәм был ғәжәп түгел, сөнки ул экологик яҡтан таҙа, тәмле, уларға бер ҡарап алыу ҙа ныҡ һөйөндөрҙө. Мәҫәлән, Йәшергән ауылынан ирле-ҡатынлы Розалия менән Хәйҙәр Солтановтар матур һауыттарға һалынған быйылғы бал, һитә, кәрәҙле бал, һеркә кеүек умартасылыҡ продукцияһын күрһәтеп кенә ҡалманы, уны теләгән һәр кемгә һатты ла.
Икмәк-булка изделиелары - төрлө-төрлө ләүәштәр, икмәк, булкалар күрһәткән ирле-ҡатынлы Азалия менән Айрат Фәрхшатовтар сара аҙағына бөтә продукцияһын һатып бөттө тип әйтһәң дә була.
Бауырһаҡ, сәк-сәк, печенье алып килгән ирле-ҡатынлы Лилиә менән Рөстәм Буранғоловтар, үҙе етештергән йылы, дауалаусы һәм бик матур итеп кейеҙҙән эшләнгән әйберҙәр алып килеп, яртыһынан күбен һатҡан Мөнирә Әһлиуллина тураһында ла шулай тип әйтергә була. Ибрай көнбағыш майын күрһәткән Фидан Шәйхуловтың өҫтәле эргәһендә лә кеше бик күп ине, уның продукцияһы бик популяр һәм районда ғына түгел, унан ситтә лә ҙур һорау менән файҙалана. Бына был юлы ла презентацияға килеүселәр уны рәхәтләнеп һатып алды.
Стәрлебаштың мамыҡ шәлдәре - район бренды. Улар йомшаҡ ҡына түгел, ә күңел йылыһы һалып, матур семәрле биҙәктәр менән бәйләнгән, күҙҙең яуын алырлыҡ! Күргәҙмәлә уларҙы «Стәрлебаш биҙәктәре» оҫтабикәләр клубы етәксеһе Зөлфиә Вапаева күрһәтте.
Балалар ижад йорто вәкилдәре лә күргәҙмәгә балсыҡ, сәйлән, төрлө ептәрҙән эшләнгән бихисап ҡул эштәре, төрлө стилдә яҙылған картиналар алып килгәйне. Сағыу, күҙ яуып алып торған был әйберҙәр был юлы ла үҙҙәре йәнәшәһендә бик күп халыҡ йыйҙы.
Беҙҙең райондың ижади кешеләргә һәм, айырыуса, яҙыусылар һәм шағирҙарға ни тиклем бай булыуын «Илһам алып тыуған төйәктән» күргәҙмәһендәге стендтарҙан белергә мөмкин ине, уны район биләмә-ара китапханаһы хеҙмәткәрҙәре күрһәтте. Һәм был ғына түгел. Китаптарҙы ҡулға алып, уны ҡарап сығырға, яҙыусыларҙың күңел ҡылдарына ҡағылырға мөмкин булды.
Үҙәк район дауаханаһы коллективы тураһында иң тулы мәғлүмәтте үҙәк район дауаханаһы күрһәткән фотоальбомдар, фотостендтар һәм китаптарҙан, ә иң яҡшы спортсылар тураһында - «Спортсы Стәрлебаш» фотостендынан белергә мөмкин ине. Аҡлы-ҡаралы фотоһүрәттәрҙән бөгөн йәнәшәбеҙҙә булмаған, әммә райондың спорт ҡаҙаныштарына тос өлөш индергән кешеләр ҡарап тора. Ә төҫлө фотоларҙа - беҙҙең көндәрҙәге еңеүселәр - көрәшселәр, гер күтәреүселәр, волейболсылар, саңғысылар... Уларҙың ҡаҙаныштары тураһында район спорт комитеты рәйесе Рөстәм Яруллин ентекле һөйләне.
Район - тәү сиратта, үҙ традициялары, ғөрөф-ғәҙәттәре һәм йолалары булған ауыл биләмәләре берләшмәһе. Райондың 15 ауыл биләмәһенең һәр ҡайһыһы фотостендта күрһәтелгәйне, шунда уҡ уларҙың иҡтисади күрһәткестәре килтерелгән, алдынғыларҙың, билдәле ғаиләләрҙең фотоһүрәттәре ҡуйылған. Уларҙы район тыуған яҡты өйрәнеү музейы хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән.
Сәғәт 18.40. Филармония фойеһында дәртле гармун моңдары яңғырай. Икмәк, бауырһаҡ, ҡымыҙ тотҡан милли кейемдәрҙә ҡыҙҙар, ижади коллективтар йыр һәм дәртле бейеү менән ҡәҙерле ҡунаҡтарҙы ҡаршыланы. Күстәнәстәстәрҙе ауыҙ итеп, улар филармония фойеһында күргәҙмә экспонаттары һәм уларҙы күрһәтеүселәр менән танышты. Мәҫәлән, Салауат Харасовты умартасылыҡ продукцияһы бик ҡыҙыҡһындырҙы. Эшҡыуар Хәйҙәр Солтановты тыңлағандан һуң, ул ошонда уҡ ҡайһы берҙәрен һатып алды. Танышыу барышында район хакимиәте башлығы Рөстәм Рахманғолов та, шәхси эшҡыуарҙар ҙа ҡунаҡтарға аңлатма бирҙе.
Ә шул ваҡытта фойела кешеләр бик күп йыйыла башланы. Ҡасандыр бер-береһен яҡшы белгән һәм ваҡыт үтеү менән бәйләнеште юғалтҡан яҡташтар бөгөн көтөлмәгән осрашыуға шат булыуы күренеп тора ине. Улар ҡосаҡлашты, бер-береһенең тормошо менән ҡыҙыҡһынды, яңылыҡтар менән уртаҡлашты, фотоға төштө. Таныш кешеләр бик күп ине. Рәфис Зыязетдинов, Вәрис Туҡтаров, Рауил Ғатауллин, Таһир Әхмәҙиев, Рәмил Әхмәтов, Гөлнара Мөлөкова, Минетдин Шафиҡов, Данир Ғәйнуллин, Әнисә Яхина, Флүр Ғәлимов, Рәлиф Кинйәбаев, Марс һәм Марсель Фәрхшатовтар һәм башҡалар. Әйткәндәй, Марсель Нурулла улы презентацияға хеҙмәттәштәрен - Өфөлә командировка килгән Киото дәүләт университетынан япондар Ясуши Имамаку һәм Масуми Исогайҙы саҡырған. Улар күргәҙмә менән рәхәтләнеп танышты һәм хатта ҡайһы бер продукттарҙы ауыҙ итеп ҡараны. Айырыуса уларға беҙҙең бауырһаҡ һәм бал оҡшаны. Кейеҙ әйберҙәргә лә улар битараф ҡалманы. Ясуши, кейеҙ аяҡ кейемдәрен кейеп ҡарап, ҡәнәғәтлек менән русса «хоросо» тип билдәләне.
Ә 19.00 сәғәттә райондың иң яҡшы ижади коллективтарының байрам концерты башланды. Ул матур видеопрезентация менән асылды, унда муниципалитеттың тормошо һәм ҡаҙаныштары, уның халҡы, райондың бай тарихы, стәрлебаштарҙың бөгөн нисек йәшәүе, нимәләр өҫтөндә эшләүе тураһында күрһәтелде. Әгәр тарих төпкөлөнә күҙ һалһаҡ, райондың үткәне Мөхәмәтшакир Туҡаевтың исеменә һәм хатта Бохара, Стамбулда, Үзбәкстанда яҡшы билдәле булған мәҙрәсәгә тығыҙ бәйле...
Райондың үҫеш тарихында, уның мәҙәни-спорт тормошонда, ауыл хужалығында сағыу эҙ ҡалдырған кешеләрҙең исемдәре алтын хәрефтәр менән уның йылъяҙмаһына яҙып ҡалдырылған. Был Советтар Союзы Геройҙары Абдулла Әхмәтов һәм Сафа Хәсәнов, Мөхәмәтнур Фәтҡиев, Барый Арыҫланғолов, Шамил Рәхмәтуллин, Хәй Фәхриев, Сәйет Фәтҡуллин, Рауил Әсфәндийәров, Мәхмүт Мәхмүтов һәм башҡалар. Видео - һәм фотослайдтар билдәле шәхестәргә, шулай уҡ тәбиғәт матурлығына, райондың ҡаҙаныштарына бағышланды һәм матур концерт программаһы менән оҙатылып барҙы.
Һәр номерҙы тамашасылар көслө алҡыштар менән ҡаршыланы. Сағыу, матур, милли костюмдар кейгән үҙешмәкәр артистарҙың моңло йырҙары, дәртле бейеүҙәре, ҡурай, баян моңдары, ихлас, йөрәк елкендергес сығыштары - быларҙың барыһы ла берҙәм һоҡланғыс колейдоскопҡа берләште һәм залда ултырыусыларҙы әсир итте. Ике сәғәткә яҡын һуҙылған концерт бер тында үтте. Был йәһәттән концертта ҡатнашыусыларҙың өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Финалда марафон штандарты Салауат районы вәкилдәренә тапшырылды.
- Ойоштороусыларға һәм сығыш яһаусыларға район тарихының бай йылъяҙмаһын күрһәтеү мөмкинлеге өсөн рәхмәт. Бөгөн беҙ уның иң сағыу һәм фажиғәле биттәрен ҡараныҡ, тип билдәләне сығышында Рөстәм Рахманғолов. - Районыбыҙ ни тиклем таланттарға бай булыуын күрҙек. Ошо тарихи көн тураһында иҫтәлеккә, уны, ошо концертты һәм беҙҙе, стәрлебаштарҙы иҫләһендәр өсөн штандартты һәм беҙҙән иҫтәлекле бүләк - картинаны ҡабул итегеҙ.
Яуап һүҙендә Салауат районы хакимиәте башлығы Марс Кашапов салауаттар стәрлебаштар менән рәхәтләнеп осрашты, талантлы кешеләрҙе һәм, айырыуса, улар араһында республикабыҙҙың киләсәге, бала саҡтан уның бай мәҙәниәтенә ылыҡтырылған балаларҙың һәм йәштәрҙең күп булыуын күреү бик күңелле булды, тип билдләне.
Беҙҙең дә шулай уҡ ҡунаҡтарға күрһәтер, ғорурланыр нимәләребеҙ күп, тип билдләне Марс Марат улы. Беҙҙең районда бөтә нимә башҡорт халҡының легендар батыры Салауат Юлаевтың исеменә бәйле. Һеҙгә ошо осрашыу тураһында иҫтәлеккә рәссам Альберт Насибуллиндың милли геройҙы хәтерләткән тау төшөрөлгән картинаһын бүләк итәбеҙ.
Концерт тамашалы финал менән тамамланды. Унда презентацияла ҡатнашырға килгән бөтә коллективтар ҡатнашты. Ә тамашасылар ҙа таралышырға ашыҡманы. Сығыштар, алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Һәм... яҡташтарыбыҙға онотолғоһоҙ тәьҫораттар бүләк итер өсөн йышыраҡ килергә саҡырҙы.
Рәйсә МУСИНА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотолары.