Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
13 Сентябрь 2019, 10:47

Көслө рухлы булып китте...

Ул Хәлекәй ауылынан Фатима менән Ҡадир Зәйнуллиндарҙың ишле ғаиләһендә һигеҙ баланың алтынсыһы булып тыуа. Егәрле, маҡсатҡа ынтылыусан, яуаплы булып үҫә, ауырлыҡтарҙан һәм проблемаларҙан ҡурҡмай. Ғүмер буйына эшләй, райондың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, һәр нимәгә үҙ фекере була һәм уны яҡлай белә. Уның ғүмере, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡыҫҡа, әммә сағыу, төрлө ваҡиғаларға бай булды. Бөгөн Наилә Ҡадир ҡыҙы Ғиззәтуллинаға 65 йәш тулған булыр ине. Күркәм юбилейын ҡаршыларға уға бер айҙан да аҙыраҡ ваҡыт ҡалғайны...

Тормошомдоң бер осоронда миңә Наилә Ҡадир ҡыҙының әсәһе Фатима инәй менән тығыҙ аралашып алырға тура килде. Ул ҙур булмаған кәүҙәле, етди, әммә бик ғәҙел, тыныс, изгелекле булды, бер минут эшһеҙ ултырмай ине.

Бер ваҡыт балалары тураһында һүҙ сыҡҡас:

- Наилә беҙҙең бала саҡтан уҡ үҙ һүҙле булды, - тип йылмайҙы инәй. - Әгәр бер эш башлаһа, уны тамамламайынса тынысланмай. Шәл ситен бәйләй башлаһа, бәйләп бөтмәйенсә йоҡларға ятмай торғайны. Ҡаҙҙар артынан йылғаға ебәрһәң, кискә тиклем йөрөһә йөрөй, әммә бөтәһен дә йыймайынса, өйгә ҡайтмай ине.

Ҡыҙҙың атаһы Ҡадир Насир улы һуғыштан икенсе төркөм инвалиды булып ҡайта. Ул техниканы яҡшы белә. Ғүмер буйына колхозда эшләй. Әсәһе Фатима Сабур ҡыҙы, тегеүсе булараҡ, һуғышҡа шинелдәр һәм бушлаттар, ә тыныс ваҡытта ғаиләһенә, туғандарына, ауылдаштарына әйберҙәр тегә.

Балалары бәләкәйҙән үк ҡатын-ҡыҙ һәм ир-ат эшен белеп үҫә. Йорт һәм хужалыҡ буйынса мәшәҡәттәрҙән тыш, барлыҡ алты ҡыҙ шәл, ойоҡбаштар бәйләй, яҡшы тегә... Мәктәптән һуң Наилә документтарын «Экономист» белгеслеге буйынса Стәрлетамаҡ технология техникумына тапшыра. Уны тамамлағас, Стәрлебашта көнкүреш хеҙмәтләндереү комбинатында бухгалтер булып эш башлай һәм 15 йылдан үҙе шунда директор булып, артабан коллективҡа етәкселек итә. Әммә күптәр Наилә Ҡадир ҡыҙын 1999 йылдан алып етәкселек иткән беҙҙең райондың РФ Пенсия фонды идаралығы начальнигы, шулай уҡ «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының урындағы башҡарма комитеты секретары һәм район яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе вазифаһында хәтерләй.

Барлыҡ өс вазифа - тынғыһыҙ, мәшәҡәтле, күп көс, ваҡыт, һәм, дөрөҫөн генә әйткәндә, ныҡлы ихтыяр көсө лә талап итә. Әммә Ғиззәтуллинаның холҡонда аңлаталмаҫлыҡ рәүештә эске ихтыяр көсө һәм ҡатын-ҡыҙға хас нескәлек, эшкә таһыллыҡ һәм йомшаҡлыҡ, изгелеклелек һәм ваҡыты менән үткерлек бар ине. Ул эшендә, йәмәғәт һәм сәйәси тормошта ғына түгел, киң белемле шәхес булараҡ, бөтә ерҙә өлгөрә. Хәстәрлекле тормош иптәше, өс ул әсәһе, өләсәй булараҡ, ул аш-һыу бешереп, йыуып-йыштырып ҡына ҡалмай, төрлө-төрлө сәскәләр ҙә үҫтереп өлгөрә ине. Сөнки Ғиззәтуллиндарҙың бөтә йорто сәскәгә күмелгән. Үҙенең шөғөлөн хеҙмәттәштәренә лә «йоҡтора». Уларҙың, һәм, айырыуса, техперсоналдың дөйөм тырышлығы менән, Пенсия фонды территорияһы бына байтаҡ йылдар матур сәскәле келәмде хәтерләтә, ә уның коллективы - уҙған йылдарҙа районда үткәрелгән сәскәләр байрамында алыштырғыһыҙ еңеүсе. Бынан тыш, тыуған еренә сикһеҙ ғашиҡ булған Наилә Ғиззәтуллина, туғандары, ауылдаштары, яҡташтары ярҙамы менән тыуған ауылында мәсет төҙөүҙе ойоштора. Ә тағы ла, Аллаһ Тәғәләгә ышанып, намаҙға баҫа, ураҙа тота, дини байрамдарҙы билдәләй. Шиғырҙар яҙып, өс йыйынтыҡ сығара. Район Советы депутаты, район Советы рәйесе урынбаҫары, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты ярҙамсыһы, ә һуңғы йылдарҙа - «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы башҡарма комитеты етәксеһе булараҡ, төрлө ерҙәргә барыуға һәм граждандарҙы ҡабул итеүгә күп ваҡыт сарыф итә. Һәм был ғына түгел, уны шулай уҡ Яңы йыл алдынан хеҙмәттәштәре менән боҙ һындар эшләгәндә, бассейнда йөҙгәндә, саңғы трассаһында, һәм һәр ваҡыт төрлө саралар һәм ярыштарҙа «Берҙәм Рәсәй» логотибы төшөрөлгән футболкала еңеүселәрҙе ҡотлағанда күрергә мөмкин ине... Һуңғы ете йылда ул аяуһыҙ сир менән көрәште. Берәүгә лә зарланмайынса, ауырыуын сабыр һәм ҡыйыу үткәрҙе. Дауаланғандан һуң ғәҙәти тормошто алып барыу ни тиклем ауыр булыуын үҙе һәм яҡындары ғына белде. Башҡаса ул булдыра ла алманы. Ваҡиғалар һәм кешеләр араһында ҡайнау, уларға кәрәкле булыу - был уның тормош рәүеше булды. Был, саф һауа һулау кеүек. Ошо йылдарҙа уның йәнәшәһендә һәр ваҡыт яҡындары - тормош иптәше Альфред Ибраһим улы, улдары Азат, Ирек, Илшат һәм яҡындары булды. Уларҙың шылтыратып, хәл белеүе, йәнәшәһендә булыуы, ярҙамдары уға йәшәү, ауырыуына ҡаршы көрәшеп, еңер өсөн көс бирә. Яҡындары, ғәйәт ҙур ихтыяр көсө ярҙамында ул сирләгән килеш ете йыл ғүмер итә. Һәм ул һуңғы һулышына тиклем тормошто яратты, еңелмәне, бирешмәне, йәшәгән саҡта ниндәй бар ,шундай лидер, ижади күңелле, көслө ҡатын булып был донъянан китте. Мәрхүмәнең урыны ожмахта булһын!Рәйсә МУСИНА. Фото ғаилә альбомынан.
Читайте нас: