Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
13 Сентябрь 2019, 10:58

Иң мөһиме, күңел менән ҡартаймаҫҡа!

Уларҙың танышыу тарихын романтик мелодрама өсөн сюжет итеп алырға мөмкин. Хәрби училищеның йәш курсанты, тыуған ауылына ҡайтып, ағаһына ҡунаҡҡа килә. Ул был ваҡытта фотоһүрәт сығарған була, фото сығарыусы фото ҡағыҙын шыйыҡсаға манып алыу менән, егет алдында сибәр ҡыҙҙың йөҙө килеп сыға. Һәм ул уға шунда уҡ ғашиҡ була.

Мәҙинә Хәмит ҡыҙы менән Риф Хәйбрахман улы Усмановтар (һүрәттә) күптән түгел бриллиант туйҙарын билдәләгән. Уйлап ҡына ҡарағыҙ! Улар бергәләшеп 60 йыл ғүмер үткән һәм бер-береһенә булған һөйөүен һаҡлап ҡалған. Быға һоҡланмау мөмкин түгел! Бөгөн килеп, бер-береһенең ҡулын тотоп, бергә йәшәгән йылдар, ышаныслы терәк булған өсөн бер-береһенә рәхмәт белдерәләр.

Улар икеһе лә Стәрлебашта тыуып үҫкән, өс йыл айырма менән бер үк мәктәпте тамамлаған. Улар танышҡан 1956 йылда Риф Хәйбрахман улы Тула хәрби ҡорал-техник училищеһы курсанты була. Ә Мәҙинә Хәмит ҡыҙы башҡорт дәүләт пединститутының филология факультетында уҡый. Әһәмиәтле ваҡиғанан һуң Тула менән Өфө араһында бәйләнеш барлыҡҡа килә, ике ғашиҡ йөрәк хат алыша башлай. Йыш осрашыуҙарға иҫәп тотоп булмай, сөнки хәрбиҙәрҙең үҙ уставы. Йәш курсант студент ҡыҙҙы осрашыуға үҙенең отпуск көндәре осоронда ғына саҡыра ала, ә һынаулы көндәр һиҙелмәй ҙә үтеп китә.

Уларҙың никахы 1959 йылдың 24 авгусында Стәрлебаш ЗАГС бүлегендә теркәлә. Ә бер аҙнанан йәш ғаилә башлығы уҡырға тағы ла алыҫыраҡ, Ленинград хәрби артиллерия академияһына китә. Мәҙинәне Ямғырсы мәктәбенә эшкә юллайҙар. Кейәүгә сыҡҡандан һуң да уға үҙенең ғаиләһендә йәшәргә тура килә. Оло бала булараҡ, әсәһе уның ярҙамына мохтаж була. Атаһы һуғышта хәбәрһеҙ юғала, бәләкәй генә ике баланы аяҡҡа баҫтырырға кәрәк. Бер йылдан һуң ғына Мәҙинә ире янына китә.

Оло ҡыҙҙары Алла Ленинградта тыуа, унда йәш ғаилә Риф Хәйбрахман улының хеҙмәт иткән урыны буйынса төпләнә. Күп балалы ғаиләлә үҫкән егет стратегик билдәләнештәге ракета ғәскәрҙәре офицеры була. Юғары хәрби техник белем алған йәш белгескә инженерлыҡ технологиялары менән Совет армияһында эшләргә тура килә. Асыштары һәм яңылыҡтары менән улар хеҙмәттәштәренән айырыла. Хәрби хеҙмәткәр өсөн, намыҫ һәм бурыстан тыш, яҡын кешеләренең терәк булыуы бик мөһим. Барлыҡ хеҙмәт итеү осоронда Мәҙинә Хәмит ҡыҙы уға ышаныслы таяныс була. Уның төп һөнәре – офицер ҡатыны, ул иренән айырылғыһыҙ. Тормош иптәшенең хеҙмәте һәм уңыштары – уның да уңыштары һәм хеҙмәте. Ғаилә күп кенә гарнизондарҙы алмаштыра, бөтөн Белоруссияны йөрөп сыға. Оло ҡыҙҙары Алла үҙенә дүрт мәктәп алыштырырға тура килеүен хәтерләй. Мәҙинә Хәмит ҡыҙы һәр ваҡыт ире янында була, барлыҡ үҙгәрештәрҙе тыныс ҡабул итә. Һәр гарнизонда барыһын да «яңынан» башлайҙар, шуға күрә педагогик эшмәкәрлектә ул карьера төҙөмәй. Ҡайҙалыр тәрбиәсе, икенсе урында мәктәптә завуч булып эшләй. Һәм әле лә донъяның төрлө мөйөштәрендә үҙ уҡыусыларынан һәм интернатта тәрбиәләнеүселәренән йылы рәхмәт һүҙҙәре ала. Элек барыһына ла нисек өлгәргәндер? Полигонға алты айлыҡ командировкаға ебәргәндә, ирһеҙ йәшәү, ике ҡыҙҙы тәрбиәләү, тормош проблемаларын хәл итеү һәм эшенә бөтә күңелен, йөрәген һалыу – интернатта йәшәгән етем балаларға әсә наҙын һәм күңел йылыһын өләшеү...

Тыуған ауылдары Стәрлебашта Усмановтарҙың ата-әсәләре йәшәй. Туҡһанынсы йылдарҙағы ҡытлыҡ осоронда улар ҡулдарынан килгәнсе әйбер, аҙыҡ-түлек һәм, хатта, мамыҡ шәл бәйләү өсөн кәләбәне посылка менән һала. Риф Хәйбрахман улы ата-әсәһенә өйҙәрен төҙөп бөтөрөргә ярҙам итә. Ҡайҙа ғына йәшәһәләр ҙә, тыуған тамырҙары тураһында онотмайҙар, мотлаҡ рәүештә йылына бер тапҡыр улар янына ҡайтып китә.

Йылдар үтә, пенсия йәше етә, армиянан запасҡа сыҡҡандан һуң Усмановтар йәшәргә тыуған ауылдарына ҡайта. Иренең тыуған йорто уларҙың сираттағы гарнизонына әүерелә. Хәҙер инде улар һикһән йәште үткән, әммә йорттарына, баҡсаларына ҡарап хужаларҙың оло йәштә булыуына ышанғы килмәй. Һәр ерҙә тәртип, еләк-емеш ағастары Риф ағай менән Мәҙинә апайҙың бриллиант туйына матурлыҡ өҫтәргә теләй, тиерһең. Бына миләш ағасы бешеп килгән тәлгәштәре менән алланып ултыра, балан ҡыуағы емештәрен күтәрә алмайынса, аҫҡа эйелгән. Ә алмағастың ниндәйе генә юҡ...

Усмановтар балаларын, ейән-ейәнсәрҙәрен үҙҙәренең ғорурлығы тип һанай. Оло ҡыҙҙары Алла һөнәре буйынса музыкант, ғаиләһе менән Дондағы Ростовта йәшәй. Бәләкәйҙәре Әлмира күптән түгел ата-әсәһенең юбилейын байрам итеп, Вильнюсҡа осҡан. Ул – философия фәндәре кандидаты, Европа университеты деканы. Риф Хәйбрахман улы ҡыҙҙарын Устав буйынса, командирҙарға хас булғанса тәрбиәләмәгән, әммә уларҙан һәр ваҡыт тәртип талап иткән. Балалары ла уларға ҡарата иғтибарлы һәм даими хәстәрлек күрә, ҡартайырға ирек бирмәй. Улар «заманса» өләсәй-олатай булараҡ, барлыҡ Европа буйлап сәйәхәт иткән. Мәҙинә Хәмит ҡыҙы планшеттан бик оҫта файҙалана, элекке күршеләре, таныштары һәм дуҫтары менән әүҙем яҙыша. Видеоэлемтә аша ейәндәре менән аралаша, уларҙың береһе Германияла йәшәй. Ейән-ейәнсәрҙәренең тормошо менән танышып бара. Риф Хәйбрахман улы менән уларҙың ҡунаҡҡа ҡайтыуын көтәләр, үҙҙәренең мөхәббәтле тормош юлын һөйләр өсөн.


Рәйлә ТАЙҒОНОВА.

Фото ғаилә альбомынан алынды.
Читайте нас: