Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
12 Сентябрь 2019, 11:05

Ябай башҡорт егете Голливудты яулай

Таныш булығыҙ – Айҙар Миһранов. Ул сығышы менән Белорет ҡалаһынан. Бәләкәйҙән супермендар тураһында комикстар уҡып, Marvel кинокомпанияһының фильмдарын ҡарап үҫкән егет ундағы төп геройҙарҙың битлектәренә ҡыҙыға, интернет киңлектәрен буйлап, уларҙың ҡиммәт тороуын асыҡлағас, үҙе эшләп алырға ҡарар итә. Шулай итеп, иң тәүге ижад емеше “Ҡара пантера” киноһындағы супермендың битлеге пәйҙә була.

– Барыһы ла 2015 йылда башланды. Был ваҡыт арауығында ниҙәр генә булманы, үрләүҙәр ҙә, ҡолауҙар ҙа етерлек ине. Әммә һәр ваҡыт битлектәргә заказ биреүселәрҙең балаларса ихлас шатлығы алға барырға ярҙам итә. Рәсәй буйлап бөтөнләй эшләмәйбеҙ, башлыса битлектәрҙе АҠШ һәм Англиянан һатып алалар, – ти Айҙар.


Нимәһе иғтибарҙы йәлеп итә: егет эшләгән битлектәр бар донъяға билдәле Голливуд йондоҙҙарының үҙҙәренә барып етә. “Сорвиголова”нан Чарли Кокс, “Аквамен”дан Джейсон Момоа битлектәргә автографтарын ҡалдырып, улар менән фотоға төшһә, яңыраҡ Айҙар сираттағы уңышы менән ҡыуандырҙы: үҙе “Человек-паук”, йәғни Том Холанд Айҙар эшләгән битлекте тотоп, фотоға төшә!


Ябай, тыйнаҡ башҡорт егете өсөн сиктәр юҡ, уның битлектәре бар Голливудты, сит илдәрҙе яулай. Әйткәндәй, “Марвел” кеүек донъяуи кинокомпаниялар менән дә хеҙмәттәшлек итә Айҙар Миһранов, уларға фильмдар өсөн битлектәр әҙерләй.

Хыялдарын хыял итеп кенә ҡалмаған егеткә афариндан башҡа ни әйтәһең инде?!Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: