16 йәшлек үҫмерҙең этен тапатҡан водитель ғәфү үтенәһе урынға уның үҙен судҡа биргән. Үҫмерҙең әйтеүенсә, ул эттең сыйылдағанын ишетеп, гараждан йүгереп сыға. Ҡараһа, ни күрә: яратҡан көсөгөн ҙур машина тапатып үткән!
Ул ярһыуынан автомобилдең капотына йоҙроғо менән һуға. Бер аҙҙан водитель үҫмерҙе судҡа бирә. Имеш, машинаһына 14 мең һумлыҡ зыян килтерелгән. Үҫмергә ике йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү янай. Томск тәфтишселәре, балаға ҡарата ҡуҙғатылған эште судтан кире ҡайтарыуҙы һәм яңынан тикшереү үткәреүҙе һорап, прокуратураға мөрәжәғәт иткән.
Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Анна Кузнецова ла өлкә прокуратураһына үҫмерҙе эҙәрлекләүҙе туҡтатыуҙы һәм этте тапатҡан водителде яуапҡа тарттырыуҙы һораған.Башҡортостан гәзитенән.