Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
12 Сентябрь 2019, 11:08

Суд дауам итә

Кисә, 10 сентябрҙә баш ҡаланың Киров районы судында төркөм менән көсләүҙә ғәйепләнгән элекке өс полиция хеҙмәткәренең енәйәт эше буйынса сираттағы ултырыш булды.

Ғәйепләнеүселәрҙең адвокаттары әйтеүенсә, был юлы ғәйепләүсе эш фигуранттарының һорауҙарына яуап биргән. Белдереүҙәренсә, яуаптар “бер аҙ эмоциялы булған”. Киләһе ултырышта иһә ғәйепләүселәр яғынан шаһиттарҙан һорау алынасаҡ. Уларҙың һаны ике тиҫтәгә етә.


Ғәҙәттәгесә, Г. журналистар менән аралашыуҙан баш тарта, ғәйепләнеүселәр ҙә өндәшмәүҙе хуп күрә. Ике яҡтың адвокаттары ғына ҡайһы бер мәғлүмәттәргә асыҡлыҡ индерә.


Унан тыш, шуныһы ла мәғлүм булды: әгәр өс ирҙе ғәйепле тип тапһалар, Г. уларҙан 100 миллион һум компенсация талап итәсәк.


Мәғлүм булыуынса, өс ир, ошо ваҡиғаға тиклем юғары вазифалар биләгән полиция хеҙмәткәрҙәре Эдуард Матвеев, Салауат Ғәлиев, Павел Яромчук, былтыр 29-нан 30 октябргә ҡараған төндә 23 йәшлек коллегаларын көсләүҙә ғәйепләнә. Тикшереүҙәрҙән һуң, уларҙы эске эштәр органдарынан ҡыуғайнылар. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, тәүтикшереүсе ҡыҙ ҙа эштән ҡыуылды.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: