Ауылда атаһы ла, ағаһы ла һуғышта ҡалған етем ҡыҙ Зилә йәшәй. Уның янына Камил исемле егет килеп йөрөй. Теле телгә йоҡмаҫ егет уға: "Һинһеҙ бер көн дә йәшәй алмайым, өйләнешәбеҙ", – тип тәтелдәй. Бисара ҡыҙ уны бик тә оҡшата.
Бер аҙҙан Зиләнең ауырға ҡалыуы билдәле була. Быны белеп ҡалған Камил унан ситләшә. Ваҡыты еткәс, сабый донъяға килә.
Таныш-тоношо йәш әсәне алимент юлларға өндәй. Был хәбәрҙе ишеткәс, Камил ҡурҡыуға ҡала. Ул дуҫтары Таһир, Талип, Сафаны саҡырып һыйлай ҙа:
– Егеттәр, бәләнән ҡотҡарығыҙ: судта бөтәгеҙ ҙә, Зилә менән беҙ ҙә булдыҡ, тип әйтегеҙ, – ти.
Ауылда суд бара. Клуб эсе тулы халыҡ. Меҫкен ҡыҙ оятынан башын аҫҡа эйеп кенә баланың атаһы Камил икәнен әйтә. Тегеһе иһә күҙен дә йоммайынса: “Бала минеке түгел. Зилә эргәһенә ауылдан күп егеттәр килеп йөрөнө”, – ти.
Әшнәләре уның һүҙҙәрен йөпләй. Зилә иһә илай-илай: “Дөрөҫ түгел, алдайҙар”, – тип кенә әйтә ала.
Судья аптырап ҡалмай. Һуғыштан һуңғы ваҡыт бит, шундай хоҡуҡ та булғандыр: егеттәрҙең дүртеһенән дә Зиләнең ҡыҙы 18 йәшкә еткәнсе алимент түләтеү хаҡында ҡарар уҡып ишеттерелә... Башҡортостан гәзитенән.