Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
12 Сентябрь 2019, 13:44

Луизаның ире Маратҡа нимә рөхсәт ителде?

Яңыраҡ ҡына Луиза Хәйруллинаның – илдең иң билдәле кассирының – киләһе ике айға яҙмышы билдәле булғайны. Ул кәмендә тағы ике ай тәфтиш изоляторында ултырасаҡ.

Бөгөн иһә ире Мараттың да яҙмышы асыҡланды. Ул да тағы ике ай өйҙә һаҡ аҫтында ултырыуын дауам итәсәк. Тик был юлы әҙерәк йомшаҡлыҡ булды: уға көнөнә ике сәғәткә тышҡа сығырға рөхсәт ителде. Марат был ваҡытта ҡыҙҙарын мәктәпкә алып барырға һәм кире алып ҡайтырға тейеш.


Билдәле булыуынса, Луиза үҙе эшләгән банктан май аҙағында 23 миллион һум аҡса урлап, ғаиләһе менән ғәйеп булғайны. Уларҙы, бер айҙан ашыу ваҡыт үткәс, күрше Ҡазан ҡалаһында тоттолар. Икеһенә ҡарата ла енәйәт эше асылды. Ир был эштә ҡатнашсы булараҡ үтә.


Ярар, тышҡа сығырға рөхсәт булғас, Марат атайлыҡ бурысын булһа ла үтәһен инде. Ир булараҡ үтәмәне бит...

Читайте нас: