Ысынында иһә май башында уҡ капитан Джейсон Роуз бағры тотҡан да ҡойроғона балдаҡты бәйләп Уайтхолл порты эргәһендәге күлгә ебәргән икән. Роуздың аңлатыуынса, ул ошолай символик рәүештә үткән тормошо менән хушлашҡан.
Роуз ун йыл никахта торған, әммә был тормош иптәшенән уңмаған. Уның балыҡ менән шөғөлләнеүен ҡатыны өнәп етмәгән. Айырылышҡас, Джейсон үс алыу ниәте менән балдағын бағрының ҡойроғона бәйләп ебәргән икән. Капитан ошо ҡәһәрле балдаҡтан ҡотолғас, яҡшы ғына йәшәп киткән. Бының менән Неллиган да килешкән. Уның әйтеүенсә:
– Балдаҡ кәмәгә килеп инеү менән мотор ҙа йүнләп эшләмәй башланы.
Неллиган балдаҡты Роузға почта аша булһа ла кире ҡайтарырға уйлай, әммә эйәһе быға шат булырмы икән?Башҡортостан гәзитенән.