Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
11 Сентябрь 2019, 10:49

Виктория туғандарын тапты!

Силәбе өлкәһенән Виктория исемле ҡыҙҙың Башҡортостандан ҡустыларын эҙләүе хаҡында яҙғайныҡ инде.

Бынан 15 йыл элек малайҙарҙы приюттан тәрбиәгә алғандар. Ошо көндәрҙә шатлыҡлы хәбәр килеп етте: малайҙар үҫкән ғаиләне белгәндәр бар! Баҡтиһәң, улар Балаҡатай районының Яныбай ауылында йәшәй икән.


Тәнзилә исемле ҡатын ире менән ике ҡыҙ үҫтергән, әммә улар улдары ла булыуын бик теләгән. Малайҙарҙы айырырға ярамағанлыҡтан, икеһен бергә алғандар.


Ауылда уларҙан көлгәс, исемдәрен үҙгәртергә тура килгән. Иван – Русланға, ә Миша Айнурға әүерелгән. Ә документта шул килеш ҡалған.


Егеттәр апайҙары менән телефондан һөйләшеп өлгөргән дә инде, тиҙҙән осрашырға уйлайҙар.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: