Ауыл халҡы йырсының өс ҡатлы ҙур коттеджы уларҙың өйҙәрен ҡаплай, күләгә төшөрә, тип дәғүә белдерә. Имеш, унда кран пәйҙә булған, йортто емерәләр икән, тип ҡыуанғандар ҙа бар.
Ошо көндәрҙә Алла Пугачева менән ире Максим Галкин НТВ телеканалында “Һин ышанмаҫһың” программаһында ошо һорауҙарға асыҡлыҡ индерҙе.
“Юҡ. Беҙ бындай ғаризалар тураһында бер нәмә лә ишетмәнек. Мин хатта белмәнем. Былар барыһы ла ялған”, – тине Пугачева. Ул шулай уҡ: “Өс ҡатлы йортто һүтергә кәрәклеге хаҡында яҙмалар мине ҡыҙыҡһындырмай”, – тип тә өҫтәне.
Юрист Ярослав Михайлов Грязь ауылында йәшәгән медицина хеҙмәткәренән “Пугачева менән Галкиндың йорто күрше участоктарҙы ҡаплай, шуға ла унда яҡтылыҡ буйынса санитар нормалар боҙолған” тигән дәғүә барлығын белдерҙе.
Был аңлашылмаусанлыҡ нимә менән тамамланыр?