Ҡайҙалыр ул тәбиғи рәүештә булһа, сит илдәрҙең күбеһендә үрсетәләр.
Был балыҡ күл-быуаларҙа тиҙ үрсеүсән. Йылы ярата, шуға ла тау йылғаларында осрамай тиерлек. Һай быуаларҙа эреләре аҙ. Томбойоҡло тәрән һыуҙарҙа ике-өс килограмм ауырлыҡтағылары йыш осрай.
Табанды ҡармаҡлауға килгәндә, иң тәүҙә был урынды таҙартып алырға кәрәк. Асалы ағастар әҙерләгәс, емләп алырға онотмағыҙ. Көҙ табан балыҡ селәүсенгә, ҡарышлауыҡҡа, бүрттерелгән бойҙайға яҡшы ҡабыусан.
Ниндәй кимәлдән эләгеүен асыҡлау мөһим. Мәҫәлән, иртә таңдан – төптән, ҡояш күтәрелгәс иһә өҫтәнерәк ҡаба. Ә кискә емләнгән ҡармаҡты мотлаҡ ергә һалырға кәрәк.
Көҙ табан ҡармаҡлауҙың дүрт ысулын ҡулланырға була: ҡалҡыуыслы ҡармаҡҡа; резинкаға бер нисә ырғаҡ эләктереп; “пружина”ға; емһалғыстарҙы тултырып, алыҫҡа ырғытып тотоу (инглиз донкаһы).
1. Ҡалҡыуыслы ҡармаҡты һәр балыҡсы файҙаланып ҡарағандыр. Минеңсә, был ысул менән тотҡанда айырыуса ҙур ләззәт кисерелә. Бигерәк тә яңы башлап тотоусыларға уңайлы ул. Һалҡын төшөү менән балыҡ бүрттерелгән бойҙайға бик яҡшы эләгә. Ҡарышлауыҡҡа ла ярайһы уҡ ҡаба, тик уларҙы тере килеш һаҡларға кәрәк. Ырғаҡҡа осонан ғына эләктерһәң, ҡарышлауыҡ һыу аҫтында тулап, балыҡты үҙенә йәлеп итеп торасаҡ.
Балыҡсылар өсөн кибеттәрҙә махсус резинка һатыла. Шуға ырғаҡтарҙы емләп тағып сығабыҙ (аралары ике-өс метр). Резинканың бер осона ниндәйҙер ауыр әйбер тағып төпкә ташлайбыҙ, икенсеһен ҡулда тотоп торорға йәки нимәгәлер бәйләп ҡуйырға мөмкин. Балыҡ эләкһә, үҙеңә ҡарай тартып ысҡындырып алаһың, унан резинканы кире тартаһың.
Был ысул менән тотҡанда, төп епкә бер-бер артлы бәләкәй пружиналар теҙеп ҡуйыла. Уларға ике яғынан да нәҙегерәк ҡармаҡ ебенә ырғаҡтар тағыла. Ғәҙәттә, өс пружина ҡулланылһа, алты ырғаҡ беркетелә. Табан балығын тотҡанда ла был бик уңайлы. Әммә, минеңсә, бер кире яғы бар. Тәжрибәмдән сығып шуны әйтер инем: балыҡты сығарғанда башҡа ырғаҡтар үләнгә йә ағасҡа эләгеп өҙөлөүсән. Емләгәндә ваҡыт күберәк сарыф ителә.
4. Емһалғыстар тағылған ырғаҡҡа тотоу йәки инглиз донкаһы. Хәҙер фидерға тотоу (икенсе төрлө шулай атала) киң ҡолас йәйҙе, сөнки ҡалҡыуыс артынан йүгереп йөрөмәйһең – ем тултырып алыҫҡа ташланың да донъяңды оноттоң. Ҡармаҡ таяғыңды асалы ағасҡа ҡуяһың да осона бәләкәй генә ҡыңғырау тағаһың.
Табан көҙгә ҡарай төркөмдәргә берләшә башлай. Эреләре – бер, бәләкәйҙәре икенсегә. Август, сентябрь айҙарында бүрттерелгән бойҙай иң ҡулайы һанала. Эрерәк ырғаҡҡа өс-дүрт берәмек ем ҡуйырға кәрәк. Емһалғысҡа шулай уҡ төрлө ҡатнашма тултырыу яҡшы булыр. Төптә ятҡанлыҡтан, эреләр эләгеүсән. Карп, һаҙан балыҡтарын тотоу өсөн дә уңайлы. Көҙгө һалҡын елдәр иҫкәндә лә, фидер менән ҡурҡмайынса йөрөй алаһығыҙ. Өфө тирәһендәге быуа-күлдәрҙә ярайһы тос табандарҙы эләктерергә мөмкин.
Ҡайҙа томбойоҡ, ҡамыш, үлән – шунда балыҡтар эре. Ҡомло, балсыҡлы урындарҙа үҫә алмайҙар. Ауырғазы, Әлшәй, Дәүләкән, Өфө райондарында ике-өс килолыҡ табандар осрай. Әммә балыҡсыларҙан шундай фекерҙе йыш ишетергә тура килә: “Кисә бик күп эләккәйне, бөгөн бөтөнләй ҡапмай...” Бындай осраҡ булмаһын өсөн, табан тоторға барғанда емдәрҙең бөтә төрҙәрен дә алырға кәрәк, хатта татлы кукурузды ла. Кәмәлә ултырып ҡармаҡлайһығыҙ икән, үлән, ҡамыш араһындағы асыҡ урындарға һалығыҙ, йә йыбанмай ғына урын таҙалап алығыҙ.
Көҙ балыҡ һыу эсендә үҫкән тал-ҡыуаҡтар янында була, ошолай итеп ҡыш алдынан төрлө паразиттарҙан таҙарыналар. Табыштан ләм тәме сыға икән, уны ҡыҙҙырғанда әҙерәк ҡаймаҡ өҫтәргә кәрәк.